

Яугир Ҡамышлы ауылында тыуған. Урындағы мәктәптә белем ала. Тыуған ауылында 11-се класты уңышлы тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының география факультетына уҡырға инә. Армия хеҙмәтен Красноярск ҡалаһында үтә. Тырыш һалдат 2А65 гаубицаһының өлкән наводчигы вазифһына эйә була. Тыуған ил алдындағы бурысын оло намыҫ менән үтәй. Хеҙмәттән ҡайтҡас, “УРАЛКОМ” асфальт-бетон заводында эшләй. Вахта буйынса Башҡортостан һәм Марий Эл республикалары буйлап йөрөй.
2022 йылда илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителеү менән яҡташыбыҙ һис икеләнеүһеҙ Ватан һағына баҫа. Ҡазан ҡалаһының 90-сы танк дивизияһы базаһында хәрби әҙерлек үтә. Бөгөнгө көндә хеҙмәт юлын өлкән сержант званиеһында ут ярҙамы взводы командиры урынбаҫары вазифаһында лайыҡлы үтәй.
Өлгөлө хеҙмәте, Ватанды һаҡлағанда күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн “Батырлыҡ µсµн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Әлеге ваҡытта “Якуб” ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Беҙ яугирҙәр өсөн яҡындары араһында үткәрелгән ялдың ни тиклем мөһим булыуын аңлайбыҙ һәм еңеү менән тиҙерәк ҡайтыуын теләйбеҙ!
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мµмкин.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.