Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
22 Ғинуар , 15:27

Яугирҙәребеҙ һынатмай!

12 ғинуарҙа Махсус хәрби операцияның башланып китеүенә тап 1418 көн булды. Белеүебеҙсә, Бөйөк Ватан һуғышы ла 1418 көн дауам иткән. Ә МХО-ның осо-ҡырыйы күренмәй. Яу яланынан яраланып, ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан ауылдашыбыҙ, хөрмәтле яугир Радик Сәлимгәрәев  менән осрашыу кисәһе тап ошо көнгә тура килде.

Яугирҙәребеҙ һынатмай!
Яугирҙәребеҙ һынатмай!

Осрашыуға килгән ағинәйҙәребеҙ яу яланында һәләк булғандарға һәм әлеге ваҡытта махсус хәрби операция биләмәһендә булғандарҙың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп доға-аяттар уҡынылар.
Беҙ Радик Шамил улының сәләмәтлеге, яу яланы хәлдәре менән ҡыҙыҡһындыҡ.
- Һуғыш ҡаты бара, әммә бирешмәйбеҙ, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, - тигән ҡыҫҡа ғына яуап менән сикләнде ул.
Радик Шамил улына иҫәнлек, яуҙан еңеү менән ҡайтыуын теләнек. Уның тормош иптәше, күп балалы әсә Фаягөл Мансур ҡыҙы ауыл клубындағы сараларҙа әүҙем ҡатнаша, йортонда уңған хужабикә, балаларына терәк һәм кәңәшсе. Ошондой күркәм сифаттарын иҫәпкә алып, ауыл биләмәһе ебәргән Рәхмәт хатын яугирҙең ҡатынына тапшырҙыҡ.

Шулай уҡ был көндө ауылыбыҙҙың һәр төрлө сараларында, өмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡан ауылдашыбыҙ  Самат Камалов та Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Ғөмүмән, ауылыбыҙҙың күркәм сараларында изге ниәт менән ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Һәр ваҡыттағыса берҙәм, бергә булып ҡалайыҡ!

Фәһимә АБДРАФИҠОВА.
Бишауыл-Уңғар ауылы.

Автор: Гульчачак Алачева
Читайте нас