

Сараның маҡсаты - балаларға патриотик тәрбиә биреү, тыуған яҡҡа һөйөү уятыу, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм ҡыйыулыҡ төшөнсәләрен аңлатыу.
Көндәлек тормошта башҡаларҙан бер яғы менән айырылмаған ир-егеттәребеҙ бөгөн алғы һыҙыҡта батырлыҡ, ныҡышмалылыҡ өлгөһө күрһәтә. Яугирҙәр Рәсәй һалдаттарының батырлығы, әрме хеҙмәтенең әһәмиәте, Ватанға һөйөү, илебеҙ именлеге, хәрби бурысты үтәү тураһында бәйән иттеләр. Шулай уҡ Тыуған иленә хеҙмәт итергә нисек ҡарар ҡабул итеүҙәре һәм уларға осраған һынауҙар тураһында һөйләнеләр. Мәктәптең элекке сығарылыш уҡыусылары йәмле осрашыу барышында бала саҡ, мәктәп йылдарындағы хәтирәләре менән дә уртаҡлаштылар. Ҡаһарман яҡташтар балаларҙы яҡшы уҡырға, илһөйәр булып үҫергә өндәне. Әйткәндәй, яугирҙәрҙең береһе МХО-ла хеҙмәтен дауам итә һәм ул әлеге ваҡытта ялға ҡайтҡан, икәүһе - демобилизацияланған.
Балалар ҡунаҡтарҙы иғтибар менән тыңланы, хәрби хеҙмәттең нескәлектәре менән ҡыҙыҡһынды һәм һорауҙар бирҙе. Уҡыусылар ауылдаштары өлгөһөндә ысын геройҙар менән танышты, илһөйәрлектең ниндәй юғары әһәмиәткә эйә булыуын аңланы. Осрашыу аҙағында барыһы ла яугирҙәргә тиҙ арала Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне.
Айгөл ХИСМӘТУЛЛИНА,
директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре
буйынса урынбаҫары.