Наил Йыһат улы менән осрашыр алдынан бер аҙ тулҡынландым да, сөнки оҙаҡ йылдар мәктәп етәксеһе булып эшләгән олпат, абруйлы педагог менән һөйләшергә кәрәк ине. Әммә юҡҡа борсолғанмын, беҙҙе ихлас, алсаҡ кеше ҡаршы алды. Аралашыу барышында ул үҙенең тормош юлын бәйән итте. Сахай ауылында тыуып үҫкән ир тыуған еренән айырылмаған. Уның бөтә ғүмере ошонда үткән. Теүәл фәндәрҙе яратҡан егет мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының механика факультетына уҡырға инергә теләп, документтарын тапшыра. Бер имтиханды биргәндән һуң, урамда егеттәр менән танышып китә. Уларҙың математика-физика уҡытыусыһы булыу өсөн педагогия институтына уҡырға инеп йөрөүҙәрен ишетеп, шунда ингеһе килә. Шуға ла армиянан һуң мотлаҡ уҡытыусылыҡҡа уҡыясаҡмын, тип документтарын алып ҡайтып китә. Мәктәптә уҡығанда уҡ башҡа егеттәр менән тракторсыға таныҡлыҡ алған була, һис уйлап тормай механизатор булып колхозға эшкә урынлаша. Артабан армияға алынып, танкист булып хеҙмәт итә. - Тыуған ил алдындағы бурысымды үтәгәндән һуң автотранспорт техникумына уҡырға инергә уйлап ҡуйҙым, тик әсәйем юғары белем алырға өндәне. Үҙе лә яҡшы уҡыған, тик етемлек арҡаһында уға артабан уҡырға тура килмәй. Шуға беҙҙе юғары белемле кеше итергә теләне. Ғаиләлә дүрт бала үҫтек, барыбыҙ ҙа уҡыныҡ. Ул үҙе баҫыуҙарҙа сөгөлдөр үҫтерҙе, ә атайым район ҡулланыусылар йәмғиәтендә водитель булды. Әсәйемдең һүҙен йыҡҡым килмәне. Шулай уҡ үҙемде уҡытҡан математика уҡытыусыһы Антонина Романованың да уҡырға инергә өгөтләүен тыңлап, БДУ-ның математика факультетына уҡырға барҙым. 1986 йылда диплом алғас, Сахай мәктәбенә эшкә ҡайттым. Оҙайлы көн тәрбиәсеһе булып эшкә урынлаштым, бер үк ваҡытта киске мәктәпкә директор итеп тәғәйенләнеләр. Яйлап сәғәттәр ҙә бирҙеләр. Ә ике йылдан, 1988 йылдың декабренән, Рәүис Хажиевты партия райкомына эшкә алғас, мине уның урынына мәктәп директоры итеп ҡуйҙылар, - тип һөйләне ул. Эшен яҡшы алып барған етәксене район хакимиәте баһалап, Сахай ауыл Советы биләмәһенә башлыҡ итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифала 2002-2006 йылдарҙа эшләй. Колхоздар тарҡалып, бөтә мөһим эш ауыл Советы ҡарамағына ҡала. Ошо осорҙа күп эштәр башҡарыла. Халыҡҡа кәртәләр, штакетниктар осһоҙға таратыла. Ҡайһы бер ауылдарҙа үҙәкләштерелгән һыу үткәргес юҡҡа сыҡҡанда, һәр ғаиләнән аҡса йыйып, насостар һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алынып, бында ул һаҡлап ҡалына. Был йылдарҙа Бельский ауылында Анатолий Жуковтың осоу базаһы ла асыла... Эйе, Наил Зәйнуллин ҡайҙа ғына эшләһә лә, эшен яуаплылыҡ менән башҡара. Уның тормошоноң мәғәнәһе – кешеләргә хеҙмәт итеү. Шулай ҙа күңеле йәштән һайлаған, йәне-тәне менән береккән һөнәрендә була. Урын бушау менән мәктәбенә ҡабат эшкә ҡайта. Ижади, ышаныслы, ярҙамсыл, итәғәтле директор-педагогты хеҙмәттәштәре лә, уҡыусылары ла ихтирам итә. Наил Зәйнуллиндың ғүмеренең күп өлөшө белем усағында уҙа. Ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш етәксе - педагог, тигән һорауға: - Беренсенән, һәр кемде - балаларҙы ла, хеҙмәттәштәрҙе лә, ата-әсәләрҙе лә берҙәй ихтирам итергә кәрәк. Ошо сифаттар булһа, бөтә нимә һәйбәт буласаҡ. Икенсенән, мәктәп уңышлы, яҡшылар иҫәбендә булырға тейешлеге минең өсөн мөһим ине. Бының өсөн коллективыбыҙ менән бергәләшеп тырышып эшләнек. Һөҙөмтәне күреү тағы ла яңы уңыштарға дәртләндерҙе, – ти мәғариф уҙаманы. Ул һәр уҡыусыны, һәр сығарылыш тантанаһын яҡшы иҫләй. Нисек баланың күңелен күтәреү, төрлө холоҡло уҡыусыға юл табыу, үҙенә ышаныс юғалып барған уҡыусыға тел менән ярҙам итеп ебәреү булһынмы, быларҙың барыһы ла уның аша үткән. Мәктәп тормошо - үҙе бер тарих. Күмер менән яғыуҙан, электрға, аҙаҡ районда иң тәүгеләрҙән булып газ менән йылытыуға күсәләр. Һыуыҡ бина йылына. Шулай уҡ райондағы иң тәүге информатика уҡытыусыларының береһе лә Наил Зәйнуллин. Мәктәптә тәүгеләрҙән булып ул саҡта ҙур асыш булған компьютер ҡоролмаһы ҡуйыла, программа урынлаштырыла. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн педагог “РФ мәғариф отличнигы” исеменә лайыҡ була. Күп йылдар уҙһа ла, мәғариф уҙаманы үҙенең остазы, Башҡортостандың атҡаҙанған математика уҡытыусыһы Нәзиха Халиҡ ҡыҙы Хәйрисламованы оло хөрмәт менән иҫкә ала, үҙенең ҡаҙаныштарында уҡытыусыларына бик ныҡ рәхмәтле. Белем усағында Наил Йыһат улы эш тәжрибәһе генә түгел, ҙур тормош мәктәбе лә үтә. Тулы ҡанлы тормош менән йәшәп, ең һыҙғанып, бар көсөнә эшләгән йылдарында ул үҙен кешеләр менән уртаҡ тел таба белгән һәм хәстәрлекле итеп күрһәтә. Аҡыллы етәксе булараҡ, ул һәр саҡ хеҙмәттәштәренән бер аҙымға алда бара. Уның тормошо маҡсатҡа ынтылышлы булыуы, иңенә йөкмәтелгән бурысын намыҫ менән үтәүе, тынғыһыҙлыҡ менән һуғарылған. Пенсияға сыҡҡас та дүрт йыл хеҙмәт итә мәктәбендә. Китергә, йәштәргә урын бирергә кәрәк, тип, мәктәбен ҡалдырырға тура килә (мәктәп директоры эшенән китеүенә бер йыл инде). Буш ваҡыттарында яратҡан шөғөлөн дә таба: балыҡ тоторға ярата. Элек тәбиғәткә сығып йөрөргә ваҡыт тапмаһа, хәҙер ҙур кинәнес менән йөрөй. Эшләгән осорҙа етәксе ял, отпускы күрмәй, һәр саҡ эш өҫтөндә булһа, хәҙер уға ҡатыны менән Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына, Абхазияға барыу форсаты тейә. Сәйәхәттә иҫтәлекле урындар һәм матурлыҡ күреп, үҙенә илһам һәм көс алып ҡайта. Хаҡлы ялда йылға яҡын һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, уны мәктәп директоры ҡарауылсы итеп эшкә саҡыра. Ни эшләргә икән, тип аптырап та ҡуя, ләкин мәктәпте һағыныуы көслөрәк булып сыға. Ярай, өйҙә ултырғансы, унда аҙ булһа ла ярҙамым да тейер, тип ризалаша. Эйе, дөрөҫөн әйткәндә, уға балалар тауышы, мәшәҡәттәр етмәй. Хәҙер уның бурысы - мәктәпте ҡарауыллау, тәртипте күҙәтеү. Уның элекке вазифаһында яңы йәш етәксе. Ул да мәктәп өсөн тырыша, уның кеүек мәктәпте ярата. Был уҙамандың күңелен йылыта. Наил Йыһат улының яңы роле лә мөһим, был бинаның һаҡсыһы, тарихын һаҡлаусы булып тора. Ул мәктәп биләмәһен йөрөп сыға, йоҙаҡтарын тикшерә, электр лампалары янып ҡалһа, һүндерә. Мәктәптең яңы яҡҡа үҙгәреүен күреп шатлана, яңы быуын килеүен, яңы алымдар индерелеүен күрә. Был тәбиғи күренеш. Бына шулай мәктәп менән уның бәйләнеше өҙөлмәй. Ул үҙен хәҙер инде башҡа кимәлдә булһа ла мәктәптең бер өлөшө итеп тоя. Уҙған йылдың һуңғы айында Наил Йыһат улы үҙенең 65 йәшлек юбилейын уҙғарҙы. Уны яҡын кешеләре менән генә түгел, яратҡан коллегалары араһында ҡаршы алыуына бәхетле. Наил Зәйнуллин өсөн мәктәп бит уның йәшәйеше, мәғәнәһе. Тормош юлдашы Гөлсәсәк Фәнүз ҡыҙы менән матур тормошта йәшәйҙәр. Ул да уҡытыусы, балаларға биология һәм химия фәндәренән белем бирә. Зәйнуллиндар ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Салауат БДУ тамамлаған, инженер-физик. Илина Өфө дәүләт авиация университетын тамамлап, әйҙәүсе инженер булып эшләй. Икеһе лә “Өфө моторҙар эшләү производство берләшмәһендә” хеҙмәт итә. Әйткәндәй, бөгөнгө яҙмабыҙҙың геройы Наил Зәйнуллинға Чернобыль һәләкәтендә лә ҡатнашырға тура килә. Институтты тамамлар йылда Чернобыль фажиғәһенән һуң, комсомолдың республика өлкә комитеты йүнәлтмәһе буйынса Өфөнөң юғары уҡыу йорттары студенттары менән ул да эләгә. 53 егет диплом эшен алдан яҡлай, һәм уларҙы өс айға Украинаға алып китәләр. Наил Зәйнуллин командир урынбаҫары итеп һайлана. Ул да башҡалар менән бер рәттән ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ҡотҡарыу эштәрен башҡара... Киләсәктә лә мәғариф уҙаманына ныҡлы сәләмәтлек, ғаиләһендә уңыштар һәм именлек теләйбеҙ.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Автор фотоһы.