Бөтә яңылыҡтар

“Гәзит бөтә тип әйтмәгеҙ әле”

“Изге яҙылыу” акцияһына “Нур” театрында эшләп йөрөүсе талантлы, изге күңелле яҡташыбыҙ Ләйсән Алтынбаева ла теләп ҡушылды һәм Ҡолош ауылында йәшәүсе Адилия Рәшитоваға “Даирә” гәзитен бүләк итте.

“Гәзит бөтә тип әйтмәгеҙ әле”
“Гәзит бөтә тип әйтмәгеҙ әле”

Ләйсән Өфө ҡалаһында тыуған. Әсәһе Римма Ибраһим ҡыҙы - Ҡолош, атаһы Зәки Сөләймән улы Ибраһим ауылынан. Бала сағында ул ике яҡтан да өләсәй-олатайҙарына йыш ҡайтып йөрөй. Бигерәк тә йәйҙәрен матур тәбиғәтле Ибраһим ауылында һыу инеп, ялдарын күңелле үткәргән ваҡыттарын һағынып иҫкә ала.
Мәктәпте тамамлағас, “Нур” театры өсөн махсус йыйылған Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетының театр факультетында уҡый. Курс етәксеһе Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрит Бикчәнтәев була. Ижади эшмәкәрлеген студент сағында уҡ Ғ.Камал исемендәге татар дәүләт академия театрында “Зәңгәр шәл” һәм “Ҡазан таҫтамалы” спектаклдәрендә уйнауҙан башлай.
Ләйсән Зәки ҡыҙы 2005 йылдан алып “Нур” театры актрисаһы булып эшләй. Егерме йыл эсендә спектаклдәрҙә ул башҡарған ролдәр халыҡ тарафынан яратып ҡабул ителгән.
Бөгөнгө көндә яҡташыбыҙ Ҡолош ауылында ер алып, йорт һалып, баҡса үҫтереп мәш килеп йәшәп ята. Уларҙың татыу ғаиләһендә Алтынай исемле ҡыҙҙары һәм Рөстәм исемле улдары үҫеп килә.
“Гәзиткә килгәндә, уны бөтә тип әйтмәгеҙ әле. Киреһенсә, күпмелер йылдар үткәндән һуң гәзиттең ҡиммәте бик тә артыуы мөмкин. Әле кешеләр уның ҡәҙерен белмәйенсә яғалар, ә аҙаҡтан эҙләп йөрөүҙәре бик тә ихтимал. Шуға күрә мин кешеләрҙең күңелен рухи яҡтан байытыу яҡлы булараҡ, уларҙың гәзит-журналдар уҡыуын, театр-концерттарға йөрөүен теләйем”, - ти Ләйсән Алтынбаева.
Ынйы Сәлихова.

Автор: Гульчачак Алачева
Читайте нас