Барыһы ла Еңеү өсөн
23 Сентября 2025, 08:54

Хәтер баҡсаһы

Яңы Ҡыйышҡы ауылы мәктәбе янында “Беҙ бергә!” тип аталған Хәрби дан һәм Ватанды һаҡлаусыларҙың хәтер баҡсаһы асылды.

Хәтер баҡсаһыХәтер баҡсаһы
Хәтер баҡсаһы

Был баҡса ябай баҡса түгел. Бында ҡуйылған QR-код аша “Ватан геройҙары” сайтына инеп, тарихты өйрәнергә була. Ошо сайтта Тыуған илебеҙ өсөн көрәшкән ҡаһарман батырҙарыбыҙҙың исемшәрифтәре һәм фотоһүрәттәре урынлашҡан. “Росмолодежь” һәм район хакимиәте башлығының гранты ярҙамындағы әһәмиәтле проекттың йомғаҡлау ваҡиғаһы булды был сара. “Беҙ бергә” баҡсаһына 10 төп алмағас ултыртылды.

Автор:
Читайте нас