Иман йорто ауылдың уртаһында, уңайлы ерҙә урынлашҡан. Һап-һары бүрәнәләрҙән буралған, ихатаһы йәшел профнастил менән кәртәләнгән, ҡапҡаһы ла бик үҙенсәлекле итеп семәрләп биҙәлгән, ә мәсеттең эсенә инһәң, илаһи бер нур бөркөлөп тора, күңелдәрҙә тыныслыҡ урынлаша. “Абдулла” мәсетенә ауыл халҡы ғына түгел, тирә-яҡ ауылдарҙан да киләләр. Әлхәмдүллилләһ, мәсет ябыҡ һәм буш тормай - бында аҙна һайын аҙан тауыштары яңғырай, йома намаҙҙары уҡыла, дин дәрестәре алып барыла.
- Аллаға шөкөр, дини ғилем алырға ынтылғандар күбәйә. Белем икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙгә тиң, ә әҙәм балаһы уның ярында тамсылап һыу эскән ҡошсоҡ кеүек кенә, тип сағыштыралар бит динебеҙҙә. Белгәндәр менән сикләнеп ҡалмайынса, һәр кем ғилемгә ынтылырға тейеш.
Был йәһәттән, ҡарлыманбаштар бәхетле. Күптән түгел ошо ауылдың оҫтабикәһе дини белемгә эйә булған Гүзәл Мөхәмәтйәрова мәсетебеҙҙә ғәрәп телендә уҡырға-яҙырға өйрәтә башланы, - ти мәсеттең имам-хатибы Айҙар Ҡолғонин.
Гүзәл Фәйзрахман ҡыҙының дин тәғлимәтен һәм ғәрәп телен өйрәнеү буйынса дәрестәренә ауылдан ғына түгел, тирә-яҡ ауылдарҙан да килеп белем алалар. Балаларҙың да ғәрәпсә уҡырға өйрәнергә теләүҙәре бигерәк тә ҡыуаныслы. Октябрьский ҡалаһындағы мәҙрәсәне тамамлаған, Ҡөрьән уҡыу буйынса сертификатҡа эйә булған оҫтабикәнең һөйләгән һәр һүҙе фәһемле һәм кәрәкле.
- Ҡөрьәндең тәржемәһен, тәфсирен уҡыған өсөн әжер-сауап була, ләкин ғәрәпсәһен уҡыған кеүек һәр хәреф өсөн ун әжер-сауап булмай. Был осраҡта Аллаһы Тәғәлә әжер-сауапты ниәткә ҡарап бирә. Әгәр ҙә Ҡөрьәндең мәғнәһен аңлап, изге ғәмәлдәр ҡыла башлаһаң, әжер-сауап та күберәк булыр.
Ҡөрьәнде ғәрәпсә уҡыу мөьмин-мосолмандың күңелен тынысландыра, эс бошоу һәм ҡайғы хисен юҡҡа сығара. Шуға күрә лә Ҡөрьәнде төшөнкөлөккә бирелгәндә йәиһә ҡайғырған ваҡытта айырыуса күберәк уҡырға кәрәк, - тип төшөндөрә ул уҡыусыларына.
- Уҡый алмайым, өйрәнә алмайым, тигән кешегә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ, тип һорайым.
- Бер-нисә тел белеү - заман талабы, ислам дине тик яҡшыға ғына өйрәтә. Теләге булған бөтә кеше Ҡөрьән китабын ғәрәпсә уҡырға өйрәнә ала. Был эштә иң мөһиме – яҡшы уҡытыусы табыу һәм Аллаһтан ярҙам һорау.
Доғаны һәр кем үҙенсә уҡый, үҙе аңлағанса һәм үҙе теләгән телдә, сөнки доғала иң мөһиме – ихласлыҡ. Доға – ул Аллаһы Тәғәләнән һорау, ялбарыу. Уны ғәрәпсә уҡыу мәжбүри түгел, аңлап, ихлас һорау шарт, - тип яуап ҡайтарҙы мөслимә.
Гүзәл Мөхәмәтйәрованың тағы ла бер һөнәре бар - ул кешеләрҙе Ҡөрьән сүрәләре уҡып өшкөрә, ҡот ҡоя, шифалы үләндәр менән дауалай. Бер нисә йыл рәттән төрлө тарафтарҙан килгән бағымсылар ҡатнашҡан “Ер ҡото” фестиваленә барып, сертификаттар алыуға ла өлгәшкән. Уның шифалы үләндәр менән дауалауы, өшкөрөүе бик килешә, ти уға мөрәжәғәт итеүселәр.
- Ер йөҙөнә килгән һәр бер кеше Аллаһ Тәғәлә күҙәтеүе аҫтында икәнлекте оноторға тейеш түгел. Беҙ һәр ваҡыт тәһәрәтле, ваҡытында намаҙ уҡып, фытыр-саҙаҡа биреп, ураҙа тоторға бурыслыбыҙ. Әгәр ошоларҙы үтәп, төрлө доғалар өйрәнһәк, беҙгә бер ниндәй ҙә боҙом да теймәҫ, ҡыйынлыҡтар урап үтер. Ҡөрьән уҡыу һәр кемгә шифа ғына бирә”, - ти Гүзәл Фәйзрахман ҡыҙы.
Иншаллаһ, дингә тартылыусылар йылдан-йыл күбәйһен, мәсеттәребеҙ бер ҡасан да буш тормаһын тигән теләктә ҡалайыҡ.
Гөлсәсәк Аласова.