

Махсус хәрби операцияға үҙ теләктәре менән юлланған ир-егеттәребеҙ менән ғорурланыуыбыҙ сикһеҙ. Яҡташтарыбыҙ хәрби контракт төҙөп, Ватан һағына баҫа. Һуңғы йылдарҙа контракт менән хеҙмәт итеүселәр бермә-бер арта бара. Улар дуҫ-иштәренә, яҡташтарына, тиҫтерҙәренә хәрби хеҙмәт тураһында һөйләй, тәьҫораттары менән бүлешә, тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Ошо ла бик күптәргә контракт төҙөргә сәбәп булып торалыр ҙа.
“Нурик” позывнойлы яҡташыбыҙ ҙа Тыуған илен яҡларға ант итә һәм һүҙенә тоғро ҡалып, хәрби бурысын намыҫлы үтәй.
“Нурик” Боҙаяҙ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Ауылдың Ф.Әсәнов исемендәге мәктәптә белем ала. Уҡыу йылдарында үҙен тырыш, ярҙамсыл, яуаплы егет итеп күрһәтә. Мәктәп тормошо менән ҡайнап йәшәй, тырышып уҡый. Бигерәк тә, спортты яратҡан малай физик культура һәм технология дәресен үҙ итә. Мәктәптә үткән сараларҙа, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Мәктәпте уңышлы ғына тамамлап, республиканың иң алдынғы колледждарының береһе һаналған Өфө художество-сәнәғәт колледжына уҡырға инә. Колледжда егет кеше өсөн иң кәрәкле һөнәр - автомобилдәрҙе ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса мастерлыҡҡа уҡый. Уҡыу йортон уңышлы тамамлаған йәш белгес армияға алына. Һамар өлкәһенең Рощинский тораҡ пунктында урынлашҡан 30-сы айырым гвардия мотоуҡсылар бригадаһында хеҙмәт итә. Тырыш, ныҡлы ауыл малайына хеҙмәт еңел бирелә. Ул тәүге көндән үк үҙен ҡыйыу һәм ышаныслы һалдат итеп күрһәтә. Шуға күрә ул аңлы ҡарар ҡабул итеп, 2025 йылдың ноябрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Контрактҡа ҡул ҡуйғандан һуң Курск өлкәһендә дәүләт сиген һаҡлау маҡсатында 20-се йыйылма уҡсылар батальонында уҡсы булып хеҙмәт итә.
Яугиргә хеҙмәте имен һәм тиҙерәк тамамланып, тыуған еребеҙгә Еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ. Тыуған ергә иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, үҙ ҡулдары менән бар уй-теләктәрен тормошҡа ашырырға яҙһын.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар менән 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.