

“Молодой” позывнойлы яҡташыбыҙ сығышы менән Олокүл ауылынан. Егет ябай эшсе ғаиләлә тыуып үҫеп, буй еткерә. Атаһы – водитель, әсәһе мәктәп йыйыштырыусыһы булып эшләй. Бер туғандар – апалы-ҡустылылар татыу, берҙәм, дуҫ булалар.
Егет урындағы мәктәпте уңышлы тамамлағас, автомеханик һөнәрен үҙләштерә. Тәүҙә «Ашан» сауҙа селтәрендә бригадир, һуңынан төҙөлөш өлкәһендә стропальщик булып эшләй. Яҡташыбыҙ өйләнгән, ҡатыны менән ике ул үҫтерәләр.
Төрлө сәбәптәр арҡаһында уға армияла хеҙмәт итергә тура килмәй, ләкин махсус хәрби операция башланғас, ситтә тороп ҡалырға теләмәй батыр егет һәм 2023 йылдың июлендә контракт нигеҙендә яу биләмәһенә юллана. Ул Даян Мурзин исемендәге башҡорт полкында хеҙмәт итә, хәрби бурысын намыҫ менән үтәй.
- Алғы һыҙыҡҡа кәрәкле әйберҙәр, боеприпастар алып барабыҙ. Сиктәге егеттәргә кәрәкле ярҙамды ваҡытында алып барып еткереү, дошман күҙенә, яуына эләкмәйенсә уңышлы йөрөү мөһим бурысыбыҙ. Төрлө хәл була, әлбиттә, техника юҡ, күк йөҙө асыҡ, ә алғы һыҙыҡтағы егеттәргә боеприпастар кәрәк. Снарядтарҙы елкәгә һалып, йәйәүләп унар саҡрымлап юл үтәбеҙ. Бына шунда мин ысын дуҫлыҡтың һәм хәрби туғанлыҡтың нимә икәнен белдем, - ти ул.
Дошман менән ҡаты бәрелеш ваҡытында ут аҫтынан яралы һалдаттарҙы яу яланынан сығарған саҡта уның аяғы йәрәхәтләнә. Бер аҙ госпиталдә дауаланғандан һуң, тағы ла сафҡа баҫа.
- 2025 йылдың авгусында артабан хәрби хеҙмәт үтәү өсөн артиллерия полкына күстем. Шунда минең иң ауыр алышым булды. “Баба Яга” тип исемләп йөрөтөлгән дошман дроны менән ҡапма-ҡаршы алышҡа баҫтыҡ. Был ҙур дрон беҙгә һунарға сыҡҡан ине. Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә һөжүм иткән дошман дронын ергә яҡынайтып, бәреп төшөрҙөм, - ти яугир.
Ҡыҙғанысҡа, дошман дрондарының сираттағы һөжүменән һуң “Молодой” ҡаты яралана. Иң мөһиме – тере ҡала. Сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, ул бер йыл буйына реабилитация үтә һәм госпиталдәрҙә дауалана. Табиптар уны аяҡҡа баҫтырырға бар көсөн һала. Бөгөнгө көндә яугир отпускыла, яҡындары янында көс туплай.
“Молодой” ҡушаматын йөрөткән яҡташыбыҙ яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм ҡыйыулығы, өлгөлө хеҙмәте өсөн “Батырлыҡ өсөн” һәм “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Бөтә яугирҙәргә яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Тиҙерәк еңеү һәм ғаиләләренә иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар менән 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.