Механизаторҙан рухи остазға тиклем
Ғаилә башлығы Ғәзим Хөсәйен улы лайыҡлы тормош юлы үткән. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң ул Дәүләкән һөнәрселек училищеһында водитель һөнәренә уҡып сыға. Хеҙмәт сынығыуын Дәүләкәндә ала, һуңынан “Родина” һәм “Өршәк” колхоздарында оҙаҡ йылдар водитель һәм механизатор булып эшләй. Колхоздар таҡалғандан һуң шәхси хужалығында мал-тыуар үрсетеп ебәрә.
2015 йылдарҙа Ғәзим Хөсәйен улының тормошонда тәрән боролош була, ул исламға килә. Бының ауаздары булып ингән төштәрҙе ул яҙмыш билдәһе итеп ҡабул итә. Был һайлауҙан һуң ул сүрәләр ятлай, намаҙға баҫа. Ләлә Тюльпан мәсетендә курстар үткәндән һуң тыуған ауылында хәҙрәт булып хеҙмәт итә башлай.
- Ҡартатайым бик уҡымышлы кеше булған. Совет осоро заманында ла намаҙ уҡыған, ураҙа тотҡан. Ауылдаштары араһында абруйлы ҡаҙанған.
Атайым Хөсәйен Фазлыәхмәт улы 1915 йылда Дәүләкән районы Яңы Мерәҫ ауылында донъяға килә. Коллективлаштырыу башланғас, улар Шишмә ауылына күсеп сығалар. 1941 йылдың август айында Боҙаяҙ районы хәрби комиссариатынан Бөйөк Ватан һуғышына алына һәм 912-се уҡсылар полкында уҡсы булып һуғыша. 1943 йылдан 260-сы уҡсылар полкына күсерелә. Биш тапҡыр еңелсә йәрәхәттәр ала. Һуңғы тапҡыр яраланғандан һуң саперға уҡытып, һуғыштың аҙағына тиклем сапер булып хеҙмәт итә. 1945 йылдың декабрь башында ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға насип була атайыма. “Правда” колхозында эшләп хаҡлы ялға сыға. 1992 йылда Шишмә ауылында донъя ҡуя, - тип һөйләй Ғәзим Хөсәйен улы яҡын кешеләре хаҡында.
Бөгөн ғаилә башлығы - ауылдың иң әүҙем кешеләренең береһе. Ауылдың хәҙрәте булараҡ, ҡөрьән аштарына, исем ҡушырға, никах уҡырға, йыназаларға йөрөй, ҡорбан сала, вәғәздәр һөйләй. Ҡулынан килгәнсә, Рамаҙан айының ураҙаһынан тыш, Рәжәб, Шағбан, Шәүүәл айҙарының нәфел ураҙаларын тоторға тырыша. Тирә-яҡ ауылдарҙың имамдары менән дини байрамдарҙы бергәләп үткәреп, кәңәшләшеп йәшәйҙәр.
Ғәзим Хөсәйен улы ҡатыны Эльвира Ғирфан ҡыҙы менән инициатив төркөм ағзалары ла. Дөйөм эштәрҙең уртаһында ҡайнайҙар: зыяратты төҙөкләндереүҙә ҡатнашалар, шишмәне таҙартырға ярҙам итәләр, өмәләр, яугирҙәргә посылкалар ебәреүҙе ойошторалар.
Ауылдаштары өсөн улар - иман һәм хеҙмәттең ҡулға-ҡул тотоношоп барыуына таяныс һәм өлгө булып торалар.
Күңелендә балаларға һөйөү
Мерәҫ ауылынан килен булып төшкән Эльвира Ғирфан ҡыҙы ғүмере буйына ауыл мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Нисә быуын балалар өсөн ул хәрефтәр һәм һандар донъяһын асҡан, дуҫлашырға, өлкәндәрҙе хөрмәт итергә һәм тыуған төйәктәрен яратырға өйрәткән беренсе остаз була.
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул элеккесә иғтибар менән уратып алынған: элекке уҡыусылары урамда сәләмләй, ата әсәйҙәр ҡасандыр балаларына мәктәптә тәүге аҙымдарын яһарға ярҙам иткәне өсөн уға рәхмәт әйтә. Уның йөрәге элеккесә балалар өсөн асыҡ, хәҙер ул ейән-ейәнсәрҙәренең барлығына һөйөнөп, улар өсөн янып-көйөп, барлыҡ ҡыуаныстарын уртаҡлашып йәшәй.
Мөхәббәт менән төҙөлгән йорт
Атай-олатайҙар нигеҙен ҡоротмау, тигән төшөнсәне иҫендә тотоп, Нурғәлиевтар ҡартатайҙары нигеҙендә ҙур һәм күркәм йорт төҙөй. Унда һалынған һәр бүрәнә, һәр таҡта — уларҙың хеҙмәт һәм мөхәббәтенең бер өлөшө. Йорт тирәләй тәрбиәләнгән ихата йәйрәп ята, ул йәйҙәрен хужабикәнең уңған ҡулдары менән үҫтерелгән гөл-сәскәләргә күмелә. Шәхси хужалыҡта күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр. Әлегә тиклем ғаилә башлығы үҙенең тоғро атында мал аҙығы әҙерләп ташый - был ғәҙәт көндәлек тормош ритмының бер өлөшө булып тора. Ә хужабикә үҙҙәренән артҡан һөт-ҡаймаҡ, эремсек, ҡатыҡты күрше-тирәһе менән дә шатланып бүлешә.
Ҡунаҡсыл һәм изге күңелле Нурғәлиевтарҙың йортонан бер ҙә кеше өҙөлмәй, ишектәре һәр кемгә асыҡ. Улар килгән кешене ихлас тыңлап, өгөт-нәсихәттәрен, күстәнәстәрен биреп оҙата.