Бөгөнгө мәҡәләм геройы – Прибельский ауылы мәктәбенең физкультура, хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙе уҡытыусыһы Рәмзит Ғәлиәкбәров тап шундайҙарҙан. Ул һәр көн иртән дәрескә ингән һайын үҙенең һөнәрен дөрөҫ һайлағанына ҡыуанып бөтә алмай. Үҙ эшен яратҡан педагогтың дәрестәре гелән йәнле үтә.
Рәмзит Сәғит улының физкультура һәм спортҡа ҡарата һөйөүе бала саҡтан килә. Тыуған ауылында – Үтәгән мәктәбендә уҡыған мәлдә милли көрәш, еңел атлетика менән ныҡлап шөғөлләнә. Күп тапҡырҙар район һәм республика кимәлендә үткән милли көрәш буйынса ярыштарҙа еңеүҙәр яулауға өлгәшә. Шулай уҡ футбол, волейбол, баскетбол уйындарын үҙ итә. Шуға күрә киләсәк һөнәрен һайлау уға ауыр булмай – 9-сы класты тамамлағас та, тура Стәрлетамаҡ физик культура техникумына юл тота. Өс йыл Чечняла контракт буйынса хеҙмәт иткәндән һуң һөнәре буйынса эш башлап ебәрә. Тәүҙә тыуған ауылы мәктәбендә тәжрибә туплаһа, һуңыраҡ Прибельский мәктәбенә эшкә күсә һәм бына инде 16 йыл физкультура һәм спортҡа булған һөйөүен уҡыусыларына тапшыра.
- Бала саҡтан физкультура һәм математика дәрестәрен яраттым. Спортҡа булған һөйөүем, был йүнәлештә яулаған уңыштарым минең киләсәк һөнәремә йүнәлеш бирҙе лә инде, - ти ул был хаҡта.
Тәжрибәле уҡытыусы һәм шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы спорт мәктәбенең тренеры сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, хәрәкәттә – бәрәкәт икәнлеген төшөндөрөү өсөн бар көсөн һала, яңы алымдар уйлап таба. Үҙ бурысына һәр саҡ яуаплы ҡарауы, балаларҙы яратыуы, ярҙамсыл булыуы, эшһөйәрлеге менән хеҙмәттәштәре, уҡыусылары һәм ата-әсәләр араһында хөрмәт ҡаҙана.
Рәмзит Сәғит улының тәрбиәләнеүселәре үҙе кеүек ныҡышмал һәм бер ҡасан алдынғылыҡты бирмәй. Милли көрәш, ирекле көрәш һәм грек-рим көрәше буйынса быйылғы уҡыу йылында ла район һәм төбәк-ара ярыштарҙа гел беренселектә киләләр. Грек-рим көрәше һөҙөмтәләре менән Башҡортостан буйынса күптән түгел генә команда менән 3-сө урынға сыҡтылар.
- Физик культура дәресе – ябай дәрес кенә түгел, ә шәхесте камиллаштырыуға йүнәлтелгән ҡатмарлы процесс та ул. Был дәрестә балалар туп тибеү, шәп йүгереү менән генә сикләнеп ҡалмай, шулай уҡ уларҙың кәйефе күтәрелә, көс-дәрте арта, сәләмәтлеге нығый һәм башҡа фәндәрҙе үҙләштереүгә лә ныҡлы ярҙамы тейә. Ғөмүмән, физик әүҙемлек һәм сәләмәт тормош һәр кемгә бар яҡтан тик ыңғай тәьҫир итә. Дәрестәремдә уҡыусыларым менән тиң аралашырға, заман менән бергә атларға, яңы алымдар ҡулланырға тырышам һәм һәр саҡ белемемде камиллаштырырға ынтылам. Тәрбиәләнеүселәрем өсөн үҙем яҡшы өлгө булырға тейешмен, - тигән фекерҙә Рәмзит Сәғит улы.
Күп йылдар дауамында Прибельский мәктәбе уҡыусыларының спартакиадаларҙа, Еңеү көнөнә арналған еңел атлетика буйынса ярыштарҙа, физкультура буйынса олимпиадаларҙа юғары урындар биләүе – киң күңелле, балаларға ҡарата иғтибарлы, гел генә алға ынтылыусы һәм тыныс холоҡло уҡытыусының хеҙмәт емеше.
Рәмзит Сәғит улы үҙе лә райондың йыйылма командаһы менән төрлө ярыштарҙа, шулай уҡ Рәсәй, республика, район-ара һәм район сараларын әҙерләүҙә, үткәреүҙә һәм судьялыҡ итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Киләсәк быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү эшендә лә ситтә ҡалмай – Прибельский ауылының хәрби-патриотик клубының етәксеһе булып тора. Уҡыусылар менән бергә күп тапҡырҙар “Хәтер вахтаһы” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә эҙләнеү экспедицияларында йөрөп ҡайттылар.
Маҡсатҡа ынтылыусан уҡытыусының ирешкән үрҙәре, туҡтауһыҙ эҙләнеү һөҙөмтәһе район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән.
Ғаиләһенән дә уңған ул. Тормош иптәше Ләйсән Әнүәр ҡыҙы менән бергә үҙе кеүек спорт яратыусы ике баһадирҙай улдар тәрбиәләйҙәр. Балаларының икеһе лә милли көрәш менән шөғөлләнәләр һәм был өлкәлә юғары уңыштарға өлгәшәләр. Оло улдары Радмир мәктәптә уҡыған сағында район ярыштарында гел беренселекте яуланы. Бер нисә йыл рәттән һабантуйҙарҙа бер кемгә лә бил бирмәне. Бөгөнгө көндә ул Стәрлетамаҡ ҡалаһының физик культура, идаралыҡ һәм сервис колледжында юрист һөнәрен үҙләштерә. Линар Ҡырмыҫҡалы гимназияһының 8-се класында уҡый. Ул да көрәш буйынса район ярыштарында алдынғылыҡҡа ынтыла.
Әйткәндәй, Рәмзит Сәғит улының тағы бер яратҡан шөғөлө бар. Ул балыҡ тоторға ярата. Йәйен дә, ҡышын да саҡ ҡына буш ваҡыты булыу менән йылғакүл буйына ашыға ул. Шулай уҡ ғаилә менән бергәләп тәбиғәттә ял итергә ярата улар.
- Барлыҡ йәш быуынға теләгем шул – һәр саҡ спорт менән дуҫ булһындар, сәләмәт тормош алып барһындар. Бер ҡасан да уңышһыҙлыҡтар, төрлө ҡаршылыҡтар алдында баҙап ҡалмаһындар, киреһенсә, сәмләнеп алға – еңеүҙәргә табан ынтылһындар. Физкультура һәм спорт тәнде генә түгел, рухты ла нығыта, маҡсатҡа ирешеү өсөн ныҡышмалы булырға өйрәтә, ҡыйыулыҡты арттыра, ихтыяр көсө тәрбиәләй, шуны онотмаһындар, - тигән теләктәрен белдерҙе әңгәмәсем.
Уҡытыусы һәм тренер һөнәренә тоғро ҡалған һәм бар ғүмерен белем биреүгә арнаған Рәмзит Ғәлиәкбәровҡа артабан да бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт һәм уңыштар, ә уның ғаиләһенә именлек юлдаш булһын.
Розалия НАЗАРОВА.