

Уҡытыусы Роберт Пулатов был мөһим эшкә 8-11 класс уҡыусыларын йәлеп итте. Уҡыуҙан буш ваҡытта мәктәп уҡыусылары ҙур теләк менән мәктәпкә килеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам булһын һәм тиҙерәк Еңеүҙе яҡынайтабыҙ тигән маҡсатта үҙ өлөштәрен индерергә тырыша. Окоп шәмдәре эшләү өсөн балауыҙҙы ла уҡыусылар үҙ көстәре менән йыйылған аҡсаға һатып ала. Ошо көндәрҙә улар 250 шәм әҙерләнеләр һәм “Ҡырмыҫҡалылылар үҙебеҙҙекеләргә” штабына алып килеп тапшырҙылар. Бик тиҙҙән был окоп шәмдәре башҡа төрлө гуманитар ярҙам менән бергә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ. Тыуған илгә һөйөү һәм илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙә был фәһемле өлгө булып тора.