Даирә
+20 °С
Облачно

Бәхетле һәм татыу йәшәү сере

Һалйығот ауылынан Фәйзуллиндар ғаиләһе 56 йыл бергә татыу ғүмер итә. Мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан ауылдың ғына түгел, барлыҡ райондың да биҙәге булған, оҙаҡ йылдар бергә ғүмер йомғағын һүткән үрнәкле ғаилә тураһында бәйән итмәксебеҙ.

Бәхетле һәм татыу йәшәү сереБәхетле һәм татыу йәшәү сере
Бәхетле һәм татыу йәшәү сере

8 июль - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

Бәхетле һәм татыу йәшәү сере

Һалйығот ауылынан Фәйзуллиндар ғаиләһе 56 йыл бергә татыу ғүмер итә. Мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан ауылдың ғына түгел, барлыҡ райондың да биҙәге булған, оҙаҡ йылдар бергә ғүмер йомғағын һүткән үрнәкле ғаилә тураһында бәйән итмәксебеҙ.

Эшһөйәр, бөтмөр, бар нәмәгә лә өлгөрөп, балаларына ла матур тәрбиә биреп, йорт-ҡураһын да өлгөлө итеп тотҡан ғаиләләрҙең береһе улар – Надежда һәм Фидаил Фәйзуллиндар.

Тиктормаҫ, эшенән бушамаған Фидаил ағайҙы көткән саҡта Надежда апай менән һөйләшеп алдыҡ. Надежда Харис ҡыҙы тыумышы менән Псков өлкәһенән. Уның әсәһе рус милләтенән, ә атаһы башҡорт. Ҡыҙға өс йәш булғанда атаһының тыуған ауылы Мөҡсингә ҡайтып төпләнәләр. Мәктәпте тамамлағас, Мәләүез ҡалаһында һатыусыға уҡый һәм Ҡырмыҫҡалылағы китап магазинында хеҙмәт юлын башлай. Һуңыраҡ Сихонкин ауылындағы китап магазинына эшкә күсерәләр. Бына ошонда таныша ла инде буласаҡ тормош иптәше Фидаил Фәйзуллин менән, һәм 1970 йылда яңы ғаилә барлыҡҡа килә. Ғаиләле булғас Иҫке Ҡыйышҡы ауылындағы магазинда эшләп ала, шунан махсус белем алып, хаҡлы ялға сыҡҡансы Ҡабаҡ кирбес заводының ҡаҙанлығында тормош иптәше менән бергә оператор булып эшләй. 56 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер кисергән хәләл ефетен маҡтап ҡына телгә ала ул.

- Тормош иптәшемдән уңдым, шөкөр. Ул бик уңған, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Барлыҡ эште лә еренә еткереп башҡара, бер ҙә тик тормай, гелән нимәлер эшләй. Бер башлаһа, эшләп бөтөрмәйенсә туҡтамай. 81 йәштә булһа ла, һаман да нимәлер уйлап сығарып, шуны эшләп ҡуйырға тырыша. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Бына шулай һәүетемсә генә икәүләшеп донъя көтәбеҙ, - ти Надежда Фәйзуллина.

- Эйе, таң ата ла кис була, ғүмер уҙғаны һиҙелмәй ҙә. Хаҡлы ялға сыҡһам, ваҡытым күп булыр инде, рәхәтләнеп балыҡ ҡармаҡларға йөрөрмөн, тип уйлай торғайным. Пенсияға күптән сыҡтым, балыҡҡа барырға һаман ваҡыт тапмайым, йорт алдындағы эштәрҙән бушап булмай. Бер эште тамамлаһаң, икенсеһе-өсөнсөһө күренә. Барлыҡ планлаштырған эштәрҙе эшләп бөтөргә көн дә етмәй ҡала, - тип һүҙгә ҡушыла бер ҙә урынында тик тормаған уңған хужа.

Һаман ниндәйҙер эш менән булышып йөрөгән Фидаил ағайҙы саҡ туҡтатып, бер аҙ үҙенең тормош юлы тураһында һөйләргә күндерҙек.

Еңеү йылында ошо уҡ ауылда биш балалы ишле ғаиләлә 4-се бала булып тыуған ғаилә башлығы Фидаил Ғатаулла улы биш йәшендә генә атайһыҙ ҡала. Бөйөк Ватан һуғышында яраланып ҡайтҡан атаһына тыныс тормошта оҙаҡ йәшәргә яҙмай. Әсәһенә яңғыҙ биш баланы аяҡҡа баҫтырырға тура килә.

- Минең тормош юлын һөйләп кенә бөтөрлөк түгел, роман яҙырлыҡ. Кескәй саҡтан донъяның әсеһен күп татырға тура килде. Балда, майҙа йөҙөп үҫмәнек, кәлйемә лә ашаныҡ, һуғыштан һуңғы йылдарҙың ауырлыҡтарын да күп күрҙек. Ауыл халҡы көнө-төнө эшләһә лә, ул заманда ризыҡ та, кейем-һалым да мул булманы. Хәҙер, Аллаһҡа шөкөр, барыһы ла бар. Рәхәтләнеп йәшә лә, йәшә, - тип башланы һүҙен йорт хужаһы.

3-сө класҡа тиклем тыуған ауылында уҡығас, йәйәү йөрөп Иҫке Ҡыйышҡыла белем ала. Һигеҙенсе кластан һуң Өфөгә уҡырға керергә уйлай, тик буйың бигерәк бәләкәй тип уҡырға алмайҙар. Әсәһе лә улын ситкә ебәрергә теләмәй, үҙенә ярҙам итеп, янында йәшәүен теләй. Геологик разведкала эшләгән апаһы менән йәй көнө оператор ярҙамсыһы булып эшләп ала. Был эш күңеленә ята, артабан ошо йүнәлеш буйынса уҡырға теләй, тик тағы ла әсәһен яңғыҙын ҡалдыра алмай. Хәрби хеҙмәткә барып ҡайтҡас, бер аҙ фермала мал ҡараусы, заготовитель булып эшләй. Ҡабаҡ кирбес заводы төҙөлә башлағас, махсус белем алып, Стәрлетамаҡ ҡалаһында практика үтеп, ҡаҙанлыҡҡа оператор булып эшкә төшә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы бында 30 йыл тырышып эшләй. Хаҡлы ялда булһа ла тик ятмай ул, йорт алдында үҙенә көн һайын берәй эш табып ҡына тора.

- Ҡулдарың, аяҡтарың йөрөп торғанда, тик ятып буламы ни? Бер нимәне эшләп бөтһәң, тағы икенсе эшкә тотонғо ғына килеп тора. Малды бөтөрһәк тә, эш бөтмәй, - ти ул был турала.

Телгә лә маһир, шаян һүҙле лә әңгәмәсемә:

- Һөйгән йәрегеҙҙе тәү тапҡыр ҡайҙа осраттығыҙ, нисек таныштығыҙ? - тигән һорауҙы бирҙем.

- Мин ул саҡта ауыл Советында хәрби иҫәп алып барыу хеҙмәтен башҡара инем. Ҡаршыла ғына китап магазины. Унда Надежда эшләй ине. Ҡыҙҙы тәү күреүҙән үк оҡшаттым да, төрлө йомош табып йыш ҡына китап магазинына керә башланым. Йыл ярым осрашып йөрөгәндән һуң өйләнешергә уйланыҡ. Ул заманда туй үткәреүе еңелдән түгел ине. Бар халыҡ ауыр көн итә. Надежданың ата-әсәһе туйҙар үткәрергә уйлағайны ла ул, мин бер кемгә лә мәшәҡәтле булмаһын тип, атҡа ултыртып йөрөтөп киләм тигән булып, кәләште урланым да алып ҡайттым, - тип бәйән итте ғаилә барлыҡҡа килеү тарихын.

Өйләнешкәс, бер-бер артлы өс балалары тыуа йәш ғаиләнең. Һуңыраҡ кирбес заводы ҡаҙанлығында улар ирле-ҡатынлы бергә хеҙмәт итә башлайҙар. Аҙаҡ улдары ла бында эшкә килә.

Фәйзуллиндарҙың оло улдары Земфир ғаиләһе менән Һалйығотта йәшәй. Бер ул үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Айгөлдөң ғаиләһе Ҡабаҡ ауылында йәшәй. Ғаиләһендә өс балаға ғүмер биргәндәр. Ул хәҙер инде үҙе өләсәй. Кесе улдары Әлфирҙең өс балалы ғаиләһе шулай уҡ Ҡабаҡ ауылында донъя көтә.

- Аллаһҡа шөкөр, балаларыбыҙҙың һәр береһе үҙҙәре йәмле, ҙур, яҡты йорт һалып сыҡты, үҙ ғаиләләре менән татыу йәшәйҙәр. Балаларына яҡшы тәрбиә бирәләр. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәр, бүләбеҙ ҡыуандыра. Атаәсә өсөн шунан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр, - ти Фәйзуллиндар.

Әйткәндәй, Фидаил Фәйзуллиндың ҡулдары оҫта. Ул йортон әкиәттәге кеүек итеп биҙәп ҡуйған. Был һәләте баларына ла күскән. Улар ҙа матур итеп йорт һалып, гөрләтеп донъя көтәләр. Һәр береһе районда йыл һайын уҙғарылған “Өлгөлө йорт” конкурсында еңеүгә өлгәшкән.

Йорт хужабикәһе лә тик тормай, баҡса үҫтерә, яҙ көндәрендә үҫентеләрен һата, йәй көндәре ҡош-ҡорт үҫтерә. Ҡыштарын иһә буш ваҡыттарында күршеләре менән скандинав таяҡтары менән йөрөйҙәр.

- Йәй көнө эш күп, рәхәт. Ҡыш ҡыйыныраҡ. Ҡар яуһа, һөйөнөп торам. Рәхәтләнеп ҡар көрәйем. Донъяға зарланғаныбыҙ юҡ. Эш яратмағандар ғына зарлана ул. Аҡса юҡ, әйбер ҡыйбат тигән һүҙҙәрҙе уңған кешеләрҙән бер ҡасан да ишетмәҫһең. Улар эшен дә, аҡсаһын да таба. Күктән төшкәнде көтөп ятып булмай, - ти уңған хужа.

56 йыл буйына татыу ғүмер итеү серҙәре менән бүлешеүҙәрен үтендем.

- Донъя булғас, төрлө мәлдәр, төрлө хәлдәр була. Ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса бәхәсләшеп тә китәһең. Бер-береңде аңлап, хәстәрләп, кәрәк саҡта ғәфү итеп, тормош һынауҙарына түҙеп һәм шул уҡ ваҡытта тырышып донъя көтөү – шул инде бәхетле йәшәү сере, – тип яуапланы Фәйзуллиндар бер тауыштан.

Алтын һүҙҙәр. Үҙҙәре лә алтын кеүектәр генә алтын, гәүһәр туйҙарға барып етәлер.

Фидаил Фәйзуллиндың күпте күргән, күпте татыған әсәһе балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡыуанысын, матур донъяһын күреп, уларҙың хәстәрен тойоп һәм бәхетле ҡартлыҡ кисереп, 78 йәшендә донъя ҡуйған.

Шундай өлгөлө ғаилә менән танышыу – беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Бар яҡташтарына ла үрнәк улар, кәңәшсе лә, кәрәк саҡта ярҙамсы ла. Артабан да һау-сәләмәт булып, тормоштоң йәмен табып, балаларының игелеген күреп йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Бәхет ҡошо был йортто бер ваҡытта ла ташламаһын.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Бәхетле һәм татыу йәшәү сере
Бәхетле һәм татыу йәшәү сере
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас