

"Ясный" махсус хәрби операция башланған мәлдә үк Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә уйлай. Шулай ҙа ғаилә сәбәптәре арҡаһында был ниәтенән баш тартырға тура килә, сөнки ул – дүрт бала атаһы, бәләкәй улдарына әлеге ваҡытта дүрт һәм алты ғына йәш. Ике ҡыҙы үҫеп буй еткән. Бәләкәй малайҙар бер аҙ үҫеп нығынғас, йәғни 2023 йылдың май айында хәрби контракт төҙөй һәм Даян Мурзин исемендәге батальон яугире булып китә.
Хәрби әҙерлек үткәндән һуң ул Запорожье йүнәлешендәге яуҙарҙа ҡатнаша. Быйыл март айында яугиргә снаряд ярсығы эләгеп, ҡулы яраланған. Мәскәүҙә операция эшләгәндәр. Һамар ҡалаһындағы госпиталгә барып күренеп тора. “Яраланһам да, хәрби контрактым дауам итә. Комиссия ҡарап, хеҙмәткә яраҡлы тиеү менән, тағы махсус операция биләмәһенә юлланырға уйлайым”, - ти “Ясный”.
“Арыу уҡ ваҡыт хеҙмәт иткәнһең, етмәһә, ауыр ғына яраланғанһың, барыбер кире барам тиһең. Был теләк нимәгә бәйле?” – тип һорайым яугирҙән. “Унда иптәштәрем ҡалды. Улар менән бәйләнештәмен, мине көтәләр. Еңеүҙең беҙҙең яҡта булырына шикләнмәйем”, – тип яуапланы "Ясный".
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында ла таба алаһығыҙ.
Фото "Ясный"ҙың шәхси альбомынан.
https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2025-08-11/yaugir-ipt-sht-re-yanyna-ashy-a-4345001