

«Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм ышанабыҙ! Бөтә район исеменән уға ныҡлы һаулыҡ, ҡыйыулыҡ, тиҙерәк өйөнә имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйем, - тип яҙа Рушан Гәрәев үҙенең сәхифәһендә. - Беҙ күптән түгел махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға тағы ла бер ылау гуманитар ярҙам ебәрҙек. Яҡташтарыбыҙҙан посылкалар — ойошмалар һәм район халҡы тарафынан йыйылған бөтә кәрәкле әйберҙәр һалдаттарға ебәрелде».
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән Башҡортостан хәрбиҙәре хеҙмәт итеүҙең тәүге йылында уҡ 3 920 мең һумға хоҡуҡлы, айлыҡ эш хаҡы 210 мең һумдан башлана. Башҡортостан Башлығы МХО-ла ҡатнашыуға килешеү төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һумлыҡ түләүҙәрҙе 2025 йылдың 31 октябренә тиклем оҙайтты, тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтынан алырға мөмкин.