Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылының мәҙәниәт йортонда эшләп килгән "Серле кейеҙ" коллективы йөндән билбауҙар баҫа башланы. Был хаҡта ауыл мәҙәниәт йорто директоры Гөлназ Сурина хәбәр итә.
"Быйыл, Башҡортостанда 2025 йыл Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына арналған "Беҙ бергә!" акцияһында Вәзәм ауылының "Серле кейеҙ" түңәрәге оҫтабикәләре егеттәр өсөн Ватанды һаҡлаусылар көнөнә йөн билбауҙар баҫтылар. Алла бирһә, беҙҙең ҡул йылыһы егеттәргә барып етһен, ел- ямғыр, бәлә-ҡазанан һаҡлаһын!" - тигән ул.
Афарин, Вәзәм уңғандары!
Фото һәм сығанаҡ: "Бәләкәй Арыҫланғол ауыл клубы" төркөмөнән
Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите