Барыһы ла Еңеү өсөн
23 Октября 2025, 10:22

Оло наградаға эйә булды

Өфөләге юғары уҡыу йорттары студенттар кампусында “Атайлыҡ даны” (“Отцовская доблесть”) республика конкурсына йомғаҡ яһау тантанаһы уҙҙы.

Оло наградаға эйә булдыОло наградаға эйә булды
Оло наградаға эйә булды

Оло наградаға эйә булды

Йәмәғәт палатаһы башланғысы менән был награданы 2020 йылдан алып сәләмәт тормош алып барған, ғаилә традицияларын һаҡлау һәм тергеҙеү шарттары тыуҙырған, үҙ муниципаль районы һәм республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙы әхлаҡи дәртләндереү һәм йәмәғәтселек яғынан танытыу маҡсатында тапшыралар.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев сараны асты һәм:

- Конкурс ете йыл дауамында көслө рухлы, яуаплы һәм яратҡан атайҙарҙы берләштергән һәйбәт традицияға әүерелде. “Үҙ атайыңдың ғына түгел, ә халҡыңдың да улы бул”, - ти халыҡ. Бөгөн ошо залда ултырған һәр атай – республиканың лайыҡлы улы, - тип ул республика Башлығы Радий Хәбировтың тәбрикләү һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе.

Ҡотлау һүҙҙәре менән шулай уҡ Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Башҡортостан Башлығы советнигы, Башҡортостандың үҙ-ара хеҙмәт ойошмаһы ветерандары Ассоциацияһы рәйесе, МХО ветераны Оскар Ситдиҡов, республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов һәм башҡалар сығыш яһаны.

“Атайлыҡ даны” наградаһын тапшырыу өсөн иң тәүгеләрҙән булып “Ватанды һаҡлаусылар” номинацияһы еңеүселәрен сәхнәгә саҡырҙылар. Был номинация ҡатмарлы хәлдәрҙә ҙур батырлыҡ күрһәткән һәм балаларын да ҡаһарманлыҡҡа өйрәткән атайҙар тураһында. Уларҙың күбеһе хәрби хеҙмәт традицияһын лайыҡлы дауам итә һәм махсус хәрби операция биләмәһендә фиҙаҡәрлек күрһәтә.

Ошондай ҡаһарман бүләкләнеүселәр араһында Прибельский ауылынан яҡташыбыҙ, махсус хәрби операция ветераны, 35 йәшлек Игорь Абросимовтың булыуы менән ғорурланабыҙ. Яугир яуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн “Батырлыҡ өсөн”, “Һәләкәткә осраусыларҙы ҡотҡарған өсөн”, “Хәрби батырлыҡтары өсөн”, Донбассты азат иткән өсөн”, “МХО-ла ҡатнашыусы”, “Украиналағы МХО-ла ҡатнашыусы”, “Ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларын азат иткән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән.

Игорь Абросимов тормош иптәше менән бергә ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Ғаилә райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша һәм бик күп Рәхмәт хаттарына, шулай уҡ республика һәм Рәсәй кимәлендәге дипломдарға эйә була.

Бигерәк тә, Абросимовтарҙың күңелдәренә хәрби-патриотик саралар яҡын.

- Баланы тәрбиәләүҙә иң мөһиме – Тыуған илгә һәм яҡындарға һөйөү. Балаларҙың бер нимәнән дә ҡурҡмауы һәм үҙ-үҙҙәренә ышаныуы мотлаҡ, - ти Игорь Сергеевич.

Яҡташ яугирҙе оло наградаһы менән тәбрикләйбеҙ һәм ғаилә именлеге, тыныс тормош, балалар шатлығы теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

Автор:
Читайте нас