Ойоштороусылар был сараға ентекле әҙерләнгән, һәр нәмә алдан һәм ныҡлап уйланылған – иң тәүҙә илебеҙ тыныслығы өсөн һәләк булғандар иҫтәлегенә Еңеү паркында сәскәләр һалынды, уларҙың рухтарына арнап доға ҡылынды.
Иҫке Бәпес ауылы клубы фойеһында ла илһөйәрлек рухы сағыла. Бында темаға ярашлы китаптар, матбуғат баҫмалары, хәрби ҡомартҡылар күргәҙмәләре урынлаштырылған. Махсус хәрби операцияға бағышланған мөйөштән дә кеше өҙөлмәне.
Сараның хөрмәтле ҡунаҡтары – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары һый менән тулы өҫтәл янына ултырыу менән күңелдең иң нескә ҡылдарын тирбәтерлек, йөрәктәрҙе тетрәндерерлек, күҙҙәрҙе йәшләндерерлек әҙәби-музыкаль композиция тәҡдим ителде. 8-се класс уҡыусыларының “Кейек ҡаҙ юлдары”, Гүзәл Ғәлиуллинаның “Улыма”, Илдар Хәсәновтың “Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын” йырҙары һәм ауыл апайҙары башҡарыуындағы моңло йырҙар, Фирүзә Абдуллинаның үҙенең уҡыусыһы Андрейға арнап яҙған йөрәккә үтеп инерлек шиғыры, яуҙа ҡатнашҡан яҡташтар тураһында экранда күрһәтелгән яҙмалар бер кешене лә битараф ҡалдырманы.
Тантанала ҡатнашыусы рәсми ҡунаҡтар – район-ара мәшғүллек үҙәге начальнигы Шамил Хафизов, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторҙары Ғәлиә Бикбаева менән Роза Кириллова, Иҫке Бәпес ауылы Советы хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфуллин, психолог Регина Плаксицкая махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында һөйләнеләр, һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Еңеү менән килһен был яҙҙар, яҡындарыбыҙ имен-һау һәм тиҙерәк тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар, тип типте был сарала ҡатнашыусыларҙың һәр береһенең йөрәге.
Рина НОҒОМАНОВА:
- Бындай сарала тәүге тапҡыр ҡатнаштым. Быға тиклем дә саҡыралар ине, тик барырға форсат теймәгәйне. Бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла илебеҙ тыныслығын яҡлаған яугирҙәрҙең ғаиләләре өсөн ошондай саралар бик кәрәк, тип уйлайым. Бында мин үҙемә кәрәкле, файҙалы бик күп мәғлүмәткә эйә булдым. Үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарым да бар ине. Район-ара мәшғүллек үҙәге начальнигы Шамил Хафизовҡа шәхсән мөрәжәғәт иттем һәм үҙемдең барлыҡ һорауҙарыма тулы яуап алдым. Шулай уҡ башҡа белгестәр менән дә кәңәшләштем. Тыуған илдәре өсөн башын һалған батырҙарыбыҙҙы хәтергә алдыҡ, һәйкәлгә сәскәләр һалдыҡ, уларҙың рухына доға ҡылдыҡ. Яҡташтар күңел түрҙәренә үтеп инерлек концерт программаһы күрһәттеләр, һыйлы табын да әҙерләгәндәр. Шундай матур, файҙалы сара ойоштороусыларға оло рәхмәт әйткем килә. Тормош иптәшем һәм башҡа барлыҡ яугирҙәр тыуған төйәктәренә иҫән-имен, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ.
Альбина ХОҘАЙҒОЛОВА: - Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларын, беҙҙең кеүек тол ҡалған ҡатындарҙы бер урынға туплап, хәлдәребеҙҙе белгәндәре, кәңәштәре һәм кәрәкле мөһим мәғлүмәттәре менән бүлешкәндәре өсөн ныҡ ҡыуандым. Был сарала илһөйәрлек рухы шул тиклем көслө сағылды. Һәр һорауыбыҙға яуап бирергә һәм ярҙам итергә әҙер торған район белгестәренә, беҙҙең өсөн шундай йәмле сара ойоштороусыларҙың барыһына ла сикһеҙ рәхмәтлемен. Ватанды һаҡлаусылар, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылында ғына түгел, киләсәктә лә Тыуған иле өсөн көрәшкән, һәләк булған батырҙарыбыҙҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын онотмаҫтар, ярҙамдарынан ташламаҫтар, тигән өмөт менән йәшәйем. Иң мөһиме, илебеҙҙә тыныслыҡ һәм именлек булһын! Махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланып, ут эсендә йөрөгән яугирҙәр өҙөлөп көткән ата-әсәләре, туғандары, балалары, һөйгән йәрҙәре янына иҫән-һау һәм тиҙерәк әйләнеп ҡайтһындар!
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.