Даирә
+24 °С
Ямғыр
Барыһы ла Еңеү өсөн
10 Апрель 2025, 05:33

Әсәйҙәргә бағышланды

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ойошторған “Әсәй” хәйриә концерты уҙҙы. Был тамаша телеканалда бер йылдан ашыу барған “Әсәй” телевизион программаһының герой­ҙарына – яугирҙәрҙең әсәләренә бағышланды.

Әсәйҙәргә бағышландыӘсәйҙәргә бағышланды
Әсәйҙәргә бағышланды

Ошо ваҡыт эсендә 50-нән ашыу тапшырыу эфирға сыҡҡан, уларҙың геройҙары – Башҡор­тостандың төрлө район-ҡалала­рында йәшәгән, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан улдарын ҙур сабырлыҡ менән көткән оло йөрәкле әсәләр.

Иң ғәзиз кешеләр өсөн әҙерләнгән программала бил­дәле сәхнә оҫталары – Рөстәм Ғиззәтуллин, Әлфиә Юлсури­на, Рәсүл Ҡарабулатов, Әлим Ҡәйүмов, Лилиә Ишемйәрова, Сәғиҙулла Байегет, Дияна Иш­ниязова, Фәрүәз Урманшин, Алһыу Бәхтиева, Хәсән Ус­манов, Гөлназ Ҡәҙербирҙина, Гөлсинә Мөхәмәҙиева, Фәриҙә Ғаззалова, “Премьер” төркөмө, Иҙрис Кәлимуллин һәм башҡа­лар сығыш яһай.

Театр фойеһындағы әсәй­ҙәр портреттарынан торған күргәҙмә лә тамашасыларҙы битараф ҡалдырмай. Концерт театрлашырылған тамашаға ҡоролған. Урал исемле малай атаһынан батыр ир-егет булып үҫеү тәрбиәһе ала. Бына инде ул үҫеп буй етә, һәм бер көн килеп Тыуған илде һаҡлау ихтыяжы килеп тыуғас, бик етди, өлкән­дәрсә ҡарар ҡабул итеп, үҙ телә­ге менән яуға юллана. Әсәһе­нең изге теләктәре, доғалары һаҡлай уны: ҡаты яраланып, да­уаланғандан һуң Урал – ил һаҡ­сыһы тыуған йортона аяҡ баҫа. Бында уны ғәзиз ата-әсәһе, һөйгәне шатлыҡ йәштәре менән ҡаршы ала. Балалар төркөмө башҡарыуындағы, барыһына ла бала саҡтан таныш булған “Һәр ваҡыт булһын ҡояш!” йыры менән тамамлана концерт.

- Бер йыл элек башланған проект республика кимәлендәге ҙур ваҡиғаға әүерелер тип уйла­мағайныҡ. Был сара аша Тыуған илебеҙгә тоғро улдар үҫтергән әсәйҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен ет­керергә теләнек. Матур кисәгә республиканың төрлө төбәк­тәрендә йәшәүсе 50-ләп әсәне саҡырҙыҡ. Күңелгә үтеп инер­лек тамашаны ҡарап, залда ул­тырған әсәләр шатландылар ҙа, иланылар ҙа. Тамаша барыһы­на ла оҡшаһын өсөн ныҡ ты­рыштыҡ. Проектты әҙерләүҙә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды координаторҙары ярҙам итте. Каринэ Хәбированың ки­леүе сарабыҙға тағы ла мәртәбә өҫтәне, - ти проект етәксеһе Гәүһәр Батталова.

- Телевидениела барған “Әсәй” проекты сиктәрендә районыбыҙҙан ете әсә менән тапшырыу эшләнеләр. Был тапшырыуҙарҙы төшөргән саҡта, ирекмән булараҡ миңә лә ҡатнашырға тура килде. Махсус хәрби операцияла улдары вафат булған әсәйҙәр менән тапшы­рыу эшләгән саҡта бигерәк ҡыйынға тура килде. Күмәклә­шеп илай-илай төшөрҙөк. Әсәй­ҙәргә арналған тамашаны ҡарау бәхете лә тәтене. Танылған ар­тистарға ҡушылып йырлап ул­тырҙыҡ. Яугир әсәләренә йәмле табын, бүләктәр әҙерләгәндәр ине. Райондаштарым менән күңелле ял итеп ҡайттыҡ, - ти “Әсәй” проекты шаһиты, Сахай ауылы ирекмәне Фия Хисамова.

Әйткәндәй, хәйриә сараһы билеттарын һатыуҙан килгән барлыҡ килем махсус хәрби опе­рацияла ҡатнашыусы яугирҙәр­гә ярҙамға йүнәлтелә.

 

 Рәзинә ТАҺИРОВА, яугир әсәһе, Ҡабаҡ ауылы:

- Ноябрҙә телевидение хеҙмәткәрҙәре өйөбөҙгә килеп тапшырыу төшөрҙө. Һуңы­раҡ был тапшырыуҙы телевизорҙан күрһәт­теләр. Улым өс йыл махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәй. Тапшы­рыуҙарҙа ҡатнашҡан барлыҡ әсәләрҙе хәй­риә концертына саҡырҙылар. Йөрәккә үтеп инерлек йырҙарҙы тыңлап, күҙ йәштәренә лә ирек бирҙек. Йәмле тамашанан һуң ой­ошторолған сәй табынында республикала йәшәүсе яугир әсәләре менән таныштыҡ, рәхәтләнеп аралаштыҡ, бүләктәр алып ҡы­уандыҡ. Беҙгә – яугир әсәләренә оло иғти­бар бүлгәндәре, хәлдәребеҙҙе аңлағандары, һәр саҡ беҙҙең менән бергә булғандары, шундай матур сара ойошто­роп күңелдәребеҙҙе күргәндәре, транспорт менән ярҙам күрһәткән­дәре өсөн барлыҡ ойоштороусыларға оло рәхмәтлемен. Бигерәк ҙур эш башҡарғандар, күңелдә ҡайнаған хистәрҙе һүҙҙәр менән генә аңлатып бөтөрлөк түгел. Тамашанан алып ҡайтҡан яҡшы кәйеф оҙаҡҡа етәсәк. Иң мөһиме – тиҙерәк һуғыш бөтөп, уландарыбыҙ тыуған төйәктәренә имен-һау һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтһын­дар, илебеҙ тыныс булһын!

Әсәйҙәргә бағышланды
Әсәйҙәргә бағышланды
Автор:
Читайте нас