Илгиз Венер улы кесе йәштән аттарҙы яратып, уларға мөкиббән китеп үҫә. Артабан ир өсөн ат тоғро дуҫ та, ярҙамсы ла була.
- Бәләкәй сағымдан уҡ атҡа мендем, елдәй елеп саптым, ат өҫтөндә үҫтем, тиһәм дә була. Йығылған саҡтар ҙа булды, әммә атҡа һөйөүем юғалманы, арта ғына барҙы. Атайым конюх та, малсы ла ине. Йәйге каникулдарҙа уға ярҙамлашып колхоздың тайҙарын көттөм. Ошо саҡтарҙа уҡ бала күңеле менән был малҡайҙарҙың матурлығына, аҡылына һәм көсөнә һоҡлана инем. Хатта уларҙы көткәндә төндәрен эҫкерт башында йоҡлаған саҡтар ҙа булды. Бала саҡта ат ҡараусы булырға хыялланһам да, тыуған ауылым Ҡарлыманда 8-се класты бөткәндән һуң Өфө ҡалаһында иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡыным. Шунан армияла Германияла мотоуҡсылар ғәскәрендә хеҙмәт иттем. Ҡайтҡас, 1983 йылдан алып тыуған Салауат исемендәге колхозда һөнәрем буйынса 2008 йылға тиклем эшләнем. Оҙаҡ йылдар иретеп йәбештереүсе булып эшләһәм дә, күңелемдә гел уларҙа булды. Артабан колхоз аттарын һәм ауыл көтөүен көттөм. Хыялым ярыш аттарын булдырыу ине. 1990 йылда үҙем тәүге атымды һатып алдым. Яйлап алты башҡа тиклем еткерҙем. Улыбыҙ Илназ да кесе йәштән атта йөрөнө. Ул 1-се класта уҡығанда колхоз һабантуйында өлкәндәр рәтендә сапты һәм 2-се урын яуланы. Үҙем иһә тәүҙә тачанкала, аҙаҡ арба менән ярышып гел призлы урындар алып киләм. “Осҡон” ҡушаматлы атым менән 19 йәшенә тиклем бергә булдыҡ. Яҡшы, етеҙ ат ине. Ҡыҙғанысҡа күрә, уны урланылар.., - тип һөйләне ул.
Эйе, Илгиз Ғафаров баш бирмәҫ тайҙарҙы өйрәтеп, бәйгеләргә әҙерләй. Ул ошо сабыш аттары менән республика һабантуйҙарында ҡатнашып тора. Бына һуңғы йылдарҙағы һөҙөмтәләрҙе миҫалға килтерергә була. Мәҫәлән, 2024 йылда ул өйрәткән “Осҡон”да (тағы ла шулай ҡуша) Динар Мәхмүтов тәүге урынды яулаһа, 2025 йылда ошо атта Дәүләкән районында уҙған ярышта Рәфис Ғафаров 1-се урынға сыға. Әйткәндәй, ир республикала үткәрелгән ҡышҡы ат бәйгеләрендә лә йылдан-йыл ҡатнаша килә. Ниндәй генә райондарҙа көс һынамай ул һәм уның аты! Еңеүҙәре тағы ла алдағы еңеүҙәргә этәрә. Йорттарында йылдар дауамында бирелгән ниндәй генә ҡиммәтле бүләктәр юҡ! Улар араһында - һыуытҡыс, магнитофондар, телевизорҙар, ҡиммәтле бинокль...
- Аттарҙы аҫрау өсөн уларҙы ныҡ яратырға, матур тәрбиәләргә кәрәк. Был хайуанҡайҙар менән бер-беребеҙҙе күҙ ҡарашыбыҙҙан уҡ аңлайбыҙ. Йәйен яландарға, ҡышын тибендәренә сығып уларға күҙ һалһам, рәхәтлек тойғолары кисерәм, тормош ығы-зығылары онотола. Әле хаҡлы ялда булғас, көндәремдең күбеһен аттарым янында уҙғарам. Улар янында булғанда тормоштоң бөтә ауырлыҡтары, мәшәҡәттәре онотола, улар йәнемә ял, йәшәүемә көс бирә, - ти Илгиз Венер улы. Ир аттарын еренә еткереп, яратып тәрбиәләй (әлеге көндә улар өсәү). Малҡайҙарына бөтә уңайлы шарттар булдыра: уларға иң яҡшы аҙыҡ бирә, таҙа, йылы һарайҙа музыка яңғырай. Йәй көндәрендә тракторы менән уларға бесән әҙерләй. “Ат кисерештәрҙе аңлап тора, шуның өсөн уға ҡарата яҡшы мөғәмәләлә булырға кәрәк. Улар менән һөйләшергә, иркәләргә кәрәк. Һәр тере йәнгә йылы һүҙ кәрәк икәнен онотмаҫҡа”, - ти ул “дөлдөлдәрен” яратып.
Ысын ирҙең аты һәм маҡсаты булырға тейеш, тигән һүҙҙәр бар ине. Хәҙер ҡеүәтле техника заманында йәшәһәк тә, был һүҙҙәр, әйтерһең, нәҡ төбәп Илгиз Ғафаровҡа әйтелгән. Малай көйө ат өҫтөндә һыбай йөрөп үҫкән ир әле 64 йәштә лә аттарынан айырылмай. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк: йорт һалғанда бер нисә атын һатырға ла тура килә.
Илгиз Венер улына ҡатыны Ғәфүрә Фәрит ҡыҙы ғүмер буйы терәк һәм таяныс. Ул һәр саҡ иренең бар эштәрен хуплап һәм ярҙам итеп йәшәй. Көтөү көткән саҡтарында ла ирле-ҡатынлы Ғафаровтар яуаплы эште бергә башҡаралар. Улдары Илназ ғына түгел, ҡыҙҙары Илүзә лә үҫмер саҡтарынан аттар янында булырға, һыбай йөрөргә яратҡан.
Һабантуйҙарҙың күрке булған аттарға тоғро ҡалған кешеләрҙең булыуы һөйөнөслө. Бына шундай ат йәнле ир йәшәй район үҙәгендә. Киләсәктә лә Илгиз Ғафаровҡа халҡыбыҙ данын ярыштарҙа танытҡан шөғөлөндә уңыштар теләйбеҙ.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Автор фотоһы.