

Рәшиҙә һәм Илнур Хәбибуллиндар бына хәҙер 50 йылдан ашыу ҡулға-ҡул тотоношоп, тормош һуҡмағынан бергә атлайҙар. Уларҙың ғаиләһенә һоҡланмаған кеше юҡтыр, сөнки Хәбибуллиндар һәр саҡ, һәр ерҙә тик бергә. Ауылдаштары уларҙы бер ҡасан да бер-береһенән айырым күреп өйрәнмәгән.
Йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Сахай ауылында йәшәүсе Ғилмыян һәм Рәхимйән Миһрановтарҙың ишле ғаиләһендә биш малайҙан һуң берҙән-бер ҡыҙ булып донъяға килә Рәшиҙә апай. Ҡыҙғанысҡа, яҙмыш тигәнең уны атай тип әйтеү бәхетенән, атай хәстәренән тыуғандан уҡ мәхрүм итә. Рәхимйән Миһранов көтөп алған ҡыҙы тыуыу ҡыуанысын кисерергә лә өлгөрмәйенсә фажиғәле рәүештә мәрхүм була. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Ғилмыян Йөҙлөкбай ҡыҙы тырышып донъя көтә, ел-ямғыр тейҙермәй баларын үҫтерә, уларға матур тәрбиә бирә, бер түгел ике йорт һалып сыға.
Мәктәпте тамамлаған йәш ҡыҙ Стәрлетамаҡта секретарь-машинист, стенографист һөнәрен үҙләштерә һәм тыуған ауылы мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Артабан штат ҡыҫҡартылыу сәбәпле, механикалаштырылған 11-се колоннала һөнәре буйынса эшен дауам итергә тура килә. Тап ошонда ул мәңгелек һөйгән йәрен осрата ла инде. Йәштәр бер күреүҙән бер-береһенә ғашиҡ булалар.
Илнур Хәбибуллин экскаваторҙа эшләй, йыш ҡына командировкаларға йөрөй, ә ҡыҙ почтаға барып, көн дә Киевтағы трестҡа хаттар ебәрә.
- Бер көн шулай почтаға барырға әҙерләнгәндә, Илнур килеп керҙе һәм мине оҙатырға теләк белдерҙе. Бөгөнгөләй хәтерҙә, ғинуар айы ине, тышта матур итеп ҡар яуа. Кис клубҡа сыҡҡас, бейергә саҡырҙы. Бына шулай итеп ныҡлап дуҫлашып киттек. Илнур гелән командировкаларҙа булғас, беҙгә йыш осрашып йөрөү бәхете теймәне. Март айында мине һәм тағы ла бер нисә райондашты яҡшы эшләгән өсөн Еңеүҙең 30 йыллығы уңайынан юллама менән Мәскәүгә ебәрҙеләр. Командировкаларҙан ҡайтҡас, Илнур яныма ашҡынып килеп етә торғайны. 17 майҙа матур итеп туй үткәрҙек, - тип хәтерләй үҙҙәренең мөхәббәт тарихын Рәшиҙә Рәхимйән ҡыҙы.
Тәүге йылдарҙы йәш ғаилә ҡайны-ҡәйнә менән бергә йәшәй. Илнурҙың ата-әсәһе киленде үҙ ҡыҙҙары кеүек ҡабул итә һәм туғыҙ йыл буйына бергә-бергә татыу йәшәйҙәр. 1986 йылда иһә Хәбибуллиндарға Ҡырмыҫҡалынан фатир бирәләр һәм улар район үҙәгендә төпләнә.
- Ҡайным менән ҡәйнәм шул тиклем яҡшы кешеләр булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең фатир алыу ҡыуанысын ҡәйнәмә күрергә яҙманы, - ти хужабикә был хаҡта.
Рәшиҙә Хәбибуллина ваҡытлыса район дауаханаһында кадрҙар бүлегендә эшләп ала һәм артабан район гәзиттәре редакцияһының татар бүлегенә машинистка булып эшкә килә. Хаҡлы ялға туҡтағансы, 25 йылға яҡын редакцияла намыҫлы хеҙмәт итә ул.
Илнур Мөхәрләм улы тыумышы менән Ауырғазы районының Иҫке Ибрай ауылынан. 5-се класты тамамлаған йылды уның атаһын Иҫке Аҡташ ауылы клубы директоры итеп эшкә ебәрәләр. Мөхәрләм Насибулла улы ауылдың мәҙәниәт усағында тырышып хеҙмәт итә һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ була. Дүрт улдарының иң кесеһе Илнур Шәрәй мәктәбен тамамлағас, экскаваторсыға уҡый. Әрме хеҙмәтендә һөнәре буйынса тәжрибә туплап ҡайтҡан егет киләсәк тормошон ошо яратҡан хеҙмәте менән бәйләй. Башҡортостандың икһеҙ-сикһеҙ юлдарын, икенсе БАМ тип йөрөтөлгән Шишмә – Белорет тимер юлын төҙөүгә уның ҙур хеҙмәте һалынған. Намыҫлы эше етәкселәр тарафынан тик маҡтап телгә алына, исеме гәзит биттәренән төшмәй. Хатта, “Хребты Урала” тигән китапта ла уның тураһында мәғлүмәт тупланған. Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү-төҙөкләндереү идараһында эшләгәндә лә, ғөмүмән, ҡайҙа эшләһә лә алдынғылар рәтендә була. Маҡтау ҡағыҙҙарынан, Рәхмәт хаттарынан тыш алтын сәғәттәр, төрлө ҡиммәтле бүләктәргә эйә була. Мелиорация өлкәһендә эшләп, республика буйынса бик күп һыу һаҡлағыстар төҙөүгә үҙ өлөшөн индерә. Тырыш хеҙмәткәр генә түгел, шулай уҡ яҡшы тормош иптәше, хәстәрлекле атай ҙа булған Илнур Хәбибуллин лайыҡлы рәүештә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе исемен ала.
- Аллаға шөкөр, бергә тороуыбыҙға 51-се йыл китте. Беҙ әле лә үҙебеҙҙе яңы ғына өйләнешкән кеүек хис итәбеҙ, бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп, һөйөп-һөйөлөп йәшәйбеҙ. Күңел ҡартаймай, ул һаман да йәш. Минең Рәшиҙәм йомшаҡ күңелле, уңған, аш-һыуға оҫта, бер эштән дә ҡурҡып тормай. Һәр ваҡыт татыу булдыҡ, - тип һүҙгә ҡушыла йорт хужаһы.
Хәбибуллиндар үҙҙәренең ошо күркәм ғаилә усағында ике ҡыҙ үҫтереп, уларҙы оло тормош юлына оҙатҡан. Өлкән ҡыҙҙары Альбина ғаиләһе менән Стәрлетамаҡта йәшәй. Ул һәм ҡыҙ үҫтергәндәр. Хәҙер инде үҙҙәренең биш йәшлек ейәндәре бар. Кесеһе Гөлназдың ғаиләһе Ҡырмыҫҡалыла төпләнгән, бер ул үҫтерәләр.
Әйткәндәй, Илнур Мөхәрләм улының ҡулынан килмәгән эше юҡ: тимер-ҡалайҙан көнкүрештә кәрәкле төрлө әйберҙәр яһай, аш-һыу бешерергә лә маһир. Тегеүсе булып эшләгән әсәһенән өйрәнеп, тегергә лә оҫта. Ҡыҙҙары бәләкәй саҡта Яңы йыл байрамына костюмдарҙы гелән үҙе тегеп кейҙерә.
Үҙ тормошобоҙҙан ҡәнәғәтбеҙ, тиҙәр Хәбибуллиндар бер тауыштан. Йәй көндәре уларҙың баҡсаһы күҙ яуын алып тора, йәшелсә-емештән өҙөлмәй. Ҡышын бергәләшеп саңғыла йөрөйҙәр. Ирҙәр эше, ҡатын-ҡыҙҙар эше тип айырып тормай улар, һәр эште бергә эшләйҙәр. Кешеләргә ярҙамсыл, ҡунаҡсыл булған ғаилә барыһына ла шөкөр итеп йәшәй.
- Үҙемде донъяға килтергән әсәйемә, үҙҙәренең ҡыҙҙары кеүек ҡабул иткән ҡәйнәм һәм ҡайным Ғәбиҙә һәм Мөхәрләм Хәбибуллиндарға рәхмәтлемен. Мине бәхетле ҡатын иткәне өсөн Илнурыма рәхмәтем сикһеҙ, - ти Рәшиҙә апай.
Хәбибуллиндар икеһе лә – хеҙмәт ветерандары. Олпат йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, әле лә бер-береһен һөйөп, яратып ҡына торған ғаилә парына һоҡланып:
- Ошо көнгәсә һөйөү хистәрен нисек һаҡланығыҙ? – тигән һорауҙы бирмәйенсә булдыра алманым.
- Донъяла төрлө хәлдәр, төрлө кешеләр була. Юҡ-бар имеш-мимеш һүҙҙәр йөрөтөүселәр ҙә осрап ҡуя. Ундай һүҙҙәргә ышанһаң, тормошоңдо юҡҡа сығараһың. Бер-беребеҙгә ышанып, юл ҡуйып, ошо көнгәсә, шөкөр, матур итеп йәшәйбеҙ. Илнур миңә бер ҡасан да насар һүҙ әйткәне юҡ. Һәр эштә бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙып, ныҡлы терәк булып торған саҡта ғына һөйөү хистәре һүнмәй, ғаилә ныҡлы һәм ышаныслы була, - тигән аңлатма бирҙе Рәшиҙә апай.
- Эйе, барыһы ла дөрөҫ. Һәр һүҙеңде әйтер алдынан алдан уйларға кәрәк, - тип өҫтәй Илнур ағай.
Киләсәктә лә шулай барыһына ла шөкөр итеп, ҡыҙҙарығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, бүләгеҙҙең уңыштарына һөйөнөп, ҡыуаныстарын кисереп, бар кешеләрҙе һоҡландырып, өлгө булып йәшәргә яҙһын һеҙгә! Бәхетегеҙгә күҙҙәр теймәһен!
Розалия НАЗАРОВА.