

Был йәһәттән Сахай ауылы халҡын да билдәләп үтке килә. Мәҙәниәт йорто бинаһына йыйылып, ауылдың бер төркөм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары маскировка селтәрҙәре үрә, яҡташ яугирҙәргә аҙыҡ-түлек хәстәрләй, кейем-һалым әҙерләй, посылка туплай һәм башҡа бик күп күҙгә күренмәгән эштәр атҡара. Был мөһим һәм кәрәкле эштең башында, “Үҙебеҙҙең егеттәр өсөн. Сахай” штабы етәкселегендә Фия Хисамова тора.
Ошо көндәрҙә Фия Ғәбделхәй ҡыҙы менән осрашып, күҙгә-күҙ ҡарашып, бында ойошторолған штабтың эше менән яҡындан таныштыҡ.
Махсус хәрби операция башланыу менән Фия Хисамова ирекмәнлек эшенә тотона. Уның тырыш хеҙмәтенең һөҙөмтәләрен күреп, Сахай ауылы мәҙәниәт йортона эшкә саҡыралар. Шулай итеп, Фия Ғәбделхәй ҡыҙы бер юлы ике эште алып бара башлай.
- Олокүл ауылы халҡы штаб асып, яугирҙәргә ярҙам итеү эшен башлап ебәргәс, мин дә был идея менән яна башланым һәм ауыл Советына килеп, бындай тәҡдим менән мөрәжәғәт иттем. Ауыл Советында минең фекер менән барыһы ла килеште. Шулай итеп, Ләйсән Шәрипова һәм Зәлифә Саҙиҡова менән бергәләп, ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ. Иң тәүҙә өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға юлланған хәрбиҙәр өсөн кәрәкяраҡ әйберҙәр йыйып, уларҙың туғандары аша ебәрҙек. Яугир яҡташтарҙан, шулай уҡ уларҙың туғандарынан һәр ваҡыт нимә кәрәклеге тураһында белешеп, хәрбиҙәрҙең ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан саҡтарында, улар аша үҙебеҙ үргән маскировка селтәрҙәрен, күстәнәстәребеҙҙе даими рәүештә ебәреп торҙоҡ. Беҙҙең был изге эшкә бик күп ауылдаштарыбыҙ ҡушылды. Яугирҙәргә тепловизор кәрәклеге хаҡында белгәс тә, ауыл халҡы үҙ теләге менән аҡса йыя башланы. Районда иң беренселәрҙән булып, Ватаныбыҙ тыныслығын һаҡлаусыларға ике тепловизор алып ебәрҙек, - тип таныштырҙы ирекмәнлек эшенең башланып китеү тарихы менән Фия Хисамова.
Сахай ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәррәү ярҙам итергә тотона. Ниндәй генә эштәр башҡармай улар! Окоп шәмдәре лә әҙерләйҙәр, маскировка селтәрҙәре лә үрәләр, күмәкләшеп йыйылышып туҡмас киҫәләр...
- Бөгөнгө көндә 265 маскировка селтәре үрҙек. Аҙнаһына өс көн штабта йыйылышабыҙ. Ҡайһы бер эштәрҙе өйҙә лә башҡарырға тура килә. Барыбыҙ өсөн дә изге бурысты үтәүҙә ярҙам күрһәткән ауылдаштарыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Клара Төхвәтуллина, Клара Хисамова, Флүрә Абзанова, Зифа Хәмзина, Римма Ғәлиева, Альбина Шәрәева, Йәзилә Хисамова, Тәнзилә Ғәлиуллина, Рәзилә Егорова, Рәшиҙә Сәлимйәнова, Миңзилә Әсфәндийәрова, Гөлсәсәк Зәйнуллина, Роза Бикташева, Мәҙинә Биккинина, Рәмилә Абдуллина һәм башҡалар бик әүҙем эшләйҙәр. Таһир ағай Вилданов та беҙҙе үҙенең ярҙамынан ташламай. Ауыл Советы хакимиәте башлығы Ришат Рауил улы Хөснөтдиновҡа айырым рәхмәт әйтке килә. Ул һәр ваҡыт – көн тимәй, төн тимәй һәр эшебеҙҙә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора.
Үҙемдең ғаиләмә лә рәхмәтлемен. Тормош иптәшем һәм улым беҙҙең тынғыһыҙ эште аңлап ҡабул итә, һәр саҡ ярҙам итә. Машинала берәй ергә барырға кәрәк булһа, улым һәм башҡа транспортлы ауылдаштарыбыҙ ярҙамға ашыға. Ҡырмыҫҡалы ауылында эшләп килгән штабтың етәксеһе Резеда Шамил ҡыҙы Әхтәмова ла ярҙамынан ҡалдырмай. Ғәнифә апай Абдрафиҡова гелән ойоҡбаштар һәм башҡа нәмәләр бәйләп килтерә, - тип рәхмәт һүҙҙәрен яуҙыра ирекмән.
Сахай ауылы ирекмәндәре яугир һалдаттар менән һәр саҡ бәйләнештә тора, ялға ҡайтҡан саҡтарында күрешеп, улар аша посылкаларын ебәрәләр. Ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән йәшелсә-емештәр, ҡайнатмалар менән дә һыйлайҙар яугирҙәрҙе. Ирекмәндәргә шулай уҡ мәктәп уҡыусылары ярҙамға килә.
Фия Хисамованың һәм барлыҡ штабтың изге эше хәрби часть командованиеһының Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Сахай ирекмәндәре махсус хәрби операцияға ярҙам итеп кенә ҡалмай, ҡарттар һәм балалар йорттарына ла ҡулдарынан килгәнсе булышлыҡ итергә тырышалар.
Яугирҙәр ҙә үҙ сиратында ауыл ирекмәндәренә үҙҙәренең рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәй һәр саҡ сәләмдәрен ебәреп торалар. Батыр егеттәребеҙ тураһында райондың үҙәк китапханаһына мәғлүмәт йыйыуҙа ла әүҙем ҡатнаша сахайҙар.
- Бөгөнгө көн проблемаһынан ситтә ҡалмаған, битараф булмаған, ысын күңелдән ярҙам иткән барлыҡ ауыл халҡына, класташтарға, дуҫтарға рәхмәт белдерәм, барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйем. Спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтеүсе Рәүис Әбүзәр улы Хажиевҡа, Өфөлә йәшәүсе Морат Әмир улы Сөләймәновҡа рәхмәттәребеҙ сикһеҙ. Яугирҙәребеҙ иҫән-имен туғандары янына ҡайтһындар. Егеттәргә беҙҙең ярҙам кәрәк, шуны онотмайыҡ, - ти Фия Ғәбделхәй ҡыҙы.
Изге эштәрегеҙ үҙегеҙгә лә тик изгелектәр менән генә әйләнеп ҡайтһын, сахайҙар!
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.