Барыһы ла Еңеү өсөн
24 Октября 2025, 04:42

Башҡортостандан атайҙар улдарына гуманитар йөк илтеп тапшырҙы

Алғы һыҙыҡҡа гуманитар йөктө Хәйбулла районының Һамар ауыл биләмәһе водителдәре алып барҙы.

Башҡортостандан атайҙар улдарына гуманитар йөк илтеп тапшырҙыБашҡортостандан атайҙар улдарына гуманитар йөк илтеп тапшырҙы
Башҡортостандан атайҙар улдарына гуманитар йөк илтеп тапшырҙы

Хәйбулла районы водителдәре Александр Алексеев һәм Виктор Попов ҙур автоколонна составында МХО биләмәһенә гуманитар йөк алып барып тапшырҙы.

Муниципалитет хакимиәте мәғлүмәте буйынса, Попов өсөн был беренсе сәфәр булһа, Алексеев МХО биләмәһенә икенсегә барып ҡайтты.

Был гуманитар миссия ир-егеттәр өсөн айырыуса мөһим: фронтта уларҙың «Атом» һәм «Черепаха» позывнойлы улдары хеҙмәт итә.

Бынан алдараҡ тағы бер нисә райондың һәм ҡаланың алғы һыҙыҡҡа гуманитар йөк ебәреүе билдәле булды.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-10-22/ottsy-iz-bashkirii-povezli-synovyam-v-zonu-svo-gumanitarnyy-gruz-4436873

Автор:
Читайте нас