Был һәр кемдең үҙ теләге. Ҡырмыҫҡалы ауылынан «Башҡорт« ҡушаматлы яугир ҙа ил именлеге һағында тора. - Ағымдағы йылдың май айында Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар иттем. Ниңә ундай ҡарарға килдең, тип һорарһығыҙ. Алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙе йәлләнем, уларға ярҙам итергә теләнем, - ти яугир. «Башҡорт» тыумышы менән Архангел районының Архангел ауылынан. Урындағы мәктәпте тамамлағас, әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Тыуған ил алдындағы бурысын Мәскәү өлкәһендәге Наро-Фоминск ҡалаһында намыҫлы үтәп ҡайта. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Ауырғазы күп профилле һөнәрселек колледжының Архангел филиалы һөнәрселек училищеһында ашнаҡсы-кондитер белгеслеген үҙләштерә. Ул үҙ парын үҙенең тыуған ауылында осрата. Йәштәр матур итеп ғаилә ҡороп ебәрәләр. Алты балалы ишле ғаиләлә балалар бер-береһен ҡарап, ярҙамлашып, эш һөйөүсән булып үҫә. “Башҡорт” бала саҡтан балыҡ ҡармаҡларға ярата. Ҡайһы ваҡытта ниндәй балыҡ ҡапҡанын да яҡшы белә. Элек Инйәр буйына йөрөһә, хәҙер буш ваҡыты сыҡҡанда Ағиҙел буйында балыҡ ҡармаҡлай. Яҡындарын тәмле балыҡ һурпаһы менән һыйларға ярата ул. Был ғаиләлә ярҙамсыл, изге күңелле кешеләр йәшәй. Улар етем балаларға, балалар, ҡарттар йорттарына төрлө яҡлап ярҙам итергә тырышалар. Ғаилә 2018 йылда Ҡырмыҫҡалыға күсеп килә. Ер һатып алып, күркәм йорт һалып сығалар. Йорт хужаһы махсус хәрби операцияға тиклем Өфө ҡалаһында «Бетонтрейд» йәмғиәтендә водитель булып эшләй. Ир ағымдағы йылдың май айында Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Тәүҙә уны Ҡазанға ебәрәләр. Бөгөнгө көндә Түбәнге Новгород өлкәһе Мулино ауылында матди тәьминәт батальонында хеҙмәт итә. Йыш ҡына махсус хәрби операция биләмәһенә ярҙамға баралар. «Башҡорт» ҡушаматлы яугир бөгөнгө көндә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Тыуған яҡта, яҡындары янында булһа ла, ул һаман да күңеле менән алыҫта, иптәштәре янында, үҙен тыныс тормошта кеүек хис итә алмай. Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, егеттәребеҙгә имен-һау хәрби бурыстарын үтәп, тыуған йорттарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.