Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
7 Февраль , 11:05

«Ғаилә ҡунаҡханаһы»нда һәр һорауға яуап табылды

Район Мәҙәниәт һарайында “Ғаилә ҡунаҡханаһы” тигән ҙур сара уҙҙы. Ул быйыл иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналды.

«Ғаилә ҡунаҡханаһы»нда  һәр һорауға яуап табылды
«Ғаилә ҡунаҡханаһы»нда һәр һорауға яуап табылды

Сара ҡунаҡтарын – Ҡыр­мыҫҡалы ауыл Советы биләмәһе буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын фойела илһөйәрлекте сағыл­дырған күргәҙмә ҡаршы алды. Буш ваҡыттарын әрәм итмәй­енсә, күптәр шунда уҡ маски­ровка селтәре үрергә тотондо. Ойоштороусылар иһә кескәй балаларҙы уйын майҙансығына әйҙәне.

Мәҙәниәт һарайының икен­се ҡатындағы һүрәттәр күр­гәҙмәһен ҡарап үткәс, сарала ҡатнашыусылар һый менән тулы түңәрәк өҫтәл янына ул­тырҙы. Район хакимиәте башлығы­ның социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбае­ва сараны асып:

- Илебеҙ Президенты Влади­мир Путин Указы буйынса 2025 йыл Рәсәйҙә Ватанды һаҡлау­сылар йылы тип иғлан ителһә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан быйылғы йыл республикабыҙҙа Махсус хәрби операцияла ҡатнашы­усыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы итергә ҡарар ителде. Бөгөн һеҙ барлыҡ һорауҙарығыҙға ла яуап табырһығыҙ, тип ышанам, - тине.

- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре менән осрашыуҙы ошондай форматта башлап ебәрәбеҙ. Районыбыҙ ҙур, шуға күрә бар­лыҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен бер юлы йыйыу мөмкинлеге юҡ. Шуға ла беҙ 16 ауыл Советы буйынса айырым йыйылыштар үткәрергә ҡарар иттек. Бөгөнгө осрашыу файҙалы булыр, тип ышанам. Һеҙҙең барлыҡ һо­рауҙарығыҙға ла яуап табырға, проблемаларығыҙҙы хәл итергә тырышасаҡбыҙ. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыл­лығын билдәләгән 2025 йыл махсус хәрби операцияла ла Еңеү йылы булыр, тигән ыша­ныс менән йәшәйбеҙ. Еңеүҙе яҡынлаштырырға ярҙам итеүсе махсус хәрби операцияла ҡат­нашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә дәүләт төрлө ярҙам саралары билдәләне, - тине үҙенең сығышында район хакимиәте башлығы Әлфир Са­биров.

Район белгестәренән тыш был сарала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йый­ылышы – Ҡоролтай депутатта­ры Тимерғәле Ураҙғолов менән Юлия Краснова, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарының хәрби комиссары Рөстәм Вәли­тов ҡатнашты.

Бөгөнгө көндә көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булған мутлашыусылар темаһы ла сит­тә ҡалманы. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ла үҙҙәренең төрлө алдаҡ тәҡ­димдәре менән шылтыратып йонсоталар. Был турала РФ Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары Динар Сәйфуллин һөйләне.

- Былтырғы йылға эшлән­гән анализ күрһәтеүе буйын­са, Ҡырмыҫҡалы районы мут­лашыусыларға 10 миллион 694 мең һум аҡса күсергән.

Был инде Ҡырмыҫҡалы районы халҡының ай һайын мутлашыусылар иҫәбенә берәр миллион һум күсереп тороуын билдәләй. Шулай уҡ ошо арала бик әүҙемләшеп киткән мут­лашыусылар махсус хәрби опе­рацияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарына һәм әсәйҙәренә шылтыратҡан осраҡтар ҙа тер­кәлде. Уларға ышанып, аҡса күсереү осрағы ла булды. Бын­дай кешеләр менән һөйләш­мәҫкә, шунда уҡ телефонды һүндерергә кәрәк. Уларға ыша­нырға, бер ниндәй ҙә код әй­тергә ярамай. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бер ниндәй ҙә эске эштәр хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең таныҡлыҡтарының фотоһын һеҙгә ебәрмәйәсәк. Улар бер ҡасан да һеҙгә шылтыратып, аҡ­сағыҙҙы хәүефһеҙ иҫәпкә күсе­регеҙ, тип әйтмәйәсәк. Банктарҙа ундай хәүефһеҙ иҫәп юҡ, - тигән кәңәштәрен еткерҙе, һаҡ булырға өндәне.

Әлфир Фәрхәт улы ла был һүҙҙәргә ҡушып, төрлө миҫал­дар аша бер кемгә лә ышан­маҫҡа, ят кешеләрҙең шылты­ратыуҙарына яуап бирмәҫкә, бындай осраҡтарҙа хәрби ко­миссариатҡа йәки полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итергә, махсус хәрби операция­ла ҡатнашыусыларҙан бурысҡа аҡса һораусылар менән дә һаҡ булырға, тигән фекерҙәрен ет­керҙе.

Артабан сара ҡунаҡтары сәй артында районыбыҙҙың төрлө өлкәһендә эшләүсе белгестәрҙең дәүләт һәм муниципаль ярҙам саралары күрһәтеү буйынса кәңәштәрен тыңланылар, тулы кимәлдә мәғлүмәт тупланылар, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һора­уҙарҙың барыһына ла яуап алды­лар.

Ҡыҙғанысҡа, махсус хәр­би операцияла ҡатнашыусы­ларҙың ғаилә ағзалары ҡайһы берәүҙәрҙең үҙҙәренә ҡарата насар мөнәсәбәттәре хаҡында ла әйтеп үтте. Шуға күрә беҙҙең һәр беребеҙ тирә-яҡтағыларға иғтибарлы, ихтирамлы булырға кәрәклеге хаҡында онотмаһа ине.

Шулай уҡ сараға килеүселәр төрлө ярҙам күрһәтеүселәрҙең, иғтибарһыҙ ҡалдырмағандарҙың барыһына ла оло рәхмәттәрен белдерергә лә онотманылар.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре был көндө йәмле концерт про­граммаһы ла әҙерләгәйне.

Беҙ ҙә, 2025 йыл – Ватан­ды һаҡлаусылар йылы, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы, илебеҙҙә тағы бер Еңеү йылы булып хәтеребеҙҙә ҡалыр тигән уй-теләктәр менән янабыҙ һәм уның тормошҡа ашырына ҙур ышаныс менән йәшәйбеҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Автор:
Читайте нас: