Яугир ҡатыны булыу – оло яуаплылыҡ

Минең бөгөнгө геройым – асыҡ күңелле, ҡыйыу йөрәкле кеше. Ул – яугир ҡатыны һәм күп балалы әсәй. Тыштан тыныс ҡына күренһә лә, уның күңелендә ниндәй уйҙар ҡайнауын, яуҙа йөрөгән тормош иптәшен уйлап, ут йотоп йәшәүен һиҙемләп була.

Яугир ҡатыны булыу – оло яуаплылыҡЯугир ҡатыны булыу – оло яуаплылыҡ
Яугир ҡатыны булыу – оло яуаплылыҡ

Рина Ноғоманова Алайғыр ауылында өс балалы ғаиләлә тыуып үҫеп, ошонда мәктәпте тамамлағас, Өфө ҡалаһында штукатур-маляр һөнәрен үҙләштерә. Өфөлә эшләп йөрөгән саҡта Иҫке Бәпес ауылы егете менән танышып, оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөгәндән һуң матур ғаилә ҡоралар. Тәүге мөхәббәт емештәре – ҡыҙҙары донъяға килгәс, ғаилә Иҫке Бәпес ауылына ҡайтып, ата-әсәй менән бергә йәшәй башлай. Артабан улар Ҡуғанаҡ ауылында үҙҙәренә бәләкәй генә йорт һалып, башҡа сығалар. Был ваҡытта инде уларҙың икенсе балалары – улдары тыуа. Хәҙерге көндә өс балалы ғаилә Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәй.

Рина Ринат ҡыҙының тормош иптәше – “Борисыч” позывнойлы яугир тураһында гәзитебеҙҙә яҙғайныҡ. Ул һөнәре буйынса юғары белемле тарих уҡытыусыһы булһа ла, үҙенең тормош юлын хәрби хеҙмәт менән бәйләй. Оборона министрлығы ме­нән контракт төҙөп, Чечняла һәм Абхазияла ҡыҙыу нөктәләрҙә булып ҡайта. Махсус хәрби операция башланғас та, көслө рухлы ир күңеленә урын тапмай, яуҙа йөрөгән һәм һәләк булған дуҫтарын көнө-төнө уйлап, тыныс тормоштағы яҡшы эшен ҡалдырып, үҙе лә шул тарафтарға юл алырға ҡарар итә. Бына хәҙер ике йылдан ашыу ул махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә.

Ноғомановтарҙың ҡыҙҙары Сабина бала саҡтан панкратион менән әүҙем шөғөлләнә. Әле ул Өфө ҡалаһында юриспруденция йүнәлеше буйынса колледжда белем ала. Быйыл ҡулына диплом алырға йыйына, һөйгәне менән ғаилә ҡорорға ла өлгөргән. Улдары Самир ҙа бәләкәй саҡтан панкратион һәм бокс менән шөғөлләнә. Киләсәк тормошон нефть скважиналарын быраулау өлкәһе менән бәйләргә уйлаған һәм Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының 2-се курсында уҡыған егет был шөғөлдәрен һаман да ташламай. Реналь Ҡырмыҫҡалының С.М.Чугункин исемендәге мәктәптең 3-сө класында уҡый. Апаһы һәм ағаһы кеүек ул да спортты ярата – бокс һәм футболды үҙ итә.

Рина Ноғоманова төрлө урындарҙа эшләп ҡарағандан һуң, үҙенең яратҡан һөнәрен тапҡан – ашнаҡсыға уҡып сығып, бөгөнгө көндә район үҙәгендәге “Башҡорт ҡыҙы” кафеһында ашнаҡсы булып эшләй.

Юғарыла Рина ханымды ҡыйыу йөрәкле тип яҙғайным. Ни өсөн тиһегеҙме? Ул күптән түгел генә үҙе руль артына ултырып, өс балаһы һәм кейәүе менән тормош иптәше янына Украинаға, Луганск өлкәһенә, барып ҡайтырға йөрьәт иткән.

- Май айында “Борисыч”ты өс айға Мәскәүгә уҡырға ебәргәйнеләр. Ғаиләбеҙ менән тәүҙә унда барып ҡайттыҡ. Ғинуар аҙағында ҡәҙерле кешебеҙҙең тыуған көнө, шуға күп тә уйлап тормайынса, тағы ла юлға сығырға ниәтләнек. Ҡапыл ғына йыйынғас, унда барып ҡайтыуҙың ни тиклем хәүефле, ҡурҡыныс икәне тураһында ла уйлап өлгөрмәнек хатта. Барып еткәс кенә был турала уйлап, ҡурҡып ҡуйҙыҡ, әлбиттә. Етмәһә, шул ваҡытта яҡында ғына электр станцияһын шартлаттылар. Беҙ ҡайтып киткәс, эргәләрендәге бер яланға бомба килеп төшкән. Ваҡытында һәм уңышлы ғына килеп ҡайттығыҙ ти, иптәшем дә. Эйе, Аллаһҡа шөкөр, юлыбыҙ уңды, имен-һау йөрөп ҡайттыҡ. Балалар ҙа атайҙарын һағынған ине. Атайҙары ла именлегебеҙ өсөн ныҡ ҡына борсолһа ла, беҙҙе күреүгә бик һөйөндө. Уларҙың йәшәгән шарттарын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрергә насип булды. Хәрбиҙәрҙең ер аҫтындағы блиндаждарында булыу, улар менән яҡындан аралашыу балаларға ла бигерәк оҡшаны. Бер кемгә лә әйтмәйенсә киткәйнек, ҡайтҡас барыһынан да әрләндек инде, - ти үҙенең был ҡыйыу аҙымы хаҡында Рина Ринат ҡыҙы.

Махсус хәрби операция барған ерҙәрҙе үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайтып, һуғыштың ни тиклем аяуһыҙ икәнен белһә лә, яугир ҡатыны булараҡ ул бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәй. Ҡәҙерле кешеһенең шылтыратыуын көн дә тыны менән һурып алырҙай булып көткәне, телефон шылтыратыуын һәр саҡ һиҫкәнеп алыуы уның һәр көнө, һәр минутының борсоулы икәнлеген белдерә.

- Бер көн элемтәгә сыҡмаһа ла, балаларға белдермәҫкә тырышһам да, өҙгөләнә, уйлана башлайым. Барыһы ла яҡшы, минең өсөн борсолмағыҙ, тиһә лә иптәшем һәр шылтыратҡан һайын, барыбер күңелдә ниндәйҙер шом ҡала. Тиҙерәк бөтһөн ине был һуғыш һәм яуҙа йөрөгән хәрбиҙәрҙең барыһы ла тыуған төйәктәренә имен-һау әйләнеп ҡайтһындар ине тип теләргә һәм тыныс тормошта йәшәүебеҙгә шөкөр итергә генә ҡала беҙгә. Изге Рамаҙан айында ҡыҙым менән оло улым ураҙа тотоп, аталарының имен-һау әйләнеп ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтәләр, - тине әңгәмәбеҙ һуңында Рина Ноғоманова.

Барлыҡ изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын, ураҙаларығыҙ ҡабул булһын, Ноғомановтар!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас