Илебеҙҙә Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү дауам итә. 2025 йылдың Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителеүе бик тә урынлы.
Уға ярашлы, ошо көндәрҙә Бишауыл-Уңғар ауылы мәҙәниәт йортонда (етәксеһе – Фәһимә Ғаяз ҡыҙы Абдрафиҡова) мәктәп менән берлектә “Беҙ бергә” исемле кисә-концерт ойошторолдо. Сараны Һәүәләй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Тимур Әхәт улы Ғәләүетдинов асты. Мәктәп уҡыусылары һәм ауыл халҡы таҡтаташ янында сәскә һалып, яу яланында ятып ҡалған егеттәребеҙҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Артабан улар “Хәтер шәме” яндырып, Бөйөк Ватан һуғышында, шулай уҡ Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған фотолар күргәҙмәһе менән танышып, батыр яугирҙәребеҙҙе хәтергә төшөрҙө.
Ауылдаштарыбыҙ Әлфиә Хәйретдинова һәм Сәлиха Солтангилдиналар сарала ҡатнашыусыларға йөрәк түренән сыҡҡан аһ-зарҙы шиғыр юлдары аша еткерҙе. Үҙҙәренең сығыштарында тиҙерәк һуғыш бөтөп, ерҙә тыныслыҡ урынлашыуын, ир-егеттәребеҙҙең тыуған яҡтарына еңеү менән ҡайтыуын теләне. Концерттың шиғырҙар һәм һағышлы йырҙар менән үрелеп барыуы күңелдәрҙе тетрәндерҙе.
Тыныс тормошта тауыш-тынһыҙ ғына йәшәп ятҡан ябай яҡташтарыбыҙ ысынбарлыҡта шундай ҡыйыу, арыҫлан йөрәклеләр икән. Уларҙың тиңһеҙ батырлығы һәммәбеҙҙә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Ошондай саралар ойоштороу балаларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй, тик берҙәм һәм бергә булғанда ғына дошманды еңеүгә ышаныс булыуы хаҡында иҫбат итә.
Рәмилә ИСХАҠОВА, Бишауыл-Уңғар урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.