Даирә
+25 °С
Облачно

Изгелек өләшеп йәшәй

Бөгөнгө һүҙем Бишауыл-Уңғар ауылында йәшәгән мәғариф уҙаманы, ғүмеренең 40 йылын балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған уҡытыусы, ауылдың иң өлгөлө ағинәйҙәренең береһе Флүрә Заһиҙуллина тураһында булыр.

Изгелек өләшеп йәшәйИзгелек өләшеп йәшәй
Изгелек өләшеп йәшәй

Төрлө сараларҙа Флүрә Миң­­тимер ҡыҙының бай күргәҙ­мә­һен күргәнем бар ине. Яҡындан танышыу мөмкин булғас, һөйө­нөп осрашыуға барҙым. Йылы ҡарашлы, аҙ һүҙле, тыйнаҡ ҡына мөләйем апайға килгәс, уға ҡарата һоҡланыу хистәре бермә-бер артты. Уның өйө музейҙы хәтерләтә ине: береһенән-береһе зауыҡлы түшелдеректәр, таҫмаларҙан яһалған картиналар, кубоктар, миҙалдар, Маҡтау ҡағыҙҙары, Дипломдар, Рәхмәт хаттары, сертификаттар...
Флүрә Заһиҙуллина тәбиғәте менән дан алған, хозур төбәктә - Йомағужа һыуһаҡлағысынан биш саҡрым ғына алыҫлыҡта урынлашҡан Мәләүез районы Һыртлан ауылында ғаиләлә тәү­ге бала булып донъяға килә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа уға ла донъяның ауырлыҡтарын татырға тура килә. Атаһы армиянан сирләп ҡайтып, 34 йәшендә генә вафат була. Ҡыҙ бәләкәйҙән әсәһенә ярҙамлашып бөтә ирҙәр эшен бергә башҡара. Аң-белемгә ынтылған ҡыҙ 8-се кластан һуң Салауат ҡалаһына фельдшерлыҡҡа уҡырға инергә тип килә. Әммә яҙмыш уны икенсе яҡҡа бороп ебәрә. Йәйәү атлап китеп барғанда ул педагогия училищеһына тап була. Уйлап та тормай, унда инеп уҡытыусы булырға документтарын тапшыра. Имтихан биреп уҡыр­ға инеп тә китә. Бында рәхәтләнеп, кинәнеп белем эстәй, аң даирәһе лә киңәйә.

Мәктәп тормошо
1971 йылда диплом алғас, йү­нәлтмә буйынса районы­быҙҙың Бишауыл-Уңғар ауылында баш­­­ланғыс кластар уҡытыусы­һы булып эш башлай. “Иҫке Муса мәктәбенә барырға те­йеш инем, тик мәғариф бүлеге мөдире Мәүлетдинов ағай Бишауыл-Уңғарға математика уҡытыусыһы кәрәк, шунда барырға тине. Рононан ат менән килеп алдылар. Директор Зәкиә Низамова математикка кандидат бар, башланғыс кластар уҡытырға, тине. Тәүге тапҡыр 29 баланы беренсе класҡа алдым. Уларҙың күбеһе тик “4” һәм “5” билдә­лә­ренә генә уҡығаны хәтерҙә. Араларынан Зәлифә Бәширова (Искәндәрова) ла уҡытыусы һөнәрен һайланы, әлеге көндә мәктәбебеҙҙә уҡыта”, - тип һөйләне ул.
Сибәр ҡыҙға ул саҡта ошо мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән ауыл егете Ҡасим Фәтхетдин улы ғашиҡ була. Йәштәр оҙаҡҡа һуҙмайынса ошо йылдың көҙөндә үк тормош ҡороп ебәрә. Донъяларын йәмләп, бер-бер артлы өс балалары тыуа.
Артабан уҡытыусы ситтән то­роп БДУ-ның филология фа­культетының башҡорт бүлеген тамамлай. Әйткәндәй, уға Фәрит Бикбулатов староста бул­ған төркөмдә уҡыу бәхете тейә. “Яҙмышыма рәхмәтлемен, юлымда гел яҡшы кешеләр генә осрап торҙо”, - ти ул.
Мәктәптә башланғыс класс уҡытыусыһы булып 15 йыл эшләһә, ҡалғаны – башҡорт те­ле һәм әҙәбиәтенән. Шул арала 25 йыл уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары вазифа­һын да башҡара.
Ул эш дәүерендә талапсанлы­ғы, тырышлығы һөҙөмтәһендә үҙ эшенең оҫтаһына әүерелә, үҙен һәләтле педагог итеп күрһәтеп, мәктәптә уңыштарға өлгә­шә. Уҡыусыларының күңелен яу­лаған тынғыһыҙ уҡытыусының дәрестәре һәр ваҡыт юғары кимәлдә үтә. Балаларҙы шәхес итеп үҫтереүгә лә бар көсөн һала ул. Дәрестән тыш, уҡыусыларҙа тарихҡа, мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн мәктәптә экспонаттар йыйып, тирмә ҡуйып тыуған яҡты өйрәнеү мөйөшө булдыра. Артабан ул мәктәп музейына әйләнә.
Юғары категориялы мөғәли­мә 2007 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары” грантына лайыҡ була.

Халыҡ араһында ҡайнай
Флүрә Заһиҙуллина мәктәптә эшләргә лә, донъя көтөргә лә һәм ауыл тормошонда ҡайнап йәшәргә лә өлгөрә. Хатта механизатор-комбайнсы иренә өс йыл рәттән комбайнсы ярҙамсыһы булып та эшләй. Йәмәғәтселек эшендә ғүмер буйы әүҙем Флүрә Миңтимер ҡыҙы һайлау комиссияһы участкаһында тәүҙә ағза, артабан егерме йыл секретарь була. Шулай уҡ уны Һәүәләй ауыл Советы биләмәһендә ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе, ауыл старостаһы итеп тә һайлайҙар. Пенсияға сығып ике йыл эшләгәс, хаҡлы ялға туҡтай. Әүҙем, рухлы, талантлы, бер нимәгә лә битараф ҡалмаған уҙаман нисек өйҙә генә ултырһын инде?! Кешеләр араһында булыу, йәмәғәтселек эше - уның тормошоноң бер өлө­шө бит. Мәктәптән туҡтағас, клубҡа йөрөй башлай һәм әле лә халыҡ араһында ҡайнап йәшәй. Уның ауыл тормошонда биләгән роле баһалап бөткөһөҙ.
“Ағинәйҙәр” ойошмаһы, “Ми­раҫ” фольклор төркөмө ағ­заһы булып тора. Айырым йыр­ҙар ҙа башҡара. Репертуарын­да ха­лыҡ йырҙары ла, композитор­ҙарҙың йырҙары ла бар. Баян, мандолина музыка ҡоралдарында уйнай. Автоклуб менән берлектә яҡын-тирә ауылдарҙа ла халыҡҡа моңло йырҙарын бүләк итә.
Ул ҡул эштәренә лә оҫта. Йәш­тән бәйләргә, сигергә яра­та, шунан дәртләнеп түшел­де­­ректәр эшләргә өйрәнә, ар­та­­бан үҙ фантазияһын егеп, уларҙың рәтен тулыландырып тора. Ауылда уҙғарылған һәр мә­ҙәни сараның уртаһында ҡайнап, милли кейемдәре, би­ҙә­үестәре менән йәм өҫтәй. Ул түшелдеректәр эшләү буйынса районыбыҙ ауылдарында ғына түгел, Бүздәк, Ғафури, Иглин, Ишембай, Көйөргәҙе, Мәләүез, райондарында ла бик күп оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Шулай уҡ райондаштарға кейеҙ баҫыу серҙәрен өйрәтә. Ветеран уҡытыусы “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейем оҫталары конкурсында ҡатнашып, серти­фи­катҡа эйә була. 2021 йылда иһә “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсә­һе” исемен ала!
Туған тейешле ҡыҙ ярҙам һо­рағас, хәҙер ун ике йыл инде Өфө районы Зубово ауылындағы мәҙәниәт йортона йөрөргә лә ваҡыт таба ул. Яңыраҡ унда “Ләйсән” ансамбле менән сығыш яһап, гала-концертҡа үтәләр. Был мәҙәниәт йортонан йыр һәм ҡул эштәре менән ЮНЕСКО үткәргән сараларҙа - ике тапҡыр Мәскәү, ике тап­ҡыр Карелия, Силәбе, Свердловск, Ижевск, Симферополь фес­тивалдәрендә ҡатнашып, лау­реат исемдәренә лайыҡ була. Ғөмүмән, Флүрә Заһиҙуллина йо­лаларҙы тергеҙеү һәм һаҡлауҙа, милли мәҙәниәтебеҙгә, тарихҡа һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур эштәр алып бара. Телевидениеға ла уны бер нисә тапҡыр саҡыралар. Уҙған йыл ике тапҡыр “Башҡортостан 24” телеканалын­да “Музбазар” конкурсында ҡатнаша, Ильяс Ҡарабулатов үткәргән тапшырыу­ҙарҙа интервью бирә. Туған тел каналында ла йырлай ул.

Ял көс бирә
Ижади кешеләр эш араһында Башҡортостандың матур тәбиғәтен күрергә лә йөрөйҙәр. Ан­самбль менән йыл һайын Талпаҡ күленә, Нөгөш, Йома­ғу­жа һыуһаҡлағыстарына барып, хозур тәбиғәт ҡосағында бу­лыуҙарын телгә алды Флүрә Миңтимер ҡыҙы. Уның өсөн тәбиғәттә ял итеү үҙе бер мөғжизә: саф һауа һулап, сәйәхәттән көс, ғәйрәт, дәрт алып ҡайта. Күңелде күтәреп ҡайтҡандан һуң тағы ла эшкә тотона.

Дини белем
Яңы ғилем алыу, дини белемле булыу – бер ваҡытта ла һуң түгел. Барыһы ла кешенең теләгенең көслө булыуына бәйле. Күңеле иман менән тулы апай дини белем алыуҙы бурысы тип иҫәпләй һәм “Туҡай” мәсетендә ике йыл ислам нигеҙҙәрен, ғәрәп теле һәм грамматикаһын, Ҡөрьән сүрәләрен ятларға өйрәнә.

 

Заһиҙуллиндар ғаиләһе матур ғүмер кисерәләр. Ҡыҙғанысҡа, алтын туйҙарына өс ай ғына етмәй ҡала, ире биш йыл элек ауыр сирҙән вафат була. Бала ҡайғыһын да күрә - бер ҡыҙҙарын йәш көйө генә юғалта. Ике ҡыҙы, алты ейән-ейәнсәре, ете бүлә-бүләсәре йәшәүенең мәғәнәһе. Күңеле матур кеше үҙенең яҡындарына һәм барса тирә-йүндәгеләргә дәрт өҫтәп, изгелек өләшеп йәшәй.


Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотолары.

Изгелек өләшеп йәшәй
Изгелек өләшеп йәшәй
Изгелек өләшеп йәшәй
Изгелек өләшеп йәшәй
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас