Даирә
+15 °С
Облачно

Тағы осрашырбыҙ әле

Прибельский ауылының Ба­лалар (үҫмерҙәр) техник ижад үҙәгендә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Ваха” ҡушаматлы яугир ме­нән ос­рашыу булды.

Тағы осрашырбыҙ әлеТағы осрашырбыҙ әле
Тағы осрашырбыҙ әле

Беҙ уның менән өс йыл элек осрашҡайныҡ. Ул ваҡиғаларҙың башынан алып унда хеҙмәт итә. Көслө рухлы, сабыр холоҡло яугир үҙ бурысын намыҫ менән үтәй.
Прибельский ауылының Ба­лалар (үҫмерҙәр) техник ижад үҙәгендә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Ваха” ҡушаматлы яугир ме­нән ос­рашыу булды. Реактив ғәскәрҙәрҙең һәм артиллерияның разведчик-дальномерщигы ябай хәрбиҙәрҙең көнкүреше тураһында һөйләне. Күп кенә балалар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хаттар яҙҙылар, уларҙың кем ҡулдарына эләгеүҙәрен күҙ алдына ла килтермәнеләр.
Һәм бына улар алдында тәьҫораттары менән уртаҡ­ла­шыусы яугир, Тыуған илдән кил­гән хәбәрҙәрҙе – балалалар яҙған хаттарҙың ниндәй шатлыҡ килтереүе тураһында һөйләне. (Яҙығыҙ, һүрәт төшөрөгөҙ – үҙ йылығыҙ ме­нән уртаҡлашығыҙ! Был бик кәрәкле ярҙам!)
Яугир барыһын да үҙе эш­ләй белергә, сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн бик һаҡ булырға тейеш. Һәм был ҡурҡыу тураһында түгел, был – хәүефһеҙлек тураһында. Беҙгә уларҙың хис-кисерештәрен, нервы көсөргәнешлеген тойоуы ҡыйын. Юҡ, ул хәрби операцияның нескәлектәре менән уртаҡлашманы, ашыҡма­йынса ғына көнкүреш тураһында һөйләне.
Йыш ҡына алыштыр­ғыһыҙ булған окоп шәмдәрен яһау­сылар һәм ебәреүселәргә рәх­мәт белдерҙе. Балаларҙың һо­рауҙары күп булды, ҡунаҡ сабыр ғына һәр береһенә яуап бир­ҙе. Иҫән ҡалыу беләҙеге­нең иптәшен ҡотҡарғанда ни­сек ярҙам итеүен һөйләне: бау кәрәк була, һәм ул уның бе­ләҙегендә урынлашҡан булып сыға.
Ғәжәп тыйнаҡ яугир үҙ бү­ләктәре тураһында өндәшмәне, улар араһында Жуков миҙалы, “Махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы”, “Хәрби батырлыҡ өсөн” II дәрәжә, “Хәр­би айырылып торған өсөн” миҙалдары, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Юғары башкомандующий В.В.Путиндың “Командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм хәрби бурысты үтәүҙәге ҡаҙаныштары өсөн” Рәхмәт хаты бар. Яҡ­та­шыбыҙ менән ғорурланабыҙ.
Осрашыу аҙағында ҡунаҡҡа “Сгущеночка” брелогы һәм иҫән ҡалыу беләҙеге бүләк иттеләр. Был уға осрашыу һәм тыуған ауылынан иҫтәлек буласаҡ. Ул инде үҙ позицияларына юл тотто. Яугиргә хәйерле юл һәм уңыштар теләйбеҙ. Беҙ тағы ла осрашырбыҙ әле!
Контракт хеҙмәтенә ҡағы­лышлы һорауҙар бу­йынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел ра­йондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Рәшидә ҒИМАЛОВА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас