Даирә
+6 °С
Облачно

Ғаилә бәхете - берҙәмлектә

Ғаилә - ул мөхәббәт, хөрмәт, бер-береңде аңлау хакимлыҡ иткән сихри донъя. Һәр өйҙә лә шат йөҙҙәр, бәхет булырға тейеш. Ошондай донъяла йәшәүсе бәхетле һәм өлгөлө ғаиләләрҙең береһе - Ҡырмыҫҡалы ауылынан 45 йыл бергәләп матур тормош юлынан барған Раиса һәм Миңлейәр Байгилдиндар менән таныштырып үткем килә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғаилә бәхете - берҙәмлектәҒаилә бәхете - берҙәмлектә
Ғаилә бәхете - берҙәмлектә

Уларҙың үҙенсәлеге - ике төрлө мәҙәниәт, ике тел вәкиле булған пар юлдарында осраған ҡаршылыҡтарҙы бергә еңеп, ғүмер юлынан ҡулға-ҡул тотоношоп баралар.

Миңлейәр Әкрәм улы Үтәгән ауылы егете булһа, Раиса Васильевна Һыуыҡ-Шишмә ауылы ҡыҙы. Улар үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлап һәм хөрмәтләп йәшәйҙәр.

- Ғаилә - ғүмер бүләге, уны һаҡларға тырышырға кәрәк. Һәр кем өйөндә үҙҙәренә генә хас уңайлы, күңелле мөхит тыуҙырырға тейеш. Шатлыҡ өсөн сәбәптәр күберәк булһын. Ундағы йылылыҡтан һәр кем үҙенә көс ала, - ти хужабикә.

Байгилдиндарҙың танышыу тарихы, тормоштары нисек бәйләнеүе, юлдарын да килеп сыҡҡан кәртәләрҙе нисек хәл итеүҙәре хаҡында һорашам.

Ҡыҙ Өфө педагогия училищеһының художество-графика факультетын бөтөп, йүнәлеш буйынса Үтәгән мәктәбенә эшкә ебәрелә. Яңыраҡ ҡына армиянан ҡайтҡан егет йәш уҡытыусыны күрә һәм бер күреүҙән сибәр ҡыҙға ғашиҡ була. Егет иһә киң күңеллелеге, тормошто яратыуы, ҡыйыулығы, йомартлығы, ша янлығы менән башҡаларҙан айырылып тора, ғөмүмән, ҡыҙға уның ирҙәрсә холҡо оҡшай. Күп тә үтмәй, дуҫтарса аралашыу  башлана, һәм улар бер-береһенән башҡа йәшәй алмаясаҡтарын аңлап, ғүмер юлын бергә үтеү өсөн ғаилә ҡорлар. Бер-бер артлы өс балалары – баһадир улдары һәм сәскә кеүек ике ҡыҙҙары донъяға килә.

Башҡа милләт булғас, атай-әсәйҙәрегеҙ, туғандарығыҙ ҡаршы булманымы, тигән һорауҙы бирәм.

- Ике яҡтан бер кем дә ҡаршы булманы, тиһәм була, шулай ҙа әсәйем ныҡлы уйланыңмы, тип әйтеп ҡуйғайны. Аҙаҡ, танышҡандан һуң, буласаҡ кейәүенең тәртипле кеше булыуын аңланы, - ти Раиса Васильевна.

- Ул саҡта, бәлки, ғаилә ҡороуҙы хупламау ҙа булғандыр. Ә беҙ никахы быҙҙың бәхетле буласағын иҫбатланыҡ. Иң мөһиме, хөрмәт һәм аңлашыу, беҙ бер-беребеҙҙе тыңлап-аңлап йәшәргә өйрәндек, - ти ҡатынының һүҙҙәренә ҡушылып ғаилә башлығы.

Шулай ҙа йәштәрҙең бәхетенә арҡыры төшөүсе булмай. Ике яҡтан да уларҙы яҡшы ҡабул итәләр. Был пар бергәләп ике мәҙәниәтте, ике телде ихтирам итеп ғүмер кисерә. Балалары ла рус теленән тыш, башҡорт һәм сыуаш телдәрен белеп, ата-әсәләренең милләттәре менән ғорурланып үҫә. Барыһы ла яҡшы тәрбиәләнеп, юғары белем ала. Тимур Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтендә эшләп, льгота буйынса хаҡлы ялға сыға һәм Газпромда хеҙмәт итә. Елена тәүҙә банкта эшләй, әлеге ваҡытта - эшҡыуар. Уларҙың икеһе лә Рәсәй Эске эштәр министрлығының иҡтисади хәүефһеҙлек буйынса Академия бөтөргән. Лилиә БДУ-ның география факультетын тамамлап, Израилдә йәшәй, үҙ эше менән шөғөлләнә. Барыһы ла ғаиләле, уңыштары менән ҡыуандырып торалар. Шулай уҡ олатай һәм өләсәйгә ете ейән-ейәнсәрҙәре лә шатлыҡ бүләк итәләр.

- Балаларҙы тәрбиәләүгә бик яуаплы бурыс итеп ҡараныҡ. Уларҙы эшһөйәр, әхлаҡлы  шәхестәр итеп тәрбиәләргә тырыштыҡ, шулай уҡ тел мәсьәләһенә лә иғтибар иттек. Балаларыбыҙҙы кескәй саҡтан толерантлы итеп үҫтерҙек. Туған телдәребеҙҙе өйрәнергә мәжбүр итмәһәк тә, уларға һөйөү тәрбиәләнек. Мин гел рус телендә һөйләштем, туған сыуаш телен дә онотмай аралаштым. Аталары минең менән дә, балалар менән дә гел башҡортса һөйләште. Мин үҙем башҡорт, татар телдәрен аңлайым һәм һөйләшә лә беләм. Шулай уҡ диндәребеҙҙе лә ихтирам итеп, барыһын да үҙ миҫалыбыҙҙа күрһәттек: балаларыбыҙ кесе йәштән дини байрамдарҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы белеп үҫте. Ислам диненең Ураҙа, башҡорт халҡының Һабантуй байрамдарын, Ҡөрьән уҡытыу, ҡорбан салыу йолаларын, христиан диненең Пасха, Троица кеүек байрамдарын белеп, ҡатнашып үҫтеләр. Был байрамдарҙы һәр саҡ көтөп алып, өлкәндәрҙе, туғандарҙы ҡотлайбыҙ. Байрамдарыбыҙҙың икеләтә булыуы бигерәк тә яҡшы!

Ике милләт кешеһе ғаиләлә толерант булырға, һәр фекерҙә һаҡ булырға тейеш. Шуныһы ҡыҙыҡ, электән улыбыҙ Тимур һәм ҡыҙыбыҙ Елена үҙҙәрен ысын башҡорт тип иҫәпләһә, Лилиә бәләкәй саҡта үҙен рус ти торғайны, - ти Раиса Васильевна.

Һөйләшеү барышында Байгилдиндарҙың һөнәрҙәре хаҡында ҡыҙыҡһынам. Ғаилә башлығы Миңлейәр Әкрәм улы водитель һөнәренә уҡый, шунан хеҙмәткә алына. Армиянан һуң, тәүҙә аэропортта водитель-крансы, шунан Юл төҙөү идаралығында водитель була. Артабан һәләтле йәш егет йүнәлтмә буйынса Мәскәү төҙөлөш институтына ситтән тороп уҡырға ебәрелә. Диплом алғас, саҡырыу буйынса райондың ведомствонан-тыш һаҡ хеҙмәтендә, аҙаҡ оҙаҡ йылдар эске эштәр органдарында участковый булып хеҙмәт итә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә, миҙалдар ала.

Раиса Васильевна ҡырҡ йыл хеҙмәт стажы булған мәғариф уҙаманы, уларҙың утыҙын район үҙәгенең 1-се мәктәбендә балаларға тарих, черчение, рәсем дәрестәренән уҡытыуға бағышлай. Әйткәндәй, ул белемен камиллаштырып, Бөрө педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Тырыш, ныҡышмалы хеҙмәте өсөн “БР мәғариф отличнигы” билдәһенә эйә була. Ул “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе булыуға ла өлгәшә.

Байгилдиндарҙың тормош юлын бер-береһенең байрамдарын, йолаларын хөрмәт итеп,  ул уҡ ваҡытта үҙ телдәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен юғалтмайынса үтеүҙәренә һоҡланмайынса мөмкин түгел. Бына шулай ғаиләлә аңлашыу, хөрмәт булғанда донъя йөгөн икәү тартыу еңелерәк. “Һәр кемдең үҙ фекере була. Уй-теләктәребеҙҙе уртаға һалып уртаҡлаштыҡ, бергә хыялландыҡ, бергә пландар төҙөп, уларҙы тормошҡа ашырырға тырышып йәшәнек һәм йәшәйбеҙ, - ти Байгилдиндар.

Әлеге ваҡытта улар район үҙәгендә йәшәһәләр ҙә, ирҙең тыуған ауылы Үтәгәндә атай  нигеҙендә үҙҙәре төҙөгән йорттарына яҙҙан көҙгә тиклем барып йөрөйҙәр. Ундағы  баҡсаларында нимә генә үҫтермәйҙәр! Ихаталарында матур итеп төҙөлгән аласыҡ һәм фантазия менән эшләнелгән беседка ла һоҡланыу уята. Беседканың үҙенсәлеге – ул бейектә, ҡайын ағасы олонона беркетелеп эшләнелгән. Бейек күтәрмәнән менеп, бынан гүзәл тәбиғәткә: урам эргәһенән борғоланып аҡҡан Ағиҙел йылғаһына, ҡуйы урмандарға, сикһеҙ яландарға ҡарап ләззәт һәм рухи көс алаһың...

Тормош дауам итә, илгә хеҙмәт иткән мәлдәр үтеп китеп, икеһе лә хаҡлы ялға сыға. Миңлейәр Әкрәм улы хаҡлы ялда булһа ла, эшен дауам итеп, БР Транспорт һәм юл хужалығы министрығында һаҡсы булып хеҙмәт итә. Ир Үтәгән ауылындағы йорттарында умартасылыҡ менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Хаҡлы ялдағы Раиса Васильевна ла күпме мәшәҡәттәр араһынан ваҡыт табып, “Ҡырмыҫҡалы үҙебеҙҙекеләргә” волонтерҙар штабына ҡушыла. Илһөйәр ҡатын махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам итеүҙе үҙенең мөҡәддәс бурысы итеп иҫәпләй. Милләт-ара никах өлгөһө булған был парға артабан да күптәргә өлгө булып, сәләмәтлектә, балаларының уңыштарына ҡыуанып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә булһын!

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Автор фотоһы.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас