Районда башҡаларҙың тормошона битараф булмаған изге күңелле кешеләрҙең йәшәүе ҡыуаныслы. Был кешеләрҙең тырышлығы, ауыр ваҡытта беҙҙең егеттәр өсөн бик ҙур ярҙам.
“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының 31-се командованиеһы исеменән хәрбиҙәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәткәндәре өсөн Ефремкин ауыл биләмәһенән Гөлнур Ишемғоловаға һәм Тимур Абдрахмановҡа Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Ирекмәнлек ярҙамы өсөн Оборона министрлығының 1602-се хәрби клиника госпиталенең 4-се филиалы командованиеһының шундай уҡ Рәхмәт хаты менән Ефремкин ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наталья Иванова бүләкләнде.
Иҫке Муса ауыл хакимиәте башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова “Атайсал – кесе Ватаным” проектын ғәмәлгә ашырыуҙа индергән өлөшө һәм әүҙемлеге өсөн Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйып ебәреүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Илтуған ауылынан Рәфит Килдейәровҡа “Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлексәһенең һәм шундай уҡ ярҙамы өсөн Ринат Бухмастовҡа БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Райондаштарыбыҙҙың ярҙамы яугирҙәребеҙгә көс өҫтәр, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға булышлыҡ итер. Беҙ уларҙы Еңеү менән көтәбеҙ. Илдә тыныслыҡ урынлашһын, барыбыҙ ҙа имен булайыҡ.
Гөлсәсәк Аласова.