Барыһы ла Еңеү өсөн
16 Октября 2025, 05:17

Байрам күңелле һәм файҙалы үтте

Ауыл халҡы Республика көнөн билдәләү өсөн алдан уҡ әҙерләнә башланы. Был дөйөм эштән бер кем дә ситтә ҡалманы. Берәүҙәр концерт номерҙары әҙерләһә, икенселәр сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы һыйлар өсөн төрлө тәмтом бешереү менән мәшғүл булды, ә бәғзеләр ойоштороу эше менән мәж килде.

Байрам күңелле һәм файҙалы үттеБайрам күңелле һәм файҙалы үтте
Байрам күңелле һәм файҙалы үтте

“Ҡайтығыҙ Абдрахман еренә” тип аталған байрамда 100-гә яҡын кеше ҡатнашты. Уларҙың барыһын да йәнтөйәктәре – Үтәгән ауылы берләштерә.

 Ошо ауылда тыуып үҫкән Абдрахман батыр Аҡйегетов – 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы. Уның батырлыҡтары хаҡында халыҡ телендә бик күп легендалар һаҡланған. Абдрахман батырыбыҙҙың иҫтәлеген хөрмәт итеп, ҡатын-ҡыҙҙар был байрамға ҡыҙыл француз яулыҡтары ябынып килде. Йәмле сараның төп ҡунаҡтары, әлбиттә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре булды.

Байрамды ауыл старостаһы Дилара Хоҙайғолова асты. Ул үҙенең сығышында әлеге ваҡыттаАбдрахман батырҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү эштәрен башҡарыу өсөн аҡса йыйыу барыуы хаҡында белдерҙе. Шулай уҡ Дилара Ринат ҡыҙы ауылдаштарына шатлыҡлы хәбәр еткерҙе. Ошо көндәрҙә Лиана һәм Зәбир Баһауетдиновтарҙың күп балалы йәш ғаиләһендә бишенсе бала булып ҡыҙҙары тыуған. Тимәк, ауылдың киләсәге бар, тигән һығымта яһалды.

Үтәгәндәр әҙерләгән концерт программаһы һәр ваҡыттағыса күңел түрҙәренә үтеп инерлек һәм сағыу булды. Туған телдә яңғыраған йырҙар, халыҡ бейеүҙәре, ауылдаштарҙың үҙҙәре ижад иткән шиғырҙары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Был көндө һауа торошоноң һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, тамашасылар бай концертты ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡарауын дауам итте. Бигерәк тә улар Менәүәрә Ишҡарина башҡарған “Хәйрүләкәй” башҡорт халыҡ йырын һәм “Баҙарға барҙым” шаян бейеүен көслө алҡыштарға күмде. “Ағиҙел һылыуҙары” ансамбленең сығышы ла күңел ҡылдарын тибрәтте, онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте.

Сара һуңында барыһы ла “Башҡортостан тирмәләре” компанияһы һәм “Юлдаш” радиоһы ойошторған респуб­лика уйынында яулап алған башҡорт тирмәһендә әҙерләнгән һыйлы өҫтәл артында һыйланды.

Үтәгән ауылында клуб та, китапхана ла, урам сәхнәһе лә юҡ, әммә быларҙың барыһы ла уларға кәртә булып тормай. Үҙҙәренең кесе һәм ҙур Ватанын һөйөүсе, ҡайнар йөрәкле, ҙур талантлы һәм киң күңелле ауылдаштарҙы ошо бәләкәй генә тирмә һәр саҡ үҙенә һыйындыра.

Һеҙҙең шундай дәрт-дарманлы булыуығыҙ өсөн рәхмәт, үтәгәндәр!

Абдрахман вариҫтары
Абдрахман илен ҙурлап,
Йыйылдыҡ беҙ байрамға.
Шундай осрашыуҙар кәрәк
Фекер туплап, кәңәшләшергә.
Тыуған ауыл, тип йән атҡан
Бар саҡта кешеләре.
Һәр кем керетһен өлөшөн
Һаҡларға тыуған ерен.
Күҙең йомоп, ҡулың һелтәп
Ҡуйһаң хәҙер оноторҙар,
Алырҙар булғанын да.
Кәрәкмәгән әйбер кеүек
Ҡалдырырҙар ташлап та.
Абдрахман вариҫтары
Бирешмәҫ юҡҡа ғына.
Ожмах кеүек ошо ерҙә
Тыуғандар тиккә генә.

Үтәгәнем
Ағиҙелдең буйында
Бер ауыл бар Үтәгән.
Болондары, урмандары
Уға һәр саҡ йәм биргән.
Үтәгәндең матурлығын
Һүҙ менән әйтеп булмай.
Һөйләһәң дә ышанмаҫтар,
Күҙ менән килеп күрмәй.
Ҡанатлы итте Банатты
Үтәгән сөгөлдөрө.
Абдрахман батырлығын
Һөйләй тарих биттәре.
Әҙәбиәт, фән диңгеҙен
Үҙ итте Роберт, Ғайсалар.
Илһам алып данлы ерҙән
Тыуҙы роман, парсалар.
Исмәғил, Хәниф роле
Данға күмде Әхәтте.
Үтәгәндә тыуғанғалыр
Күрҙе бындай хөрмәтте.
Эй, Үтәгән, Үтәгән,
Кемдәр һиндә үҫмәгән?
“Үтәгәнем” тип ҡайта
Ситтә ғүмер иткәндәр.
Мәүлиҙә ТАЖЕТДИНОВА.
Иҫке Шәрәй ауылы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас