Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләһенә тағы бер ярҙам сараһын булдырыу ҡарала. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларына өҫтәмә ярҙам сараһы тураһындағы законға үҙгәрештәр индерҙе.
Әгәр ғаиләнең башҡа ағзалары булмаһа, һәләк булған яугирҙың бәлиғ балаларына ике миллион һум күләмендә түләү алыу хоҡуғы бирелә. Түләүҙәр тигеҙ өлөштә башҡарыласаҡ.
Шулай ҙа бәлиғ булмаған балалар өҫтөнлөклө хоҡуҡтан файҙалана, сөнки улар матди ярҙамға нығыраҡ мохтаж. Закон республика етәксеһе Радий Хәбировҡа ҡул ҡуйыуға ебәрелгән.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.