Даирә
+17 °С
Облачно

Татыулыҡтың сере – аңлашып йәшәүҙә

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 2026 йылды Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан итте. Татыу ғаилә - бәхетле ғаилә, тиҙәр. Хаҡ һүҙҙәр. Бөгөнгө яҙмам – Ҡырмыҫҡалы ауылында күптәргә өлгө булып, бер-береһен ҡәҙерләп, ҡәҙерен белеп ғүмер итеүсе Вәлиевтар ғаиләһе тураһында.

Татыулыҡтың сере – аңлашып йәшәүҙәТатыулыҡтың сере – аңлашып йәшәүҙә
Татыулыҡтың сере – аңлашып йәшәүҙә

Балалыҡ йылдары
Татыу булыуҙарына ғына түгел, үтә лә тырыш булыуҙары һоҡланырлыҡ Нина һәм Фәрит Вәлиевтар ғаиләһенең. Дәһшәтле һуғыш йылдары үтеп, тыныс тормошта яңы йәшәй генә башлаған йылдарҙа яҡты донъяға тыуған Нина Васильевнаға бала саҡтан уҡ тормоштоң ҡырыҫ елдәренә ҡаршы торорға тура килә. Тыумышы менән ул Ефремкин ауылынан. Атаһы, һуғыштан ҡайтып бер аҙ тороу менән, 32 йәшендә сирләп үлеп китә. Әсәһе Ольга Никифоровна балалары башҡаларҙан кәм булмаһын, етемлек асыһын тоймаһын тип көндө төнгә ялғап колхоз эшенә йөрөй.
- Һуғыштан һуңғы ауыр ваҡыттар ине. Бәрәңге алмаһы ашап үҫтек беҙ. Әсәйемдең: “Һин тыуғас иллешәр грамм манный ярмаһы бирә башланылар” – тип әйткәне иҫемдә ҡалған. Әсәйемә бик күп ауыр эштәр башҡарырға тура килә. Бәлки, шуға ла ул бик иртә - 53 йәшендә үк беҙҙең арабыҙҙан китеп барҙы, - тип һүҙ башланы Нина апай. Ҡыҙ мәктәптә яҡшы уҡый. Шуға ла ҡулына аттестат алыу менән Ҡырмыҫҡалы һөнәрселек училищеһына уҡырға инеп, бухгалтер һөнәре алып сыға. Хеҙмәт юлын Салауат исемендәге колхозда хисапсы булып башлап, һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы, Механикалаштырылған күсмә колоннала бухгалтер булып эшләй. Һәр нимәне еренә еткереп башҡарғаны өсөн коллективта уны яраталар, хөрмәт итәләр. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн бирелгән Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттарының иҫәбе-һаны юҡ.

Тормош иптәше
Буласаҡ тормош иптәше Фәрит Хажиәхмәт улы менән колхозда эшләгән саҡта танышалар. Етеҙ хәркәтле, зифа буйлы, төҫкә сибәр Нинаны егет бер күреүҙә үк оҡшата, көндән-көн күңеле уға тартыла, йөрәген мөхәббәт утына һала. Нинаның башҡа милләт кешеһе булыуы ла уны ҡурҡытмай. Бер йыл дауамында мөхәббәттәрен һынағандан һуң, ата-әсәләренең ризалығын алып, йәштәр никах уҡыталар. Йомшаҡ телле, бер эштән дә ҡурҡып тормаған, һәр нимәне еренә еткереп ялт иттереп эшләп ҡуйған киленде ҡәйнәһе лә үҙ итә, тиҙ арала туғандарының да һөйөүен яулай ул.
- Ҡәйнәм менән бик татыу йәшәнек. Мине үҙ ҡыҙылай ҡабул итте. Бер ҡасан да һүҙгә килгәнебеҙ булманы. Олоғайып, түшәккә ятҡас та, уны тәрбиәләп, ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙаттыҡ. Һәйбәт ине, урыны ожмахта булһын, - ти Нина апай, ул йылдарҙы иҫкә төшөрөп.
Һәр бер һүҙен уйлап эш иткән Фәрит Хажиәхмәт улы ла күп балалы ғаиләлә бала саҡтан уҡ уй-хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә күнегеп үҫә.
- Үҙемде белгәндән бирле колхозда эшләнем. Бер көн дә тик торғаным булманы. Әсәйем Саҙиҡа Мөфтәхетдин ҡыҙы сөгөлдөр утаны, төрлө эштәргә лә йөрөнө, ә атайым һуғыштан ҡайтҡас аттар ҡараны. Был малҡайҙарға булған һөйөү миңә лә күсте. 8-се класты тамамлау менән колхозға эшкә сыҡтым: көтөүен дә көттөм, урманын да киҫтем, төҙөлөштә лә эшләнем. Ләкин малдар яратыуым көслөрәк булып сыҡты, ғүмер буйы аттар ҡараным. Үҫкән саҡта ауырлыҡтар күрҙем тип әйтә алмайым. Атайыбыҙ һуғышта алған яраларынан иртә баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң, әсәйем беҙҙе бөтә тырышлығын һалып тәрбиәләне, үҫтерҙе, етемлек асыһын тоймаһын тип көн-төн тырышты. Үҙебеҙ ҙә тормош ауырлыҡтарына бирешмәнек, тырыштыҡ, эштә сынығып үҫтек, бер туған Фәриҙә апайым да бик ныҡ ярҙам итте. Рәхмәт уларға, - ти Фәрит абзый.

Ғаиләһе
Тытыу ғаиләлә мөхәббәт емештәре булып тәүҙә улдары Фәнзил донъяға килә. Уға ике йәш тигәндә ҡыҙҙары Гүзәл, һуңынан ғаиләләрен тулыландырып Рөстәм һәм Ринат улдары тыуа. Бөгөнгө көндә уларҙың барыһы ла тормошло, үҙҙәре балалар үҫтерәләр. Нәнәй һәм ҡартатайға иң ҙур ҡыуаныс – 11 ейән-ейәнсәр, 5 бүлә-бүләсәр бүләк иткәндәр.
- Балаларыбыҙҙы бәләкәйҙән үк эш­­кә өйрәтеп үҫтерҙек, шуға был ҡатын-ҡыҙҙар йә ирҙәр эше тип тормайҙар. Бөгөнгө көндә һәр береһе үҙ ғаиләләрен булдырып, матур тормош алып баралар. Килендәрем, кейәүебеҙ ҙә аҡыллы, тәртипле булдылар, - ти Вәлиевтар, шатлыҡтарын белдереп.
Ғүмер буйы күпләп мал аҫрап, балаларына ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеп, һәр береһенә өй һалышып биргән Вәлиевтар. Шуныһы ҡыуаныслы, өс улы ла тыуған ауылында төпләнгәндәр. Инде үҙҙәре тормошло булып, атай-әсәй булһалар ҙа, тыуған йорттары һаман үҙенә тарта, сөнки унда уларҙы ата-әсәһе көтә. Тормош мәшәҡәттәренән бер аҙға арынырға, ял итергә, ваҡытлыса бала саҡтарына яңынан әйләнеп ҡайтырға һәм ғәзиз кешеләренең яғымлы йөҙҙәрен күрергә ашҡынып ҡайта улар. Шатланып, ҡыуанып, ҡаршы алып, ҙур хөрмәт күрһәтеп, ҡунаҡ итеп, оҙатып ҡала уларҙы ата-әсәһе. Был бит үҙе ҙур бәхет.

Бер түбә аҫтында - өс быуын
Бөгөн улдары Ринат, килендәре Лилиә, ике ейәндәре Фәрит ағай һәм Нина апайға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, бергәләшеп бер түбә аҫтында заманса барлыҡ уңайлыҡтары булдырылған ҙур һәм иркен йортта мул тормошта йәшәйҙәр, күп­ләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар.
- Балаларыбыҙ мәктәптә, эштә саҡта йортобоҙ буш һымаҡ, уларҙың ҡайтыу­ҙарын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Ишекте асып инеүҙәренә йортобоҙ шатлыҡ, нур менән күмелә, иҫән-һау ғына була күрһендәр балаларыбыҙ, - ти Нина апай, бәхетле йылмайып.
Бөгөн улар тормош тәжрибәһе, аҡыллы кәңәштәре менән балалары өсөн ныҡлы терәк.
- Эш, ғаилә, балалар үҫтереү, ейән-­­ейәнсәрҙәр һөйөү шатлыҡ-ҡыуаныстары менән ғүмерҙең уҙғаны һиҙелмәй ҙә. Өлкәнәйгән һайын хәтирәләр яңыра, бала саҡ, йәшлек, хеҙмәткә бағыш­ланған йылдар күҙ алдына килә. Татыу йәшәнек, берҙәм булдыҡ, ғүмер буйы эшләнек, бер-беребеҙҙең ғәйебен табыр­ға ваҡыт булманы. Әле лә шулай – һәр ваҡыт бер-беребеҙ менән кәңәшләшеп йәшәйбеҙ. Тормош һуҡмағынан атлағанда таяныр кешең ышаныслы булғанда донъя мәшәҡәттәрен, һынауҙарын йырып сығыу ҙа күпкә еңелерәк. Йәш саҡта ғүмер нисек тә үтә, олоғайған көндәрҙә бер-береңә тағын да нығыраҡ кәрәк булыуыңды аңлайһың икән. Балаларыбыҙ ҙа “әсәй”, “атай”, “нәнәй”, “ҡартатай” тип өҙөлөшөп торалар. Уларҙың яҡшы мөнәсәбәтенән ирейбеҙ ҙә китәбеҙ. Оло кешегә күп кәрәкме ни? Күршеләребеҙҙән дә уңдыҡ, һәр ҡайһыһы ярҙам ҡулы һуҙырға ғына тора, - ти бәрәкәтле ғүмер юлын һоҡланырлыҡ итеп уҙған ветерандар.

Ғүмер байрамы
Ошо көндәрҙә Нина Васильевна үҙенең күркәм байрамын – 80 йәшлек юбилейын байрам итә.
- Беҙ бөтә балалары, ейән-ейәнсәр­ҙәре уңыштарыбыҙ өсөн шатланып, ҡа­ғыларыбыҙҙы уртаҡлашып йәшәгән ғәзиз кешебеҙгә йөрәгебеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе юлларға тип йыйылабыҙ. Беҙҙең әсәйебеҙ иң күркәм сифаттарға эйә: хеҙмәт һөйөүсән, тырыш, уңған, сабыр, тәртипле, тыйнаҡ, ул беҙҙең тормошта терәк һәм кәрәк кешебеҙ. Уның наҙлы ҡарашы күңелдәрҙе иркәләй, изге кәңәштәре һәр саҡ юлдаш була, доғалары бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап йөрөтә. Беҙ уға бик рәхмәтлебеҙ. Алдағы көндәре лә шатлыҡ менән үтһен, тормош юлы оҙон булһын, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, атайыбыҙ менән бергәләшеп, иҫәнлек-һаулыҡ менән, һаман беҙгә шулай кәрәк булып йәшәһендәр ине, - ти уларҙың балалары.

Һүҙ аҙағында
Бына шундай күркәм һәм матур ғаилә йәшәй район үҙәгендә. Нина апай һәм Фәрит абзый менән ҡабаттан осрашып, йылы аралашыуыма сикһеҙ шатланып ҡайттым. Һәр ваҡыттағыса йылы ҡабул итеүҙәре, асыҡ сырайҙары һәм ҡунаҡсыллыҡтары өсөн оло рәхмәт. Киләсәктә лә бөгөнгөләй бәхетле, мул тормошта, үҙҙәре, балалары һәм яҡындары менән һау-сәләмәт йәшәһендәр, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Венера ҒАФАРОВА.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.

Татыулыҡтың сере – аңлашып йәшәүҙә
Татыулыҡтың сере – аңлашып йәшәүҙә
Автор:
Читайте нас