Барыһы ла Еңеү өсөн
12 Декабря 2025, 08:59

“Герой партаһы” асылды

Рәсәйҙә билдәләнгән Ватан Геройҙары көнөндә Түбәнге Төкөн ауылы мәктәбендә ҙур һәм әһәмиәтле ваҡиға булды – “Герой партаһы”н асыу тантанаһы ойошторолдо.

“Герой партаһы” асылды“Герой партаһы” асылды
“Герой партаһы” асылды

Герой партаһын асыу – ул Тыуған ил өсөн ғүмерен биргәндәрҙең хәтерен мәңгеләштереү мөмкинлектәренең береһе.

Түбәнге Төкөн ауылы мәктәбен тамамамлаусы Илвир Байғусҡаров 2025 йылдың 31 июлендә махсус хәрби операцияла ҡатнашып, Донецк Халыҡ Республикаһында батырҙарса һәләк булған. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн мәктәптә “Герой партаһы” асылды.

Тантанала Геройҙың ата-әсәһе һәм туғандары, Ҡамышлы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Бикҡужин, район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гүзәл Сыңғыҙова, яугирҙең ауылдаштары, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Геройға ҡарата йылы һәм күңелгә үтеп инерлек сығыш яһаны. “Герой партаһын” асыу хоҡуғы Илвирҙың атаәсәһенә – Хәйҙәр Гәрәй улына һәм Сажиҙә Вәлийән ҡыҙына бирелде.

Башҡаларҙы ҡотҡарыу өсөн үҙеңде етди ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыу – батырлыҡ, ә быны эшләгән кеше – ысын ҡаһарман. Махсус хәрби операцияла ҡатнашып, илебеҙ тыныслығы өсөн ғүмерҙәрен йәлләмәгән барлыҡ Геройҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ.

Илвир Хәйҙәр улы Байғусҡаров исеме менән аталған “Герой партаһы” уҡыусылар өсөн батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ символына әүереләсәк. Унда Илвирҙең портреты, биографияһынан факттар һәм уның ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәт урынлаштырылды. “Герой Партаһы” артына ултырыу хоҡуғы уҡыуҙа, спортта һәм ижадта айырылып торған, йәмәғәт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға биреләсәк.

Был мәктәптә бөгөнгө көндә белем алған һәм киләсәктә белем аласаҡ уҡыусылар Илвир Байғусҡаровтың батырлығы менән ғорурланыр, унан өлгө алыр һәм тормош юлында һайлаған юлынан намыҫ менән атлар, тип ышанабыҙ.

Геройыбыҙ, Тыуған илебеҙ һаҡсыһы, һин мәңге беҙҙең хәтерҙәрҙә һаҡланырһың!

Айбулат ШӘРИПОВ.

Түбәнге Төкөн мәктәбе уҡыусыһы.

“Герой партаһы” асылды
“Герой партаһы” асылды
Автор:
Читайте нас