

Был көндө белгестәр менән махсус хәрби операция ветерандары осрашты. Бында уларға пенсия менән тәьмин итеү, торлаҡ-коммуналь түләүгә субсидиялар алыу, социаль-көнкүреш, юридик һәм психологик йәһәттән ярҙам күрһәтелә.
- Беҙҙең маҡсатыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тыныс, тулы тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итеү. Бындай осрашыуҙар даими үткәрелеп тора. Үҙәккә кемдер ярҙам, кемдер кәңәш һорап килә. Уларҙың һәр һорауына тулы яуап ҡайтарырға тырышабыҙ. Бынан тыш, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре тураһында ла хәстәрлек күрәбеҙ. Ҡайһы бер категориялы хәрбиҙәрҙең өйҙәренә барып осрашабыҙ, консультация бирәбеҙ. Район хакимиәте, “Ватанды яҡлаусылар” фонды ярҙамында мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә тырышабыҙ. Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабировҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ул беҙҙең менән һәр ваҡыт бәйләнештә. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡовҡа ла рәхмәт еткерәбеҙ. Ул да кәрәк булғанда һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
Шулай уҡ йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү буйынса саралар үткәреп, уларҙа Ватанға һөйөү һәм сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләйбеҙ. Хәрби операция территорияһында булған егеттәргә ярҙам итәбеҙ. Гуманитар ярҙам йыйыуҙы һәм ебәреүҙе ойошторабыҙ, үҙебеҙ ҙә алып барабыҙ.
Ассоциация – ул ветерандар берләшмәһе. Беҙҙең махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһында йөҙ кеше иҫәптә тора. Уның һәр ағзаһы эшмәкәрлеккә үҙ өлөшөн, үҙ ярҙамын индерә, - ти махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы етәксеһе Игорь Абросимов.
- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәге бер кемде лә ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ. Хәрби операция биләмәһенән ҡайтҡан егеттәрҙе ассоциацияға йәлеп итәбеҙ. Иң мөһиме егеттәребеҙгә имен-һау тыуған яҡтарына ҡайтырға насип булһын, - ти махсус хәрби операция ветераны Алексей Плотников.
Үҙәктең эшмәкәрлегендә артабан да уңыштар теләйбеҙ. Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә.
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.
Автор фотоһы.