Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
13 Февраль , 14:08

Халыҡ берҙәмлегендә – Еңеү!

Үҙенең бай тарихы һәм мәҙәниәте менән бөйөк ил булараҡ, Рәсәйебеҙ һәр ваҡыт берҙәмлек һәм ярҙам итеүҙең уникаль мәлдәре менән дә дан ала. Был бигерәк тә махсус хәрби операция кеүек етди хәлдәр ваҡытында асыҡ күренә.

Халыҡ берҙәмлегендә – Еңеү!
Халыҡ берҙәмлегендә – Еңеү!

Әлеге мәлдә донъяла күп кенә төрлө фекер алышыуҙар һәм тәнҡит булыуға ҡарамаҫтан, илебеҙҙә ысын мәғәнәһендә­ге илһөйәрлек һәм берҙәмлек күҙәтелә. Халҡыбыҙ йөрәктәрен ғорурлыҡ һәм өмөт менән тул­тырыусы күп миҫалдар менән дә раҫлана.

Яҡташтарыбыҙҙың төрлө хәйриә акцияларында һәм кон­церттарында әүҙем ҡатнашыуы ла ошондай оло ярҙам сарала­рының иң сағыу миҫалдарының береһе булып тора.

Олокүл ауылының мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре “Халыҡ берҙәмлегендә – Еңеү” тип аталған хәйриә концерты ойошторҙолар. Ул Ватанды һаҡлаусы­лар, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылдарын асыуға арналды.

Илһөйәрлек тойғоһо менән һуғарылған сараға ауыр ваҡыт­тарҙа илебеҙ тыныслығы һағын­да тороусыларға ярҙам итергә теләгән һәм бар көсөнән ярҙам итергә әҙер булған яҡташтар йыйылды.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре иһә сәхнә түрендә илһөйәр­лек һәм Ватанға һөйөү рухын күтәрҙе.

Концерт программаһын “7 нота” вокаль-инструменталь ансамбле “Һалдат” йыры менән асты. Тамашасылар залында рух берҙәмлеге мөхите хаким­лыҡ итте. Тыуған илгә һөйөү тураһындағы йырҙарҙы һәм шиғырҙарҙы, халыҡ бейеүҙәрен, ғөмүмән, һәр сығышты тамаша­сылар дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алды һәм оҙатып ҡалды.

Олокүл мәҙәниәт йортон­да үткән бер сара ла беҙҙең та­лантлы ауылдаштарыбыҙҙың – “Бәләкәс” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, Балалар сәнғәт мәктәбенең “Йәйғор” бейеү коллективы, Ильяс Йосопов, Валентина Емсина, Рима Ғә­зизова, Рәзилә Сәлимова, Рәй­лә Латипова, Зөһрә Вәхитова, Йондоҙ Бикташева, Игорь Ба­ранченко, Зөлфиә Абдуллина, “Ләйсән” вокаль коллективы сығыштарынан тыш үтмәй.

Мәҙәниәт йорто фойеһын­да Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының илһөйәрлек темаһына бағышланған һүрәт­тәре, “Патриот” штабының күр­гәҙмәһе ҡуйылды.

Еңеү өсөн эшләнгән һәр беребеҙҙең өлөшө, һәр бер һүҙ һәм эш – ул дөйөм маҡсатҡа аҙым. Бындай берҙәмлек – иле­беҙҙең ысын байлығы, һәм нәҡ шул беҙҙе көслөрәк итә! Беҙҙең хәйриә концерты шундай уйҙар менән йомғаҡланды.

Тамашаны алып барыусы­лар сарала әүҙем ҡатнашыусы­ларҙың барыһына ла рәхмәт бел­дерҙе. Был концертта йыйылған аҡса (13910 һум) һәм башҡа бар­лыҡ әйберҙәр махсус хәрби опе­рацияға ярҙам итеү өсөн “Па­триот” штабына тапшырылды.

Ләйсән НӘЗИРОВА,

Олокүл ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни

ойоштороусыһы.

Халыҡ берҙәмлегендә – Еңеү!
Халыҡ берҙәмлегендә – Еңеү!
Халыҡ берҙәмлегендә – Еңеү!
Автор:
Читайте нас: