Даирә
+17 °С
Дождь

Парлы йәшәүҙәргә ни етә!

Һәр ауыл үҙенең күркәм ғаиләләре менән дан тота. Алайғыр ауылынан Ғилмановтар ҙа бәхетле, матур ғүмер кисерә. Ғаиләнең барлыҡҡа килеүенә быйыл көҙгә 41 йыл тула.Уларҙың ихаталарына килеп инеү менән иҫ киткес хозурлыҡҡа, төҙөклөккә һоҡландыҡ. Ҙур күркәм йорт, матур итеп төҙөлгән ҡаралтылар, күҙҙе ҡамаштырған, хуш еҫ бөрккән төрлө-төрлө сәскәләр...

Парлы йәшәүҙәргә ни етә!Парлы йәшәүҙәргә ни етә!
Парлы йәшәүҙәргә ни етә!
Бында ысындан да тынғыһыҙ, уңған, булдыҡлы хужалар йәшәгәне күренә. Ир урамда ниҙер эшләп йөрөй ине. Йортҡа индек, бында уңайлы шарттар тыуҙырылған заманса бүлмәләр. Һәр нимә үҙ урынында, тәртип һәм бөхтәлек күҙгә ташлана. Аш-һыу бүлмәһендә хужабикә һөт айырта ине.

Пар күгәрсендәр кеүек
Бер ауылда тыуып үҫкән Сәлимә Юныс ҡыҙы һәм Фәнис Ғәли улы бер-береһен бала саҡтан уҡ беләләр. Улар бер мәктәптә уҡып, дуҫ булып үҫә, шуға тормошҡа ҡараштары ла тап килә.
Егет армиянан ҡайтҡас, йәштәр ата-әсә фатихаһын алып, йыл ярымдан сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Ике йәш йөрәк матур хыялдар менән ең һыҙғанып, тырышып донъя көтөп китә. Тәүҙә иҫкерәк өй һатып алып йәшәй башлайҙар. Бында бер-бер артлы ике улдары донъяға килгәс, тормоштары тағы ла матурланып китә. Шунан тырышып, ҙур йорт һалып сығалар. Һәр эште бергә кәңәшләшеп башҡара улар. Шуға ла донъялары матур, һоҡланырлыҡ.
Ғүмер йылдары ағымһыуҙай ағыла. Был йылдар эсендә күпме юлдар үтелгән, яңылыҡтар, үҙгәрештәр була. Берҙәм, уңған ғаилә замана елдәре килтергән ауырлыҡтарҙы лайыҡлы үткәреп, еңеп, алға бара. Хәҙер бар нимә лә етеш, тормоштары түңәрәк уларҙың. Тырышҡан кешеләр барыһын да булдыра шул. Ғилмановтар ғаиләһе дүрт тиҫтә йылдан ашыу бер бөтөн һәм бер-береһенә ныҡлы терәк булып йәшәй.
Эйе, бер-берең менән аңлашып, кәңәшләшеп, тырышып йәшәмәһәң, уңыштарға ирешеп булмайҙыр. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигәндәй, улдары ата-әсә өлгөһөндә матур тәрбиә алып үҫеп, үҙҙәре лайыҡлы тормош көтә.
- Тормош булғас, төрлө саҡтар була. Балаларҙы үҫтергәндә ауырлыҡтар ҙа, аҡсаһыҙлыҡ та бар ине. Барыһы ла үтте. Улдарыбыҙ үҙҙәренә оҡшаған һөнәрҙәр алып, ғаиләләре менән йәшәйҙәр. Улар хәл белергә, ярҙам итергә ҡайтып торалар. Балаҡайҙарыбыҙҙың уңыштарына һөйөнөп, ейән-ейәнсәрҙәрҙе һөйөп йәшәүе ҙур бәхет, - ти Сәлимә Юныс ҡыҙы.
Уның һүҙҙәренә ғаилә башлығы ҡушыла:
- Үҙ-ара мөнәсәбәттәр, берҙәмлек, бер-береңә ышаныс аңлашыуға нигеҙләнә. Шул саҡта ғына һәр кем бәхетле, - ти ул.

Изге һөнәр эйәһе
Сәлимә Юныс ҡыҙы - Алайғыр табиплыҡ амбулаторияһы хеҙмәткәре. Ул Салауат медицина училищеһында шәфҡәт туташына уҡып, йүнәлтмә буйынса районға ҡайта. Район үҙәк дауаханаһының терапия бүлексәһендә һөнәре буйынса эшләй. Өс йылдан һуң уның тырышлығын, эште еренә еткереп башҡарыуын күреп, өлкән шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләйҙәр. Көсө ташып торған йәш белгес баштан аяҡ эшкә сума. Артабан яңылыҡҡа ынтылған, яңы ерҙәрҙе күрергә теләгән ҡыҙ Нефтекама ҡалаһына китеп, ҡала дауаханаһының реанимация бүлексәһендә йылдан артыҡ эшләп өлгөрә. Дуҫлашып йөрөгән егете Фәнис Ғәли улы ҡулын һоратҡас, тыуған ауылына ҡайтырға тура килә. Нисек кенә булмаһын, тыуған яҡ та барыбер үҙенә тарта. Алайғыр дауаханаһына урынлаша, аҙаҡ тәжрибәле тип процедура бүлмәһенә алалар. Артабан оҙаҡ йылдар өлкән шәфҡәт туташы булһа, хәҙер 29 йыл инде участка терапевының уң ҡулы. Әле лә ул эшенән йәм һәм тәм табып эшләй.
- Заман башҡа, заң башҡа, тигәндәй, һәр осорҙа үҙгәрештәр була. Элек эш икенсерәк ине. Ҡайнатылған системалар, уколдар менән эшләнек. Хәҙер документация күп. Нисек кенә булмаһын, бурысыбыҙ – кешеләрҙе дауалау. Эшемде бик яратам. Ҡанға һеңгән – бына һаман хеҙмәтемде дауам итәм. Бына 1 августа дөйөм эш стажыма 46 йыл була, - ти ул.
Изге һөнәр эйәһе үҙ бурысын яҡшы үтәүе, кешеләргә ихлас, алсаҡ булыуы менән ихтирам ҡаҙана.
Сәлимә Юныс ҡыҙы эшендә яҡшы белгес булһа, ғаиләһендә йорт усағын һаҡлаусы хужабикә. Уның бөхтәлеген, аш-һыуға оҫталығын һәр кем белә. Ҡул эштәрен дә яратып башҡара. Элек әйбер бик булмағанлыҡтан, ғаилә ағзаларының һәр береһенә кофталар бәйләп кейҙереп тора.
Әйткәндәй, Сәлимә Юныс ҡыҙы күп балалы ғаиләлә иң кесеһе була. Атаһы Юныс Әғзәм улы ветеринария фельдшеры була, әсәһе Асия Солтанғәле ҡыҙы колхозда төрлө эштәрҙә – баҫыуҙарҙа 
сөгөлдөр үҫтерә, тауыҡ фермаһында, ырҙын табағында эшләй, ашханала ашарға бешерә. Ата-әсә көнө буйы эштә булғанда бар эш балаларға төшә. Кескәй саҡтан хеҙмәткә һөйөү һалына. Атаһының малдарҙы дауалауы, дарыуҙар, ветеринария инструменттары ҡыҙыҡ тойола, өйҙәрендә йыш ветеринар йыйылыуы оҡшай. Бәлки, быларҙың барыһы ла ошо һөнәрҙе һайларға этәргес булғандыр.

Алтын ҡуллы ир
Фәнис Ғәли улы иретеп-йәбештереүсе һөнәрен алып, ауылдарындағы Ленин исемендәге колхозда, артабан исеме үҙгәртелгән “Сулпан” хужалығында эшләй. Ул иретеп-йәбештереүсе генә түгел, бер юлы электрик, тракторсы, иҫәпсе хеҙмәттәрен дә башҡара. Барыһына ла өлгөрә. Хужалыҡ тарҡалғас, ун йыл аэропортта самолеттар заправкалаусы була.
Ир эшендә намыҫлы хеҙмәт итһә, шәхси хужалығында ла тырышып донъя көтә. Ниндәй эшкә тотонһа, шуны булдыра - балта оҫтаһы ла, ташсы ла ул. Уның оҫта ҡулдары күркәм йорт төҙөй, ихатала беседка, мунса, аҙбар һәм башҡа ҡаралтыларҙы үҙ ҡулдары менән булдыра. Кескенәнән өйрәнеп, бар эште яҡшы белгән кеше өсөн былар бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай.
Әле ул хаҡлы ялда, ихлас итеп хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнә.

Күңелдә хөрмәт һәм һоҡланыу
Матур йәшәргә теләһәң, көс һалырға кәрәк. Ғилмановтарҙың аҙбарында малдар булһа, баҡсаһында ниндәй генә емеш ағастары һәм йәшелсәләр үҫмәй. Ҡош-ҡорт та тәрбиәләйҙәр. Әйткәндәй, гәзит-журналдар уҡырға яратҡан ғаилә был ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоронда приздар уйнатыуҙа ҡатнашып, ун бройлер себеше отҡайны. Уларҙы үҙҙәренеке янына ҡушып ебәргәндәр икән.
- Ауыл ерендә йәшәгәс, үҙебеҙ үҫтергән емеш-еләкһеҙ, малһыҙ һәм ҡош-ҡортһоҙ йәшәп буламы ни! Ауыл тормошоноң йәме шунда бит. Тыуған еребеҙҙә йәшәүебеҙ менән дә бәхетлебеҙ, – ти улар.

Яҙмам геройҙары бәхеткә сорналған ғаиләлә йәшәү өсөн парлаша, һәм уларҙың йәшлек хыялдары тормошҡа аша. Киләсәктә лә бәхетле, тыныс ғүмер юлы теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас