Хәйерниса өләсәйем менән Ниғмәтулла олатайым Усмановтар бик тырыш, уңғандарҙан һаналалар. Ат һандары күбәйеп киткәс, уларҙы Ауырғазы районы Мораҙым көтөүлектәренә күсерәләр. Әсәйем алты йәшендә генә атаһын да, әсәһен дә юғалтҡан. Олатайымдың туғандары уларҙы Үтәймуллаға алып ҡайта. Тик бәхетһеҙлек бында ла көтөп торған – бабайым ҡаты ауырыуҙан мәрхүм була. Был хәсрәттән һуң өләсәйемдең туғаны Хәйбулла бабайым әсәйемде үҙҙәренә Алайғырға алып ҡайта. Аңлы, белемле, тырыш Хәйбулла бабайымдың үҙенең дә өс балаһы була был ваҡытта. Ул әсәйемде шунда уҡ мәктәпкә алып барып, уҡырға ҡалдыра. Был заманда хәреф тә танымайынса ҡайһылайтып йәшәргә кәрәк, ти ул. Шулай итеп, 13 йәшлек ҡыҙ бала саҡ 1-се класҡа уҡырға бара. Хәйбулла бабайым ғаиләһендә әсәйем ҡыйырһытылмай, етемлекте тоймай үҫә. Йорт эштәрен эшләшергә лә, уҡырға ла өлгөрә ул. 1933 йылда атайыма, Ҡарлыманбаш ауылына, Ғимранов Ғәйнулла Сәлимйән улына, тормошҡа сыға. Атайымдың ғаиләһе ҙур була. Өләсәйем Фәғилә Әхтәрйән ҡыҙының өс улы, өс ҡыҙы бер өйҙә йәшәйҙәр. Бында бер аҙ ғына торғас, атайым Ауырғазы районы Дарьевка ауылынан өй белешеп, ғаиләһен шунда күсерә. Бында улар әҙ генә ғүмер итһәләр ҙә, был ауыл әсәйемә бик ыңғай яҡтан булышлыҡ итә. Ул унда русса һөйләшергә өйрәнә. Ысынлап та, яҡшы итеп һөйләште ул рус телендә. Уның рус телен белеүенең ярҙамы ауыл халҡына ла тейә ине. Күп кеше урыҫҡа йомошо төшөп барырға уйлаһа, тәүҙә әсәйемде күреп, һөйләшәләр, һорашалар ине. Белем кәрәк, белем кәрәк. Белеме бар биште йығыр, беләге көслө берҙе йығыр. Был һүҙҙәр әсәйемдең тормош һабағы, девизы булды. Икенсе бөтә донъя һуғышы осоронда наҙанлыҡ көслө булыуҙан хат яҙыу, килгән хатты асып уҡыу бик мәшәҡәтле булған. Беҙҙең Ҡарлыманбаш ауылында ул осорҙа Абдрахманова (Ғимранова) Нәбирә Ибраһим ҡыҙы ғына ошо эштәрҙе башҡарып, халыҡҡа шатлыҡ өләшә алған. Әсәйемдең әйтеүе буйынса, улдарына, ирҙәренә, туғандарына хат яҙҙырыр өсөн Нәбирә апайға сиратҡа торған ауыл халҡы. Наҙанлыҡтың асы өлөшөн күргәнгәлер инде, әсәйем һәр ваҡыт уҡырға өндәне. Көтмәгән, уйламаған ваҡытта, буран көн булһа ла, Ҡарлыманбаш ауылынан Иҫке Бәпес мәктәбенә килеп инә. Нисек уҡыйбыҙ, өлгәшәбеҙме, ниндәй билдәләр беҙҙең көндәлектә, журналды ҡарап, дәрестә ултырып ҡайтып китер ине. Ул ваҡытта әсәйҙән ҡурҡыбыраҡ тороп, уны йәлләй ҙә белмәгәнмендер инде, күрәһең. Әле уйлайым да, ниндәй тырыш булған ул, бурандан да ҡурҡмаған. Башҡалар мал аҙбарына сығырға ҡыйынһынып торғанда, ул малын ҡарап, тәрбиәләп, беҙгә аҙыҡ күтәреп, 8-10 саҡрым ерҙе йәйәү атлаған. Был бит бер генә тапҡыр түгел, ә һәр икенсе аҙна уҡыуында ҡабатлана ине. Шундай һоҡланғыс шул беҙҙең әсәйҙәр, тик улар оҙаҡ йәшәй алмайҙар, тормош ауырлығын иңгә алып, ауырлыҡтан, ҡайғы-борсолоуҙан сәсәйҙәр. 52 генә йәшендә, минең институтта уҡып бөткәнемде лә көтмәйенсә, донъя ҡуйҙы әсәкәйем. Миңә әсәйем әле лә иҫән һымаҡ, ул мине күрә, ишетә, шатлыҡтарыма минән дә нығыраҡ шатлана һымаҡ. Шуға күрә барлыҡ шатлыҡтарымды тик уға һөйләйем, ә борсолоуҙарымды ишеттермәҫкә тырышам. Дөрөҫөн әйткәндә, ауыр тормоштан ҡапыл һынды әсәйем. Шулай булғас, ниңә уны тынғыһыҙлап, тормош һикәлтәләрен һөйләргә?! Институтты тамамлаған саҡта диплом эшен яҡлағанда миңә “отлично” билдәһен ҡуйҙылар. Мин ныҡ шатландым, осоп ҡайтып киттем әсәйемә, уға ошо “бишле” хаҡында һөйләгем килде. Ҡайттым, тик әсәкәйем генә ике йыл элек үк баҡыйлыҡҡа күскәйне шул... Рәхәтләнеп, үкһеп-үкһеп тормоштоң шундай аяуһыҙ ҡаты булғанына зарланып иланым да, әсәйемә ҡайтҡандай булып, шатлығымды теҙеп-теҙеп, бер күренеште лә ҡалдырмаҫҡа тырышып, дипломды нисек яҡшы яҡлағанымды һөйләнем дә һөйләнем. Ул ғәҙәтенсә тыныс ҡына ҡаршыма ултырып тыңланы. Етәксемдең минең арҡамдан ҡағып яратҡанын да әйттем. Торҙом урынымдан, әсәйем юҡ. Ул күптән һәр ваҡыттағыса ашығып йүгергән ине инде... Әсәйем шиғыр ярата ине. Ул һөйләгән ҡайһы бер шиғырҙар әле лә минең хәтеремдә һаҡлана. В.И.Ленин үлгәс, улар мәктәптә “Үлде Даһи” тигән шиғыр ятлағандар. Мин дә ул шиғырҙы ятлап, район кимәлендә конкурста ҡатнашып, урын алдым. Шундай мөғжизәле, тырыш, тынғыһыҙ, уңған, аңлы донъяһын дөбөрҙәтеп көткән әсәйем булды минең. Ул әле лә бар: артыҡ йоҡлап китһәң, йоҡо бәрейе түгел тип уята, өйҙә тәртип булмаһа, был тормошта бер ҡыҙыҡ юҡ тип арыу ғына аңлата... Бында әсәйемдең тормошонан үткәндең бер нисә көнөн генә һөйләнем әле. 58 йыл элек әсәһен юғалтып та, уны һаман да тере итеп күҙ алдында тотҡан шундай бер йән эйәһе мин. Ошо шиғырҙы һәр саҡ күңелемдә һаҡлайым. Ул тап минең әсәйем өсөн генә яҙылған кеүек. Әсәйем ятып сирләй, Белһәгеҙсе, Миңә нисек ҡыйын икәнен. Быға хәтле күрмәнем мин уның Хатта ятып серем иткәнен. Таңда торһам – усағында уты, Төндә ҡайтһам – көйрәй күмере. Барлыҡ әсәйҙәрҙең, бала, донъя тиеп, Үтәлер ул булған ғүмере. Бер кис әйтте: “Ҡуй шул дарыуҙарҙы, Үҙең оҙаҡ ултыр янымда. Бергә йәшәп, һирәк күрешәбеҙ, Беҙ, бәндәләр, иҫән сағында. Һин юламан булдың, Юлда булдың, Һағышыма һағыш өҫтәнең Ярты ғүмерем һине Көтөп үтте. Һин китә тип ҡурҡып ҡалғаны. Биш йәшеңдә атҡа мендерҙеләр, Һин сытырҙап ялға йәбештең. Ә мин сәстәремде услап алдым, Һиңә ҡеүәт бирәм имеш тә. Һин киткәндә ҡыш та һыуыҡ булды, Ҡар буранлы булды, зәһәрле. Һине уйлап дер-дер ҡалтырандым Ҡара көҙҙән яҙға ҡәҙәрле. Бына шулай, бер миҙгелдә Бөтәһе лә килде хәтергә. Күрәһең, бер яйҙа кеше үҙенең Әйтер һүҙен тейеш әйтергә. Бирешмәсе, зинһар, бирешмәсе, Терелә күр, минең әсәйем! Тағы бер аҙ һинең ышығыңда Хәүеф-хәтәр, ауыр ҡайғы, Нахаҡ һүҙҙәр ишетмәй йәшәйем. Әсәкәйем... Ҡыҙғанысҡа, миңә әсәйемде һуңғы юлға тәрбиәләп оҙатырға тура килмәне. Тик зыяратҡа ғына өлгөрҙөм. Әллә шуға инде, ниндәйҙер ауыр тойғо ғүмер буйы күңелем түрен биләй. Миңә бик ауыр. Декан секретары телеграмманы килгән көндө үк бирмәгән, сөнки ул көндө беҙҙең имтихан ине. Шағирҙар бит ил тойғоһо менән йәшәйҙәр. Хоҙай уларға тере кисерештәрҙе беҙҙән алда уҡ төшөнөп, аңлап, кисереп йәшәү һәләтен биргәнгә, уларҙың ижад емештәре беҙгә һәр ваҡыт шатлыҡ та, киҫәтеү ҙә, өлгө лә булып, ҙур өмөттәрҙә беҙҙе йәшәтһен ине. Әсәйемде ныҡ һағынам. Ожмахта осрашырбыҙ тигән өмөт кенә әҙерәк тыныслыҡ бирә. Институтта уҡығанда, 8 Март байрамы кисәһендә һөйләгән шиғырҙы ла һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итмәксемен: Көтөүҙәргә һыйыр ҡыуған саҡта Ҡаш өҫтөнә ҡуйып ҡулыңды, Көткәнһеңдер, ҡарап оло юлға, Алыҫтарҙа йөрөгән балаңды. Көткәнһеңдер минән сәләм хаттар Ҡалаларҙан почта килгәндә, Ярһығандыр йөрәгең, почтальон ҡыҙ, Хат юҡ әбей һиңә, тигәндә. Бик күп ғүмер уҙҙы, ҡайтманым шул, Һәм хатты ла яҙҙым бик һирәк. Көтә-көтә әсәй үлгән инде, Хәҙер һыҙлай, өҙгөләнә йөрәк. Әсәйең әле иҫән, ҡайт өйөңә, Һине һаман көтә, тиһәләр, Күкрәк менән шыуып ҡайтыр инем Һуңғы һулыштарыма ҡәҙәр.
Роза ҒИМРАНОВА.
Ҡырмыҫҡалы ауылы.