

Сараны Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы хакимиәте башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова асты һәм үҙенең илһөйәрлек менән һуғарылған сығышында Тыуған ил өсөн йәнен аямаған яҡташтарының, үҙенең бер туғанының сикһеҙ батырлыҡтары тураһында һөйләне, һәләк булған яугирҙәрҙең яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашты.
- Бөгөн ябай волейбол турниры түгел, ә Еңеүҙе яҡынайтыр өсөн үҙ ғүмерҙәрен аямайынса яуҙа һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә арналған турнир. Беҙҙең бурыс – Еңеү хаҡына яҡшы уҡырға һәм эшләргә. Ваҡыт табып ошо илһөйәрлек сараһына килгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм. Бигерәк тә Альберт Хисаметдиновтың, Рушан Муллағоловтың һәм Алик Сабитовтың ғаиләләренә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Был сараны “Тере саҡта хәтерләйәсәкбеҙ. Хәтерләгән саҡта – йәшәйәсәкбеҙ!” тип атаныҡ. Яугирҙәребеҙ мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланасаҡ, - тине ул спортсыларға уңыштар теләп.
Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Руслан Хәйертдинов та турнирҙа ҡатнашыусыларға, яугирҙәрҙең туғандарына изге теләктәрен белдерҙе.
- Спорт ярышы ғына түгел был, Геройҙарыбыҙға хөрмәт күрһәтеү ҙә. Йәш быуын уларҙы оноторға тейеш түгел. Һеҙҙең кеүек физкультура һәм спортты яратҡан, ваҡыттарын актив ял менән үткәргән райондаштарҙы күреү – үҙе ҙур ғорурлыҡ. Бөгөнгө турнирҙа ир-егеттәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙарҙың да әүҙем ҡатнашыуы – үҙе мәртәбә, - тине Руслан Илдус улы һәм ҡаты яраланғандан һуң махсус хәрби операциянан демобилизацияланып, тренерлыҡ эшен башларға йыйынған Әлмир Үлмәҫҡоловҡа туп бүләк итте, эшендә уңыштар теләне. Яңы Ҡыйышҡы ауылы ирекмәне Регина Толстых киләсәк быуын өсөн илһөйәрлек өлгөһө булған сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла изге һүҙҙәрен йәлләмәй, оло рәхмәтен әйтте.
Ҡаһармандарса һәләк булған яҡташтарҙың тормош иптәштәре Ләйсән Хисаметдинова менән Альбина Муллағолованың күҙ йәштәре аша яугирҙәрҙе онотмайынса ошондай турнир ойоштороусыларға оло рәхмәттәрен белдергән сағында сарала ҡатнашыусыларҙың да күҙҙәре йәшкә мансылды.
Шулай итеп, был көндө волейбол турнирында Һарт-Шишмә, Үтәгән һәм Яңы Ҡыйышҡы ауылдары командалары көс һынашты. Ярыш ҡыҙыу барҙы, һәр кем беренселекте яуларға тырышты. Һөҙөмтәлә, үтәгәндәр үҙҙәрен иң оҫта волейболсы команда итеп күрһәтеп, 1-се урын яулауға иреште. Яңы Ҡыйышҡы командаһы саҡ ҡына ҡалышып, 2-се урынға сыҡты, ә Һарт-Шишмә командаһы 3-сө урын менән сикләнде.
Әйткәндәй, Һарт-Шишмә ауылы “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабында лайыҡлы еңеү яуланы һәм улар артабан республика этабында ҡатнаша. Республика кимәлендә лә еңеп сығырға яҙһын һеҙгә!
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.