Барыһы ла Еңеү өсөн
1 Октября 2025, 06:29

Мәрхәмәтлек ерҙе ҡотҡарыр

Республикабыҙҙа, МХО-ла хеҙмәт иткән яҡташ яугирҙәргә ярҙам итеү маҡсатында, “Беҙ бергә” тип аталған хәйриә йәрминкәләре гөрләп үтә. Был күркәм сараға районыбыҙ мәктәптәре лә ихлас ҡушылды.

Мәрхәмәтлек ерҙе ҡотҡарырМәрхәмәтлек ерҙе ҡотҡарыр
Мәрхәмәтлек ерҙе ҡотҡарыр

Ҡырмыҫҡалының 2-се һанлы мәктәбе биләмәһе был көндө умарталыҡты хәтерләтте. Тырыш бал ҡорттары кеүек гөж килешеп, мәктәп уҡыусылары ата-әсәләре менән берлектә әҙерләгән тәмле-татлы аҙыҡ-түлектәре, ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән салат-ҡайнатмалары, йәшелсә-емештәре, ҡул эштәре менән һатыу итте. Ошоноң менән улар бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла ал-ял белмәй көрәшкән яҡташтарыбыҙға аҙ булһа ла ярҙам итеү теләген бойомға ашырҙы. Йәрминкәнән килгән барлыҡ килемде уҡыусылар яугирҙәргә ебәрергә ҡарар иттеләр. Сара йыр-моңға ла бай булды. Шулай итеп, күмәк көс менән 2-се мәктәп 192 000 һум аҡса йыйып, яугир яҡташтарына ебәрҙе.

Был көндө гимназияла ла йәрминкә гөрләне. Улар ҙа был сараға ентекле әҙерләнгәндәр һәм шулай уҡ 200 000 һумдан ашыу аҡса эшләп, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланылар.

- Бишауыл -Уңғар ауылында ла йәрминкә үтте. Был сараға мәҙәниәт йорто, мәктәп коллективы һәм ауыл халҡы әүҙем ҡушылды. Йәрминкәлә мәктәп уҡыусылары ата-әсәләре менән берлектә әҙерләнгән төрлө тәм-томдар, ауылдаштарыбыҙ үҙ хужалығында етештергән аҙыҡ-түлек (һөт, ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот, йомортҡа), емеш-еләк, йәшелсә, төрлө ҡайнатмалар, ҡамыр ризыҡтары, шулай уҡ ҡул эштәрен һатты. Мәҙәниәт йорто ойошторған концерт номерҙары сараға йәм өҫтәне. Килтерелгән аҙыҡ-түлек ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һатылып бөттө. Йыйылған аҡса “Ватан” хәйриә фондына күсерелде. Ә инде мәктәп уҡыусыларының күңел йылыһын биреп төшөргән һүрәттәре, хаттары яугирҙәребеҙҙең кәйефен күтәрер, еңеүгә көс өҫтәр. Хәйриә акцияһына ҡушылып, үҙ өлөшөн индергән балаларға, ауылдаштарыбыҙға ихлас күңелдән рәхмәт. Мәрхәмәтлек ерҙе ҡотҡарыр, - тигән мәғлүмәте менән бүлеште Бишауыл-Уңғар мәктәбе уҡытыусыһы Рәмилә Исхаҡова.

Тамсынан күл йыйыла тигәндәй, районыбыҙ уҡыусыларының ошо бәләкәй генә, әммә ысын күңелдән эшләнгән ярҙамы махсус хәрби операцияһына ҙур файҙа килтерер, тип ышанабыҙ. Барығыҙ ҙа афарин!

Розалия НАЗАРОВА.

Мәрхәмәтлек ерҙе ҡотҡарыр
Мәрхәмәтлек ерҙе ҡотҡарыр
Мәрхәмәтлек ерҙе ҡотҡарыр
Мәрхәмәтлек ерҙе ҡотҡарыр
Автор:
Читайте нас