Даирә
+21 °С
Облачно

Ҡыйыу яугир ҙә, өлгөлө тренер ҙа, иң яҡшы атай ҙа ул

Ҡайһы бер кешеләр менән күрешеп-аралашҡандан һуң тормош яҡтыраҡ кеүек күренә, күңелдә изге тойғолар ҡала. Әлмир Үлмәҫҡоловты ла тап шундай кешеләр рәтенә индерер инем. Ул асыҡ, изге күңелле, йылмайып ҡына һөйләшә. Ғаиләһе, тыуған ауылы, тыуған илгә илһөйәрлеге тураһында һөйләгәндә лә ул ихласлығын йәшермәй.

Ҡыйыу яугир ҙә, өлгөлө тренер ҙа, иң яҡшы атай ҙа улҠыйыу яугир ҙә, өлгөлө тренер ҙа, иң яҡшы атай ҙа ул
Ҡыйыу яугир ҙә, өлгөлө тренер ҙа, иң яҡшы атай ҙа ул
Бала сағы һәм таянысы
Әлмир Сәғит улы Яңы Ҡыйышҡы ауылында өләсәһе тәрбиәһендә үҫә. Ата-әсәһе ауырыу сәбәпле, иртә вафат булғандан һуң, өләсәй-олатайҙары йәш ярымлыҡ Әлмир һәм өс йәшлек апаһы өсөн таяныс та, өлгө лә, иң яҡын кешеләре лә була. Бөгөн Вәрисә инәй Ғайсинаға 90 йәш, хәҙер инде ул ейәне Әлмирҙең ғаиләһе менән бергә ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер кисерә. Тормош матурлығына һөйөнөп, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә кәңәш-фатихаһын биреп, тормоштарына йәм-ҡот өҫтәй.
Әлмир бала саҡтан спортҡа тартыла: гер спорты, көрәш, саңғыла йөрөү, волейбол менән шөғөлләнә. Шөғөлләнеп кенә ҡалмай, ярыштарҙа ла ҡатнашып, призлы урындар яулай. Мәктәптә биология, рус теле фәндәрен, физкультураны ярата. Артабан Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжына уҡырға инә һәм ташсы һөнәрен үҙләштерә. Ә һуңынан Өфө урман-техника техникумын ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Уҡып бөткәндән һуң физик яҡтан ныҡ, мыҡты кәүҙәле егетте һауа-десант ғәскәрҙәренә алалар. Хәрби хеҙмәттә ул 2004-2006 йылдарҙа Дмитрий Донской исемендәге Суворов орденлы 51-се гвардия Парашют-десант Ҡыҙыл Байраҡ полкында үтә. Егет ант ҡабул итеп, зәңгәр берет кейгәс, яугир булыуҙың һәм үҙ илен һаҡлауҙың етди бурыс икәнен яҡшы аңлай.
Армиянан ҡайтҡас, Әлмир төҙөлөш ойошмаһына эшкә урынлаша. 2008 йылда үҙҙәренең ауыл ҡыҙы Венераға өйләнә, бер йылдан ғаиләне йәмләп улдары Арсен тыуа. Ғаилә башлығы байтаҡ йылдар Себерҙә эшләгәндән һуң “ГлавБашСтрой” йәмғиәтенә ҡайтып эшләй башлай. Шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, 2022 йылдың сентябрендә уны өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡыралар. Ул быны бурысы итеп тыныс ҡабул итә.
 
Тормошо икегә бүленә
"Мин үҙ илемде яратам, шуға күрә уны яҡлап сыҡтым, - ти Әлмир Сәғит улы. Олатайым менән өләсәйем миңә Бөйөк Ватан һуғышы фронтына беренсе булып киткән һәм һуғышта һәләк булған олатайым тураһында йыш һөйләне, илһөйәрлек беҙҙең ҡанда бар.
2022 йылдың декабрь башында Әлмир, үҙенә «Али» позывнойын алып, кесе сержант дәрәжәһендә махсус хәрби операция зонаһына инә. Өс айҙан һуң уның төркөмө миналы яланға барып сыға. Әлмир ҡаты яралана.
- Яраланғандан һуң ҡан һиптергән аяғымды жгут менән тартып бәйләнем, беҙҙе быға өйрәткәндәр ине. Минең эргәмдә булғандарҙың ҡайһы берәүҙәре ярсыҡтарҙан яраланды, әммә төркөм иҫән ҡалды. Беҙҙе ғүмеребеҙҙе тиҙ арала килеп еткән иптәштәребеҙҙең эвакуациялауы ғына ҡотҡарҙы. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ерҙең һәр квадрат өлөшөнә миналар һуғылған булған», - тип хәтерләй Әлмир Үлмәҫҡолов.
Егеткә тәүге ярҙамды яҡындағы Рубежный дауаханаһы табиптары күрһәтә. Һуңынан Луганскиға алып сығалар, дүрт көн унда булғандан һуң Белгородтағы иң ҙур хәрби госпиталдәренең береһендә бер аҙна дауалана. Артабан Санкт‑Петербургтағы госпиталдә яугирҙең аяғын ампутациялайҙар.
Был уның өсөн ҡаты һынау була, әммә эргәһендәге бының ни тиклем ауыр икәнен аңлаусы палаталаш иптәштәре уға төшөнкөлөккә бирелмәҫкә ярҙам итә. Көслө ихтыярлы яҡташыбыҙ үҙен ҡулға алып, физик күнекмәләр эшләүен дауам итә, бар тырышлығы менән протезда йөрөргә өйрәнергә тырыша. Артабанғы реабилитацияны ул республикала үтә. Һәр яҡлап та таянысы булған ҡатыны уны госпиталдән үҙе барып ала.
Егет өләсәһен ҡайғыртырға теләмәй, шуға күрә өйгә инер алдынан “аяҡ менән киткәс, аяҡ менән ҡайтырға кәрәк” тип, ҡултыҡ таяҡтарын соланда ҡалдырып инә. Бер мәлгә булһа ла, ул барыһы ла элеккесә булып күренеүен теләгәндер, моғайын. Өләсәһе уны күҙ йәштәре менән ҡаршы ала. Был күҙ йәштәрендә сикһеҙ мөхәббәт тә, ейәне өсөн ҡурҡыу ҙа, уның тере булыуына һөйөнөс тә сағыла.
 
 
Спорт – тыныс тормошҡа ҡайтыу юлы
Тыуған йортона ҡайтып, бер аҙ хәл йыйып алғас та, Әлмир Сәғит улы файҙалы эштәр менән шөғөлләнә башлай. Улы Арсен уҡыған урындағы мәктәпкә осрашыуҙарға барып, уҡыусылар менән илһөйәрлек буйынса әңгәмәләр үткәрә. 
Был әңгәмәләр балалар өсөн генә түгел, үҙе өсөн дә мөһим булып сыға: балалар күҙендә ул ихлас ҡыҙыҡһыныу күрә, ә уларҙың һорауҙарында — дөрөҫ яуапҡа өмөт.
Ошолар менән илһамланып, Әлмир урындағы клубта волейбол секцияһын асырға ҡарар итә. Уның тәрбиәләнеүселәре район ярыштарында ла сығыш яһай. Балалар менән шөғөлләнгәндә бөтә ауырлыҡтарҙы онотам, ти яугир.
Әйткәндәй, волейбол секцияһын асырға ярҙам иткәндәре өсөн ул “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалының район буйынса социаль координаторҙары Ғәлиә Бикбаеваға, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге етәксеһе Руслан Хәйертдиновҡа, тренер Илнур Бикташевҡа, Яңы Ҡыйышҡы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнзиә Өмәтҡоловаға рәәхмәтле.
Әлеге ваҡытта Әлмир Сәғит улы яңынан сафта, тик хәрби түгел, ә спорт һәм остаздар сафында. Ул балаларҙы өйрәтә, үҙе лә ярыштарҙа ҡатнаша, барыһы ла ғорурлана алырлыҡ һәм өлгө булырлыҡ итеп йәшәй.
Махсус хәрби операция ветераны “Ватан һаҡсылары” кубогы ярыштарында ҡатнаша, Өфөләге Рима Баталова исемендәге Башҡортостандың спорт әҙерлеге үҙәгендә Башҡортостан командаһы составында ултырып волейбол уйнай, пауэрлифтинг ярыштарында үҙ көсөн һынай, призлы урындар яулай. Уҙған йыл Башҡортостан республикаһы йыйылма командаһы составында Сочи ҡалаһында «Ватанды Һаҡлаусылар Кубогы» финалында ҡатнаша.
Күптән түгел уға Мәскәүҙә терәк‑хәрәкәт аппараты зарарланған хәрби хәрәкәттәр ветерандары араһында пауэрлифтинг буйынса тәүге халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыу бәхете тейҙе. Әрмәнстан, Вьетнам, Гана, Гвинея‑биссау, Һиндостан, Камерун, Кот‑дивуар, Нигерия, Эфиопия һәм Рәсәйҙән илленән ашыу спортсы ҡатнашҡан киң күләмле сарала Башҡортостандың йөҙөн яҡлауы тураһында Әлмир ғорурланып һөйләй.
- Төрлө илдәр вәкилдәре араһында республиканан бер үҙем ҡатнашыуым бик тулҡынландырҙы, шундай юғары кимәлгә өлгәшеүемә шатмын. Призлы урын яуламаһам да, үҙемдән көслө спортсылар менән танышыу һәм аралашыу артабан тағы ла тырышыбыраҡ шөғөлләнергә дәртләндерҙе. Атмосфера айырыуса иҫтә ҡалырлыҡ ине - бөтә ваҡыт дауамында команда рухы булды, барыһы ла бер-береһе өсөн көйҙө һәм ярҙам итте, - тип уртаҡлашты ул.
“Спорт - ул тыныс тормошҡа ҡайтыу һәм яраҡлашыу", - тип ышана Әлмир. Һәм был һүҙҙәрҙе ул үҙенең шәхси өлгөһөндә күрһәтә, дисциплина, хәрәкәт, балалар менән эшләү, ғаиләһе тураһында хәстәрлек күреү аша ул аҙым артынан аҙым яһап, яңы тормош ҡора. Был тормошта ауыртыуҙарға ла, шатлыҡтарға ла, ҙур эштәргә лә урын бар.
Сентябрь айында Әлмир Сәғит улы ветерандар араһында пауэрлифтинг буйынса халыҡ-ара ярыштарға әҙерләнә. Уға бар район халҡы менән бергә ышаныслы алымдар һәм лайыҡлы һөҙөмтәләр теләйбеҙ.
Ситтән ҡарағанда, Әлмир Үлмәҫҡоловтың тормошо ябай һәм аңлайышлы: йорт, ғаилә, күнекмәләр, балалар менән шөғөлләнеү. Ләкин был тыныс, көндәлек тормош артында икенсе хәҡиҡәт тә йәшәй, был хәҡиҡәтте ул йәшермәй ҙә, тәүге планға ла сығармай. Ул үҙенең хәрби дуҫтарын онота алмай. Айырыуса бергә уйнап үҫкән, мәктәп йылдары, уртаҡ хыялдар берләштергән, үҙе менән бер көндө махсус хәрби операцияға алынған класташы Радик Йөҙлөкбаевты йыш иҫкә ала. Был хәтирәләр ваҡыт менән юйылмай, күңел төпкөлөндә ҡала.
Мобилизацияға эләккәс, бер нисә айҙан әйләнеп ҡайтырбыҙ тип һөйләшеп барҙыҡ. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улай булып сыҡманы. Батырҙарса һәләк булған ауылдашым һәм башҡа хәрби дуҫтарым бер ҡасан да онотолмаясаҡ. Уларҙың күпме эшләнмәгән эштәре, бойомға ашмаған хыялдары ҡалды, - тип моңһоуланып һөйләй Әлмир.
Яугир ергә тыныслыҡтың тиҙерәк килеүен һәм барыһы ла бәхетле булыуын теләй. Был һүҙҙәрҙә пафос юҡ - тынлыҡтың һәм тыныслыҡтың хаҡын белгән кешенең ихлас, тәрән теләге генә.
 
Ғаиләһе көс бирә
Әлмир Үлмәҫҡоловтың ғаиләһе - ышаныслы тылы. Улдары Арсен Өфө медицина колледжының икенсе курсында уҡый. Улының медицина юлын һайлауы менән ул ихлас ғорурлана, кешеләргә ярҙам итеү – сауаплы һәм изге эш тип һанай.
Ҡатыны Венера Ризуан ҡыҙы ҡалала эшләй, ул һәр ваҡыт Әлмирҙең бөтә башланғыстарын хуплай һәм йыш ҡына: «беҙ һинең менән» тип ҡабатлап тора. Уның был һүҙҙәре уға ҡанат ҡуя, яңынан-яңы еңеүҙәр яуларға көс бирә. Тап ошо яҡындарының ышанысы уға тормошҡа ҡайтыу ғына түгел, ә 
уны башҡаларға ҡарағанда ла яҡшыраҡ итеү көсөн бирә.
Әйткәндәй, Әлмир Сәғит улы үҙе лә былтыр студент статусын алды - Башҡортостан физик культура институтында уҡый башланы. Артабан ул балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләргә ниәтләй.
Ошо көндәрҙә Әлмир Үлмәҫҡолов менән ғорурланыр өсөн тағы бер сәбәп өҫтәлде, ул «Атай ҡаһарманлығы» VII республика йәмәғәт наградаһы конкурсында еңеүсе булды. Был юғары йәмәғәт наградаһын республиканың Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре ҡулынан алыу - ҙур хөрмәт.
Әлмир Сәғит улы өсөн атай булыу - терәк булыу тигәнде аңлата. Был уның бар эштәрендә лә күренә: медицина колледжында уҡыған улы Арсенды маҡсатҡа ирешеүсән итеп тәрбиәләй, өлкән йәштәге өләсәһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә, башҡаларға ярҙам итеү көсөн таба: балаларҙы өйрәтә, секциялар аса, «Батырлыҡ» проектында ҡатнаша һәм үҙенең миҫалы менән ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкинлекте иҫбатлай.
Әлмир Сәғит улын «Атай ҡаһарманлығы» наградаһы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Хеҙмәтегеҙ, сабырлығығыҙ һәм районыбыҙҙың барлыҡ балаларына өлгө күрһәтеүегеҙ өсөн рәхмәт. Алда тик тыныс күк һәм изге эштәр генә булһын!

Гөлсәсәк Аласова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас