

Бер быуат эсендә ниҙәр генә күрмәгән, ниҙәр генә кисермәгән Йәүһәрә Әҙеһәмова. Шулай ҙа тыл уҙаманы үҙенең бөгөнгө тормошо менән ҡәнәғәт һәм килененең матур донъяһының түрендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
Йәүһәрә Фәттәх ҡыҙы тыумышы менән хәҙерге Көйөргәҙе районы Абдул ауылынан. Үҙ заманының барлыҡ ауырлыҡтарын татып, туғыҙ балалы ишле ғаиләлә үҫә ул. Күрше Яҡуп ауылында дүрт класс белем алғас, ата-әсәһенә ярҙам итеп, ҡулынан килгән барлыҡ эшкә тотона. Йәйҙәре бесән эшләү, мал көтөү, утау кеүек мәшәҡәттәр менән үтһә, иртә яҙҙан һал менән ағас сығарыу эшенә йәлеп ителә, төндәрен ҡарауылға ҡуйыла.
ФЗО-ла (фабрика-завод уҡыуы) белем алғандан һуң йәш ҡыҙ тәүҙә прицепсы була, һуңынан тракторға ултырып ер һөрә, иген ташый, көҙҙәрен комбайнда иген ура. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Силәбелә фронт өсөн торф сығарыу эшенә ебәрелә. Шулай уҡ Өфөлә трамвай юлдарын һалыуҙа ҡатнаша. Тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтҡас, хеҙмәт юлын колхозда дауам итә.
- Район үҙәгенән Абдулға тиклем 30 саҡрым араны йәйәү атланыҡ. Аяғым шешеп китеп, саҡ ҡайтып еттем, - тип иҫкә ала ул саҡтарҙы.
1955 йылда яҙмыш еле Йәүһәрә Фәттәх ҡыҙын Үзбәкстанға, Ҡарағалпаҡ АССРына алып килә. Бында ул ашнаҡсы, иҙән йыуыусы булып эшләй, төҙөүсе булып эшләгән Генжебай Атажановҡа кейәүгә сыға. Ғаилә үҙҙәренең улдарына иптәшкә тип тәрбиәгә алған ҡыҙҙары менән бергә матур тормош көтәләр. Улдары Ринат Атажанов Херсон педагогия институтын тамамлап, мәктәптә уҡыусыларға белем бирә. Һуңыраҡ директор вазифаһын башҡара һәм университетта ла уҡыта. 1990 йылда ул ғаиләһе менән Башҡортостанға ҡайтып төпләнә һәм өс йылдан әсәйҙәрен дә үҙ яндарына алалар.
- Тыуып үҫкән ауылым һағындыра, әлбиттә, тик хәҙер унда яҡын туғандар ҙа ҡалманы. Туғандарҙың туғандары барҙыр ҙа ул. Элек Күмертауҙа йәшәгән энекәшем килеп алып, кире килтереп ҡуя ине. Ринат улым мәрхүм булғанға 18 йыл булып китте. Киленемә рәхмәт, матур итеп ҡарай, тәмле итеп ашата. Баҡсаһын да үҫтерә, малын да ҡарай. Иҫәнлек-һаулығынан айырмаһын үҙен. Үзбәкстанда ла матур йәшәнек. Үҙең яҡшы булһаң, бар ерҙә лә кеше яҡшы. Өс тапҡыр хажға барып ҡайттым. Әле белгән доғаларымды уҡыйым. Иптәшем – тәсбих. Көнө буйы тәсбих тартып ултырам, - ти Йәүһәрә инәй бөгөнгө тормошона риза булып.
- Ҡәйнәм ныҡ уңған булды. Ирҙәр эшен дә, ҡатын-ҡыҙҙар эшен дә емертеп эшләй торғайны. Көслө булды, ауыр ҡапсыҡтарҙы ла күтәрә ине. Аш-һыуға ла оҫта булды. Әле режим менән генә йәшәй: йоҡларға иртә ята, иртә тора. Бик аҙ ғына һәм яратҡан ризыҡтарын һайлап ҡына ашай. Туҡмас ашын ныҡ ярата. Сәләмәтлегенә әллә ни зарланып бармай. Аллаға шөкөр, үҙе йөрөй, үҙе ашай, миңә бер ауырлығын да һалмай, - тип һүҙгә ҡушыла уның килене Земфира Шакир ҡыҙы.
Әйткәндәй, йәш сағында Йәүһәрә инәй сирле кешеләрҙе лә дауалаған, имләгән. Әбейҙең боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кеүек яулығын һәр саҡ яҙып ябыныуы бигерәк тә оҡшаны.
Бөгөнгө тыныс булмаған тормошто уйлап, Йәүһәрә инәйҙең:
- Төшөмдә бер кеше эргәмә килеп, ҡыҙҙар сәстәрен ялбыратып йөрөмәһен, йыйып йөрөһөндәр, шул саҡта һуғыш бөтәсәк тип әйтте. Шуны гәзит уҡыусыларға ла еткерһәгеҙ ине, - тигән һүҙҙәрен әйтмәйенсә булдыра алмайым.
Күпте күреп, күпте кисергән, бөгөнгө көндә ейән-ейәнсәрҙәренең һәм бүлә-бүләсәрҙәренең яратҡан өләсәйе булып бәхетле ҡартлыҡ кисергән Йәүһәрә Әҙеһәмованы Хоҙай сәләмәтлектән айырмаһын.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.