Даирә
+21 °С
Болотло

Атаһына ла, әсәһенә лә әйтеп тормай

Етеҙ, сос егеттең атлап түгел, йүгереп тигәндәй йөрөүенә ҡараптыр инде “Ракета” тигән позывнойҙы йәбештереп тә ҡуялар.

Атаһына ла, әсәһенә лә әйтеп тормайАтаһына ла, әсәһенә лә әйтеп тормай
Атаһына ла, әсәһенә лә әйтеп тормай

Бәләкәйҙән теремек, тиктормаҫ, әүҙем малай була Салауат. Үҫә килә был сифаты эшсән, спорт яғынан әүҙем булыуға килтерә. Бындай булмыш, әлбиттә, ауыл ерендә тыуғандарҙың күбеһенә хас. Һүҙ үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға контракт төҙөп киткән Бөрйән районы Исламбай ауылы егете - 2004 йылғы Салауат Үтәғолов тураһында.

Мәктәптә үк үҫмер үҙен физик яҡтан көслө әҙерлекле икәнлеген күрһәтә, төрлө спорт ярыштарынан, концерттарҙан ситтә ҡалмай. Сараларҙа ҡатнашып призлы урындар яулауы тураһында уның күп һанлы грамоталары, миҙалдары һөйләй. Яҡындарының тыуған көндәрендә уларға йыр бағышлап ҡотлауы тураһында ла һөйләп ғәжәпләндерҙе туғандары. Йәйҙәрен ауылда күп мал аҫраған олатаһы менән өләсәһенең уң ҡулы, ярҙамсыһы ла була ул.

 9-сы кластан һуң Салауат ауыл хужалығы тракторист-машинисы һөнәрен үҙләштереү маҡсатында Иҫке Собханғолдағы һөнәри-техник училищеға уҡырға инә. Был уҡыу йортонда ла йәмәғәт торомошонда ҡайнай, волейбол, саңғы, йүгереү буйынса ярыштарҙа ҡатнаша. Ике йылдан һуң уҡыуын Мәләүездә тамамлай һәм шунда уҡ заводта эшләп тәжрибә лә туплай. Әүҙем егетте хәрби хеҙмәт ҡыҙыҡһындырып, үҙе үк армияға китеүен йәһәтләп йөрөй, әммә беренсе тапҡыр һаулығы буйынса  үтә алмай.

Өфөлә дауалана, унан сыҡҡас, ул был ҡарарын үҙгәртә. Йәш кенә булһа ла, илдәге хәлде дөрөҫ баһалап, алдына юғарыраҡ маҡсат ҡуя. Оҙаҡ та уйламаҫтан, ниәтен тормошҡа ашыра ла: 2024 йылдың декабрендә махсус хәрби операция биләмәһенә барыу өсөн контракт төҙөй. Был турала алдан әсәһенә лә, атаһына ла, башҡа туғандарына әйтеп тормай. Йәшһең, тәжрибәһеҙһең, тип кире дүндерерҙәр тип уйлай ул. Барыһын да хәл итеп бөткәс кенә аңғарта яҡындарына. Уларға үҙһүҙле улдарына фатихә биреүҙән башҡа сара ҡалмай.

Физик яҡтан әҙерлекле, маҡсатлы егетте Донецк өлкәһенең Макеевка ҡалаһына хеҙмәткә алалар.  Төрлө ерҙән йыйылған төрлө холоҡло кеше араһында ла ул тиҙ арала ышаныслы үҙ кешегә әйләнә. Уңғанлығы, эшкә әрһеҙлеге бында уға ныҡ ярҙам итә, хеҙмәттәштәре араһында абруйын күтәрә. Етеҙ, сос егеттең атлап түгел, йүгереп тигәндәй йөрөүенә ҡараптыр инде “Ракета” тигән позывнойҙы йәбештереп тә ҡуялар.

Әлеге ваҡытта уны Мәскәүгә пилотһыҙ осоу аппараты менән идара итеү операторына уҡытыу курсына ебәргәндәр. “Яңы һөнәрҙе тиҙ үҙләштерәм, ҡыйынлығы юҡ, әммә уны ҡулланырға тура килмәһен, тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын ине”, тип теләй Бөрйән егете. Әйткәне алдына килеп, шулай була күрһен, барыһы ла Тыуған илгә иҫән-һау ҡайтһын тип ҡушылабыҙ беҙ ҙә.

Фото: шәхси архивтан.

https://bashgazet.ru/articles/gorurlanabiz/2025-05-26/ata-yna-la-s-en-l-ytep-tormay-4250964 

Автор:
Читайте нас