Даирә
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ижадҡа бағышланған ғүмер

Районыбыҙ төрлө яҡлы талант эйәләре, уңған кешеләре менән дан тота. Шуларҙың береһе Сахай ауылында йәшәй. Гәзит уҡыусыларыбыҙ уның ижады менән даими танышып бара. Һүҙебеҙ Таһир Вилданов тураһында булыр.

Ижадҡа бағышланған ғүмер
Ижадҡа бағышланған ғүмер

Таһир Йәғәфәр улы үҙен белгәндән алып ижад менән мауыға. Уға ике йәш булғанда әсәһе гүр эйәһе була. Нәнәйе һәм ҡартатаһының яҡшы тәрбиәһен алып буй еткерә ул. Тәүге шиғырын 6-сы класта уҡыған саҡта, йәғни 1973 йылда ижад итә.

Талантлы кеше бар яҡтан да талантлы, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Был һүҙҙәр Таһир Вилдановҡа ла ҡағыла. Ул үҙ ғүмерендә төрлө һөнәрҙәр үҙләштергән. Тәүҙә электрикка уҡый, һуңынан зоотехник һөнәрен ала. Ижадҡа булған һөйөүе көслө булыу сәбәпле, режиссерлыҡҡа ла уҡырға инә ул, әммә был йүнәлештә уҡыуын тамамларға яҙмай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауыл клубында эшләгән саҡта уға күп тапҡырҙар режиссер вазифаһын башҡарырға тура килә. Улар бында талантлы ауыл халҡы менән төрлө пьесалар сәхнәләштерәләр.

Таһир ағайҙы нисә күрһәң дә күңеле көр, гел генә йылмайып тора һәм һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыға, йүгереп кенә йөрөй. Беҙҙең редакцияға ла тиҙ генә кереп, шәп кенә хәбәрен һөйләй ҙә, шунда уҡ сығып та китә.

Таһир Вилданов һәр ваҡыт район гәзиттәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Уның юморескалары, нәҫерҙәре, яҡташтары тураһында йылы мәҡәләләре башҡорт, татар, рус гәзиттәре биттәрендә даими баҫылып тора. Бөгөнгө көндә ул – барлығы 8 китап авторы. “Бәхет нуры”, “Уйҙарым-хыялдарым”, “Зәңгәр ҡыңғырауҙар”, “Тыуған ерем, рәхмәт һиңә!”, “Тормошҡа ашҡан хыял”, “Афған һуғышы яугирҙәре”, “Тапшырылмаған хаттар”, “Йәшлегем туғайы” тип аталған китаптарына ингән әҫәрҙәре тыуған яҡҡа һөйөү менән һуғарылған. Бында авторҙың ауыл тормошон яҡшы белеүе, тәрән аҡылы ярылып ята.

Ижади эш менән янған яҡташыбыҙ бының менән генә туҡталып ҡалырға йыйынмай, тиҙҙән уның “Бөркөттәр оя ташламай” тигән символик исем аҫтындағы туғыҙынсы китабы яҡташтарын ҡыуандырырға тора.

- Был китаптарҙың киләсәк быуын өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бында – ауыл тарихы, - ти ауылдаштары һәр саҡ Таһир Вилданов менән осрашыу кисәләрендә.

- Таһир Йәғәфәр улы – ғәжәп энергиялы кеше. Етди әҙәби хеҙмәтенә ҡарамаҫтан, ул ауылыбыҙ һәм районыбыҙ тормошонда әүҙем ҡатнаша. Уның беҙҙең төп тылсымсы икәнен беләһегеҙме? Бына инде 20 йыл Таһир Йәғәфәр улы ауылда үткән Яңы йыл байрамдарында алыштырғыһыҙ Ҡыш Бабай була, балаларға һәм өлкәндәргә әкиәт бүләк итә. Ғөмүмән, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ижади проект йәки йәмәғәт йөкләмәһе – барыһы ла уның ҡулынан килә. Яуаплылыҡ һәм эшһөйәрлек – Таһир ағайҙың төп һыҙаттары, - ти Сахай ауылы клубы хеҙмәткәрҙәре.

Әйткәндәй, Таһир Вилдановтың тормош иптәше менән танышыу тарихы ла үҙенсәлекле. Был турала Ҡырмыҫҡалыла тыуып үҫкән Лена Вәсим ҡыҙы:

- Ул саҡта мин район дауаханаһының бухгалтерияһында эшләй инем, ә ул ауылда һөт блогында лаборант булған. Бер заман үҙҙәренең эш телефонынан ниндәйҙер һандар йыйған да, шылтыратҡан. Телефон трубкаһын теге яҡтан мин алдым. Шулай итеп Таһир миңә гел генә шылтырата башланы.

Һөйләшәбеҙ, һөйләшәбеҙ, ә мин үҙемдең кем икәнемде лә, исемемде лә әйтмәйем. Шунан таныш ҡатындан минең эш телефоны һандарын йыйҙырып, исемемде белгәндәр. Ныҡлы танышып киткәс, өйгә килеп йөрөй башланы. Сахайҙан Ҡырмыҫҡалыға тиклем көн дә тиерлек велосипед менән килә ине, - тигән хәтирәләре менән бүлеште.

Шулай бер йылға тиклем осрашып йөрөгәс, йәштәр матур ғаилә ҡора, ике улға ғүмер һәм лайыҡлы тәрбиә бирәләр. Быйыл уларҙың ҡулға-ҡул тотоношоп, татыу ғүмер итеүҙәренә 43 йыл тула. Оло улдары Илшат Ҡырмыҫҡалыла донъя көтә, полиция хеҙмәтендә эшләй. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Өфө ҡалаһында эшләгән Илнур күптән түгел генә ғаилә ҡорған.

Лена Вилданова Сахай ауылына килен булып төшкәс, күп йылдар почта начальнигы вазифаһын үтәй.

- Эсмәй-тартмай торған кеше осраһын, ауылдан булһын, тип теләй торғайным йәш саҡта. Эштә Вилданова тигән ҡатындың фамилияһы ныҡ оҡшай ине. Шөкөр, бар хыялдарым да тормошҡа ашты, - ти бәхетле ҡатын һәм әсә.

Өйләнешкәс тә, улар Таһир ағайҙың нәнәйе һәм ҡартатаһының төп нигеҙе янына яңы йорт һалып сығалар. 20 йыл оло ҡәйнә менән килен татыу донъя көтәләр. Таһир ағайҙың нәнәйе 90 йәшенә тиклем ҡәҙер-хөрмәттә, ейәндәренең уңыштарына ҡыуанып, ҡулынан килгәнсе балаларына ярҙам итеп, бәхетле ҡартлыҡ кисереп, барыһына ла ризалығын биреп донъя ҡуя.

Таһир ағайҙың ижади ҡомары һүнмәһен-һүрелмәһен, беҙҙе тағы ла үҙенең тос ижади емештәре менән ҡыуандырып торһон. Артабан да шулай ғаиләләрендәге бәхеттең ҡәҙерен белеп, бер-береһен һаҡлап, ихтирам итеп йәшәргә яҙһын уларға.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Ижадҡа бағышланған ғүмер
Ижадҡа бағышланған ғүмер
Автор: Розалия Назарова
Читайте нас