

Уларҙың икеһе лә тыуған ауылдарында ҡалып, үҙ хужалыҡтарында тырышып донъя көтә һәм етеш тормошта йәшәй. Уңған хужаларҙың бынамын тигән донъяһына ҡарап һоҡланып туймаҫлыҡ.
Саньяровтар ябай хеҙмәт кешеләре ғаиләһендә донъяға килә. Тыуған ер менән бәйләнеш, ауыл тормошона тоғролоҡ, әлбиттә, ата-әсәнән һәм ғаиләләге тәрбиәнән. Зәбир ағай һәм Нәсимә апай бөтә биш балаһын да эшһөйәрлеккә өйрәтеп үҫтерә, яҡшы тәрбиә бирә. Ғөмүмән, һүҙем тыуған ауылдарында йәшәгән уландары Зиннур һәм Илшат хаҡында.
Ишле ғаилә - ауыл күрке
Өлкәндәре Зиннур Бөрйән районы ҡыҙы Рәзилә менән ҡауышып, именлектә һәм татыулыҡта йәшәйҙәр. Улар шәжәрә ишәйтеп, өс улға һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр һәм балалары өсөн өҙөлөп торалар. Ҡыҙ-улдарын үҙҙәре кеүек эшһөйәрлеккә өйрәтеп, киләсәктә үҙ урындарын табырлыҡ шәхестәр итеп үҫтерергә тырышалар. Өлкәндәре Ленар аэропортта эшләй, Вилдан - Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумы, Элиза Өфө күп функциялы колледжы студенттары. Ә төпсөктәре ун йәшлек Илсур Ефремкин мәктәбе уҡыусыһы.
Элек өлгөр ир ауылда дүрт эште бергә алып бара: колхозда келәт мөдире, заправкалаусы, мәктәптә һаҡсы һәм ҡаҙанлыҡта оператор була. Колхоз һәм мәктәп бөткәс, ғаилә башлығы аэропортта коммуналь хеҙмәттә тиҫтә йылдан артыҡ хеҙмәт итә. Рәзилә - урындағы табиплыҡ амбулаторияһында техник хеҙмәткәр. Эштә йөрөһәләр ҙә, хужалыҡтарында һыйыр малдары бар, ҡош-ҡорто урам тулып йөрөй. Баҡсаларында нимә генә үҫмәй!
- Бер тәүлек эшләп, ике тәүлек ял итәм. Буш көндәрҙә ни эшләп ултырайым, рәхәтләнеп баҡсала шөғөлләнергә яратам. Емеш ағас-ҡыуаҡтары, сәскәләр үҫтерәм. Уларға ҡарап күңел һөйөнә. Сәскә үҫентеләренең артҡанын һатам да, - ти ғаилә башлығы.
Баҡсаларында нимә генә үҫмәй – буйҙан-буйға төрлө сорттағы ҡарағаттар, сейәләр, ҡурай еләге, виноград... Сәскәләрҙең дә ниндәйе генә юҡ! Аллы-гөллө сәскәләр матурлыҡ өләшеп, тирә-яҡҡа хуш еҫ тараталар.
Һүҙен дауам итеп, балалыҡ йылдарын, ата-әсәһен иҫкә төшөрҙө.
- Беҙҙең үҫкән өйҙә электән ирҙәр һәм ҡатындар эшенә бүлеү булманы. Ҡул араһына инеү менән бар эштәрҙе башҡарҙыҡ. Атайым колхозда келәт мөдире булғанда, мин уға эйәреп йөрөп, ашханала ярҙам да итешә инем. Һигеҙенсе класты бөткәс, төҙөлөш бригадаһында йөрөнөм. Армиянан һуң да шунда эшләп алдым. Үкенескә, атай-әсәйҙәребеҙ арабыҙҙа юҡ инде. Әммә ғүмер биреп, тәрбиәләгәндәре, беҙҙе эшкә өйрәтеп үҫтергәндәре өсөн уларға ныҡ рәхмәтлебеҙ. Рухтарын шатландырып, ғәзиздәребеҙгә бағышлап Ҡөрьән аяттары уҡытып торабыҙ, - тип һөйләне Зиннур Зәбир улы.
Йорт хужабикәһе Рәзилә Рәис ҡыҙы изгелекле, сабыр, кеше йәнле кеше. Уға ҡояш йылыһына тартылғандай тартылаһың, тиҙәр хеҙмәттәштәре һәм дуҫ-иштәре. Аш-һыуға оҫта ҡатын ҡамыр аштарын, салаттарҙы, шулай уҡ милли ризыҡтарҙы тәмле итеп әҙерләп, яҡындарын һыйларға ярата. “Үҙең әҙерләгән аҙыҡҡа етәме ни. Ризыҡ уңһын өсөн күңел йылыһын да һалырға кәрәк”, - ти ул.
Бер-береһен хөрмәт итеп, эштәрен, башланғыстарын хуплап, Рәзилә менән Зиннур Саньяровтар тырышып, тирә-яҡты балҡытып донъя көтәләр. Бына тиҙҙән, 23 августа, был парҙың бергә йәшәүенә 30 йыл була. Улар ынйы туйҙарын иң яҡын кешеләре менән бергәләп билдәләйәсәктәр.
Аҡ һөнәргә эйә
Райондың һәр хужалығында уның ғорурлығы булған хеҙмәткәрҙәре бар. Илшат – шундай уңғандарҙың береһе. Ул оҙаҡ йылдар ауылдарындағы фермала алдынғы машина менән һауыу операторы була. Артабан хужалыҡ тарҡалғас, “Уңыш” йәмғиәтендә яратҡан эшен дауам итә.
- Һауынсы булып эшләгән әсәйемә ярҙамлашырға гел фермаға йөрөнөм. Һигеҙенсе кластан һуң каникул ваҡытында эшләй алғанымды күреп, минең бер үҙемә бер төркөм 53 һыйыр бирҙеләр. Шулай берәй һөнәр алырға бер ҡайҙа ла китмәй, ҡалырға тура килде. Бында ферма бөткәнсе 23 йыл эшләнем. Әлеге ваҡытта инде биш оператор бер сменала ике мең ярым һыйырҙар һауабыҙ, - ти ул.
Илшат Зәбир улы ла донъяһын сынъяһау итеп, тырышып донъя көтә.
Саньяровтар ихлас күңеллелектәре, яғымлылыҡтары, ярҙамсыллыҡтары менән кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итә. Улар һәр атҡан таңға һөйөнөп, бөтә нәмәнән йәм табып, киләсәккә ышанып, татыулыҡта, берҙәмлектә матур итеп йәшәйҙәр.
Һәр кем яҙмышын үҙе яҙа: кемдер сит тарафтарҙы һайлай, кемдер йәнтөйәген мәңгелек итеп, унан һут, көс алып ғүмер кисерә. Саньяровтар ҙа ауылдарының ҡотон һаҡлап, ғәзиз ерем тип янып, йән атып йәшәүселәрҙән.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.