Бөтә яңылыҡтар

Бәхет – ғаиләлә, балаларҙа

Ҙур һәм татыу ғаиләләр йәмғиәттең алдынғы бер вәкиле булып тора. Улар йәш быуынға дөрөҫ йүнәлеш биреп, ғаилә традицияларын һаҡлап ҡына ҡалмай, быуындан-быуынға тапшырыла килгән ҡиммәттәрҙе өйрәтеүгә, илебеҙгә файҙалы шәхес булыуға ынтылыш һалыуға нигеҙ бирә.

Бәхет – ғаиләлә, балаларҙа
Бәхет – ғаиләлә, балаларҙа

Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылын иғлан итеүҙең дә төп маҡсаты – ишле ғаиләләрҙең әһәмиәтен, уларҙың традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, балалар тәрбиәләүгә индергән өлөшөнә айырым иғтибар йүнәлтеү, өлгөлө ғаиләләрҙе күрһәтеү.

Үтәгәндә уҙғарылған һәр сараның уртаһында ҡайнаған, башҡорт халҡының данлыҡлы ҡурайында өҙҙөрөп уйнаған Динар Батталов һәм уның өс балалы ғаиләһе менән яҡындан танышырға күптән йыйына инем. Улар менән һеҙҙе лә таныштырыу маҡсаты менән юлға сыҡтым.

Яҡты, күркәм йорттоң хужалары – Селина һәм Динар Батталовтар үҙебеҙҙең халыҡҡа ғына хас булған ихласлыҡ менән ҡаршы алдылар. Улар өйҙә икеһе генә ине. Оло ҡыҙҙары Динара Стәрлетамаҡта колледжда ашнаҡсы-кондитер һөнәре буйынса һуңғы курста белем ала. Бәләкәстәре мәктәптә.

Бала саҡтан ҡурай моңона ғашиҡ булған Динар тыуған ауылы Үтәгәндә мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класына уҡырға инә, әммә яҙмыш тигәнең үҙенсә итә – ҡайһы бер проблемалар арҡаһында һәм шулай уҡ тыуған ауылының һәр саҡ үҙенә тартып тороуы сәбәпле уға был уҡыу йортон тамамларға яҙмай. Йәш егет күп уйлап тормай, водитель таныҡлығы алып, ең һыҙғанып колхоз эшенә егелә. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас та үҙенең механизаторлыҡ эшен дауам итә.

- Мин эшләмәгән техника ҡалмағандыр. Күп йылдар «МТЗ-82» тракторында эшләнем. Яҙ көндәре сәсеүҙә йөрөһәм, йәйен бесән әҙерләнем, ә көҙөн иһә комбайнға ултырып, иген урырға төштөм, - ти ул үҙенең күп йыллыҡ хеҙмәте хаҡында ике-өс һүҙ менән генә.

Тырыш ир-егет ниндәй генә тимер атты ауыҙлыҡлаһа ла, һәр саҡ алдынғылар рәтендә килә. Уның намыҫлы хеҙмәте етәкселәр тарафынан лайыҡлы баһалана – 2018 йылдың уңыш йыйыу һөҙөмтәләре буйынса уға “Нива” машинаһы бүләк итәләр. Бөгөнгө көндә Динар Батталов “Уңыш” йәмғиәтендә механизатор булып эшләй.

- Ҡурайҙа уйнарға ҡайҙа өйрәндең? - тигән һорауыма:

- Беҙ мәктәптә уҡығанда ауыл клубында Усман бабай Әхмәтйәнов эшләгәйне. Ул ҡурай буйынса түңәрәк алып барҙы. Шунда ҡурай уйнарға өйрәндем һәм был минең ғүмерлек яратҡан шөғөлөмә әйләнде, - тигән яуап алдым.

Үҙенең ауылындағы иң сибәр, иң уңған һылыуҙарҙың береһе Селина менән ғаилә ҡора Динар. Бер йыл эсендә йорт һалып сығалар. Бына хәҙер улар 22 йыл үҙҙәренең яҡты, иркен ғаилә усағын дөрләтәләр. Йортта уңған хужа һәм хужабикә идара иткәне әллә ҡайҙан уҡ күҙгә салына.

Хужабикә тигәндәй, Селина ла мәктәпте тамамлағас, училищеға уҡырға инә, әммә ул да төрлө сәбәптәр менән уҡыуын тамамлай алмай һәм тыуған ауылында төрлө эштәрҙә эшләй. Артабанғы тормошон балаларын тәрбиәләүгә арнай, ҡатын-ҡыҙҙың йорттағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрен башҡарып, ғаилә усағын һаҡлай.

- Икебеҙгә лә уҡыу эләкмәне. Шуға күрә балаларыбыҙ уҡыһын, белем алһындар тип барлыҡ тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ. Шөкөр, ике ҡыҙыбыҙ һәм улыбыҙ яҡшы уҡыйҙар. Киләсәктә үҙҙәре һайлаған һөнәрҙәр буйынса уҡыуҙарын дауам итерҙәр, беҙҙең өмөттәрҙе аҡларҙар, тип ышанабыҙ, - ти ата-әсә.

8-се класта уҡыусы Сабина һүрәт төшөрөргә, йырларға ярата. Киләсәктә уҡытыусы булырға хыяллана. Шулай уҡ йырларға, һүрәт төшөрөргә, бейергә, пластилиндан төрлө һындар эшләргә яратыусы Айбулат 4-се класта белем ала. Әйткәндәй, Айбулат – бик рухлы малай. Ул тик башҡортса ғына һөйләшә һәм өйҙәгеләрҙән дә шуны талап итә. Атаһынан ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә хыяллана. Апаһы менән бергәләп мәктәптән ҡайтып ингәс, уға:

- Ниндәй фәндәрҙе яратаһың? Үҫкәс кем булырға теләйһең? – тигән һорауҙар бирҙем.

- Бөтә фәндәрҙе лә яратам. Бик күп һөнәрҙәр оҡшай, төрлөһөн уйлайым, тик һайламаным әлегә, - тип яуапланы зирәк үҫмер.

Эйе, алдағы тормошоңдо хәл итерлек һөнәр һайлау – яуаплы эш. Айбулат та үҙенә лайыҡлыһын һайлап, киләсәктә ата-әсәһен һәм туғандарын ғына түгел, беҙҙе лә һөйөндөрөр, тип ышанабыҙ.

Һәр парҙың мөхәббәт тарихы төрлөсә булһа ла, һәр ғаиләнең бәхет сере – бер-береңде аңлау, хөрмәт итеү, һөйөү усағын һүрелтмәй, тормош ығызығыһынан хистәрҙе өҫтөн ҡуйыуҙа һәм, әлбиттә, һәр өйҙөң йәме, йәне булған балаларҙа.

Ир менән ҡатын һәм балалар менән ата-әсә араларындағы йылы мөнәсәбәт бөркөлөүсе Батталовтарҙың ишле ғаиләһенең татыулыҡ серҙәре менән бүлешеүен һорағас:

- Балалар менән бергә Башҡортостаныбыҙҙың иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт итергә, тәбиғәттә ял итергә яратабыҙ, ауылда һәм районда уҙған сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Туғандар менән аралашып йәшәү, тыуған көндәр һәм Яңы йыл байрамдарына бергәләшеп әҙерләнеү кеүек тик үҙебеҙҙең ғаиләгә генә хас йолаларыбыҙ ҙа бар. Балаларҙы тәрбиәләгәндә ҡартатай-нәнәйҙәренә лә мөрәжәғәт итәбеҙ. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була тигәндәй, балаларға үҙебеҙ ҙә үрнәк булырға, бер-беребеҙҙең һүҙен йыҡмаҫҡа, һәр саҡ бер-беребеҙгә хөрмәт менән ҡарарға, терәк-таяныс булырға тейешбеҙ. Татыу ғаиләнең сере шундалыр, - тинеләр бер тауыштан Селина менән Динар Батталовтар.

Ауылда көн иткәс, мал тотмай, баҡса үҫтермәй ҙә булмай. Был яҡтан да улар уңғанлыҡ күрһәтә. Баҡсаларын тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр, һарайҙарында һыйыр малдары мөңрәй, ә йәй көндәре ихаталары ҡош-ҡорт менән тула. Шулай итеп улар балаларына хеҙмәт тәрбиәһе биреүгә өлгәшә.

Шуны ла әйтергә кәрәк: Динар менән Селина икеһе лә күмәк балалы ғаиләлә үҫкәндәр. Динарҙың ике ҡустыһы һәм һеңлеһе лә ишле ғаилә булдырғандар. Ғүмер буйы колхозда тир түккән аталары Заһир Таһир улының рәсем төшөрөү буйынса һәләте ейән-ейәнсәрҙәренә лә күскән. Әсәләре Гөлгөнә Таһир ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә башланғыс кластарҙа уҡытҡан. Әлеге көндә улар дин юлында.

Селина – Менәүәрә һәм Фәүғәт Ғиззәтуллиндарҙың алты балалы ғаиләһенең төпсөгө.

- Атай-әсәйемдәр мәрхүм инде. Иң оло апайымдың ғаиләһендә дүрт малай. Иң ололары махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа, өс балаһын ҡалдырып икенсе апайым мәрхүм булып ҡуйҙы. Күмәк бала үҫкәс, беҙҙең өйҙә һәр саҡ күңелле булды. Бала саҡта бергә уйнаһаҡ, әле бер-беребеҙгә ярҙам итешеп, терәк булып йәшәйбеҙ. Шуға күрә үҙебеҙҙең балаларыбыҙ ҙа яңғыҙ булмаһын, шатлыҡта ла, көйөнөс тә лә эргәләрендә бер туғандары булһын тип уйланыҡ, - ти Селина.

Ысынлап та, был ғаиләлә күркәм сифаттар хакимлыҡ итә. Динар улдары Айбулатты ысын ир-егет итеп тәрбиәләргә тырышһа, Селина ҡыҙҙары Динара менән Сабинаны ҡатын-ҡыҙҙар эштәренә өйрәтә. Үҙ-ара ярҙамсыллыҡ һәм ихтирам атмосфераһында тәрбиәләнгән балалар үҙҙәрендә лидерлыҡ сифаттарын һәм ижади башланғыстарын үҫтерәләр, Тыуған илгә һөйөү менән бағалар.

Малайға тәрбиә биреп – ил тәрбиәләйһең, ҡыҙға тәрбиә биреп – милләт тәрбиәләйһең, тип юҡҡа әйтмәгән бит халҡыбыҙ. Ғаилә – милләт йөҙө. Батталовтар ҡабыҙған ошо ғаилә усағы оҙаҡ йылдар дөрләп яныр әле.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор:
Читайте нас