

Быйыл Чернобыль атом электр станцияһындағы аварияның 40 йыллығы билдәләнә. Был атом энергетикаһы тарихында иң ҙур авария. Тиҫтәләрсә йылдар үтһә лә, Чернобыль фажиғәһе миллионлаған кешенең күңелендә тәрән эҙ ҡалдырған. Уның эҙемтәләрен белгестәр әле лә еңеп сыға алмай
Чернобыль атом электр станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә Боҙаяҙ ауылынан Рөстәм Байбулатов та ҡатнаша. Уның тормош юлы үҙе ғәжәйеп тарих, ул радиоактив көл тамуғын үтеп, тиҫтәләгән йылдар үткәс, үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына Тыуған илен яҡларға китә.
Припять менән осрашыу
1988 йылда, 22 йәшлек контрактсы Рөстәм Байбулатов ситләтелгән зонаға беренсе тапҡыр килгәс, ул инде өлкән ир-егет була. Уның иңдәрендә – ауыл хужалығы машиналары мастеры дипломы, армия хеҙмәте тәжрибәһе һәм Ватанға файҙалы булыу теләге. Йәш яугирҙе шартлауҙан һуң ике йыл үткәс Припять ҡалаһына ебәрәләр. Эш хәүефле һәм яуаплы була: хәрбиҙәр радиоактив нурланыш алыу ҡурҡынысы аҫтында стратегик объекттарҙы һаҡлай. Рөстәм Хәмзә улы радиация менән зарарланған өлкәгә бөтәһе өс тапҡыр командировкаға бара. Дөйөм алғанда, ул унда биш айҙан ашыу ваҡыт була. Яҙмыш ликвидаторҙы һаҡлап алып ҡала, күп кенә хеҙмәттәштәренән айырмалы рәүештә, ул нурланышты һаулығы өсөн ауыр эҙемтәләрһеҙ кисерә. Чернобыль зонаһындағы бурыстарҙы үтәгәндән һуң, Байбулатов хәрби карьераһын дауам итә. Яугир Иглин районында урынлашҡан хәрби часта хеҙмәт бурысын үтәп, 1997 йылда ғына тыуған яғына ҡайта.
Ваҡыт уларҙы яңынан һайлай
“Гражданка”ла тормош үҙ яйы менән бара: ғаилә, ике бала, ғәҙәти тыныс мәшәҡәттәр. Әммә махсус хәрби операция башланғас, Рөстәм Хәмзә улы, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан (уға 59 йәш), хатта яҡындарын да аптыратҡан ҡарар ҡабул итә.
- Мин ситтә ҡала алманым, - тип аңлатты үҙенең ҡылығын ветеран.
2023 йылда ул РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, алғы һыҙыҡҡа юллана. Рота старшинаһы итеп тәғәйенләү - вазифа ғына түгел, ул абруй һәм тәжрибәгә ҙур баһа. Чернобыль аварияһын ликвидациялауҙа ҡатнашыусы махсус хәрби операция биләмәһендә йәш яугирҙәр менән тормош тәжрибәһе һәм сыҙамлығы менән уртаҡлашып, Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә.
Хәҙер Рөстәм Байбулатов тылға күсерелгән. Ул Силәбе өлкәһенең хәрби частарының береһендә хеҙмәтен дауам итә. Яугирҙең сәләмәтлеге яҡшы, юбилей датаһы алдынан ветеран Чернобыль атом электр станцияһындағы аварияның 40 йыллығына арналған район сараларында ҡатнашырға ниәтләй.
Һуңғы һүҙ
Рөстәм Байбулатовтың тормош тарихы – ул һалдат биографияһы ғына түгел. Был бурыс, намыҫ һәм Ватан төшөнсәләренең дәүергә ҡарамай үҙгәрешһеҙ ҡалыуына миҫал булып тора. 22 йәшендә ул донъяны радиациянан ҡотҡара, 59 йәшендә Ватан мәнфәғәттәрен яҡлап, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.
Рөстәм Байбулатовҡа ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ. Эшегеҙгә һәм Ватанға тоғролоғоғоҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәбеҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Мария ИВАНОВА.