+17 °С
Облачно


Башҡортостан хәбәрһеҙ юғалған һәр МХО яугирен эҙләйәсәк. Уларҙы өйҙәренә ҡайтарыу өсөн республика властары бар көсөн һаласаҡ. Бөгөн республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы 10 июлдә Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Яна Лантратова менән осрашыуы хаҡында иҫкә төшөрҙө.
«Асыҡтан-асыҡ әйтәм: башлыса МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү һәм, әлбиттә, әсиргә эләккән йәки хәбәрһеҙ юғалған ир-егеттәребеҙҙе ҡайтарыу тураһында һөйләштек. Күреүегеҙсә, Яна Валерьевна төп иғтибарын ошо эшкә йүнәлтә. Был эште беҙҙең депутат Ирина Панькина координациялай. Һуңғы яугирҙе тапмай тороп, тынысланмайбыҙ, тинем», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Сығанаҡ:башинформ.ру