Бөтә яңылыҡтар

Милләт ҡото – күркәм ғаилә

Гәзитебеҙҙә тырыш, күркәм ғаиәләләр тураһында күп яҙабыҙ. Шөкөр, районыбыҙҙа киләсәктең ышаныслы нигеҙе булырҙай, оҙаҡ һәм татыу донъя көткән бындай парҙар бихисап.

Милләт ҡото – күркәм ғаилә
Милләт ҡото – күркәм ғаилә

Милләт ҡото – күркәм ғаилә

Ғаилә тигәндән. Нимәнән башлана ул? Тәү ҡарамаҡҡа был ябай ғына һорау кеүек. Асылда иһә, уға һәр кем үҙенсә яуап бирер, сөнки уның яуабы мең төрлө һәм һәр пар өсөн үҙенсә. Уңған һәм һәр яҡлап килгән парҙарҙың береһе, 46 йыл инде Яңы Ҡыйышҡы ауылының күрке булып йәшәгән Фәрзәнә һәм Риф Йөҙлөкбаевтар ғаиләһенең барлыҡҡа килеү тарихы ла үҙенә күрә үҙенсәлекле.

Ҡустығол ауылында тыуып үҫкән Фәрзәнә Әнүәр ҡыҙы мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә һәм Салауат педагогия училищеһына уҡырға инә. Йәш уҡытыусыны юллама менән Үтәгән ауылына эшкә ебәрәләр. Унда ул тарих, рәсем, йыр дәрестәрен уҡыта башлай. Моңло тауышлы уҡытыусы төрлө концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Шундай сараларҙың береһендә Риф Хажиәхмәт улы талантлы, һылыу ҡыҙға иғтибар итә лә инде.

- Рим ағай Искәндәров мине комсорг булараҡ мәктәптә үткән бер сараға саҡырғайны. Концерт бара. Бына сибәр генә, моңло тауышлы бер ҡыҙ сәхнәгә сығып: “Һыҙылып киткән ҡара мыйыҡ”, - тип йырлап ебәрҙе һәм шунда уҡ минең иғтибарымды йәлеп итте. Ниндәй матур ҡыҙ, тип уйлап ҡуйҙым шул саҡ. Ошо уҡ мәктәптә уҡытҡан класташым Нурия: “Риф, һин ҡайтып китмә, концерттан һуң сәй эсәбеҙ”, - тигәс, тағы ла ҡыуанып киттем. Сәй өҫтәле артында Фәрзәнә ҡаршыға ғына тура килде. Минең һорау буйынса ул тағы бер тапҡыр “Ҡара мыйыҡ”ты йырлап ишеттерҙе.

Ул көндө шундай ҡанатланып, мотоциклыма нисек ултырып ҡайтып киткәнемде лә хәтерләмәйем, хатта, - тип һүҙгә ҡушыла Риф ағай.

Шулай итеп, “Ҡара мыйыҡ” йыры таныштырған ҡара мыйыҡлы йәш егет менән һылыу ҡыҙ февраль айында осраша башлайҙар һәм йәй етеү менән өйләнешәләр.

Риф Хажиәхмәт улы ҡатынын Үтәгәнгә йәйәү йөрөтөп эшләткеһе килмәй. Яңы Ҡыйышҡы ауылы мәктәбе директоры Сыңғыҙов Фәйез Ғәли улы Фәрзәнә Әнүәр ҡыҙын мәктәпкә эшкә саҡыра. Йәш уҡытыусының:

- Татарса уҡыта алмаҫмын, ҡурҡам, уҡытмайым. Мине тәрбиәсе итеп кенә алығыҙ, - тиеүенә ҡарамайынса, уны башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп эшкә алалар.

Татар телен өйрәнергә лә, 35 йыл башланғыс кластарҙы татар телендә уҡытырға ла тура килә Фәрзәнә Йөҙлөкбаеваға.

- Башҡорт һәм татар әҙәбиәтен берҙәй өйрәндем. Яҙмыш шулай ҡушҡандыр, ғүмерем татарса уҡытып үтте инде тигәйнем, Аллаһы Тәғәлә ишеткәндер моғайын. Мәктәптәрҙә дәүләт теле булараҡ башҡорт теле уҡытыла башлағас, миңә бер нисә йыл үҙемдең туған телемде уҡытыу бәхете тәтене. Башҡорт телен уҡыта башлауыма, хатта уҡыусыларым аптырап китте, үҙҙәре һорарға ҡыймай. Милләтем буйынса башҡорт бит мин, тип аңлаттым. Артабан да башҡорт теле уҡытыу теләге бар ине, әлбиттә, сәләмәтлек буйынса хаҡлы ялға туҡтарға тура килде, - тип хәтерләй ул мәктәптә белем биргән йылдарын.

Риф Йөҙлөкбаев Яңы Ҡыйышҡы ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас та, һәр яҡлап һәләтле егетте ауыл клубына эшкә саҡыралар. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһында бер айлыҡ курс үтеп ҡайта ла, ең һыҙғанып эшкә тотона ул. Дәрте ташып торған, төрлө идеялар менән янған кеше булараҡ ул мәҙәниәт усағын гөрләтә башлай – төрлө-төрлө саралар үткәрә, пьесалар сәхнәләштерә. Күп тә үтмәй, тырыш егетте комсорг итеп һайлап ҡуялар.

- Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ спортты яраттым, самбо менән шөғөлләндем. Хәрби училищеға барырға ла хыяллана инем, әммә был хыялым тормошҡа ашманы. Атайыбыҙ мәрхүм булып, әсәйем биш бала менән яңғыҙ ҡалғас, мине хәрби хеҙмәткә саҡырманылар, шуныһы бер аҙ үкенесле, - ти Риф Хажиәхмәт улы.

Комсорг булып эшләгән саҡта гәзиткә төрлө мәҡәләләр яҙа башлай ул, ҡыҙыҡлы фотолары менән дә бүлешә. Район гәзитендә хикәйәләре һәм юморескалары донъя күрә.

Иң тәүге яҙған мәҡәләһен һаман да хәтерләй һәм:

- “Мөкәйгә, Мөкәйгә концерт менән” тигән мәҡәләм гәзиттә сығып, уның аҫтына ауыл хәбәрсеһе тип яҙып ҡуйыуҙары минең өсөн ҙур ғорурлыҡ булды, - ти ул был турала.

Риф Йөҙлөкбаевтың оҫта рәссам икәнен белмәгән кеше юҡтыр. Ул яҙған картиналар Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә ҡатнашып, лауреат була, каталогҡа инә. Был йүнәлеш буйынса Мәскәүҙә Надежда Крупская исемендәге халыҡ сәнғәт университетында ситтән тороп юғары белем ала. Шул уҡ ваҡытта, тынғыһыҙ, һәр саҡ алға, яңы белемгә ынтылыусы, әҙәбиәт һөйөүсе булараҡ, Башҡорт дәүләт университетын тамамларға ла өлгөрә.

Алты йыл район гәзите редакцияһында эшләп, хаҡлы ялға сыға ул. Фәрзәнә Әнүәр ҡыҙы тырышып-тырмашып татар телен өйрәнһә, Риф ағай башҡорт гәзитенә эшкә барғас, башҡортса яҙырға өйрәнә.

- Шул тиклем ныҡ башҡортса яҙырға өйрәнеп киткәнмен, хәҙер бөтә әҫәрҙәремде тәүҙә башҡорт телендә яҙам, шунан татарсаға тәржемә итәм, - тип көлә ул был хаҡта.

- Бар күңелен биреп, яратып эшләне редакцияла. Дәртләнеп йөрөнө. Үҙенең машинаһында эш буйынса командировкаларға сығып китергә лә аптырамай ине, - тип хәтерләй ул йылдарҙы Фәрзәнә апай.

50 йәшлек юбилейына шиғырҙары, хикәйәләре, повестары һәм юморескалары китап булып сығыуы Риф ағайға артабан ижад итергә ҡанат ҡуя. Уның әҫәрҙәре әлеге көндә лә “Ағиҙел”, “Шоңҡар”, “Толпар” журналдарының биттәренән төшмәй.

- Ваҡытында хаҡлы ялға сыҡҡаныма ҡыуанып бөтә алмайым. Байтаҡ әҫәрҙәр яҙырға өлгәштем. Эштән арып-талып ҡайтҡан саҡтарҙа, ултырып ижад итергә хәл дә, мөмкинлек тә булмай торғайны, - ти билдәле әҙип.

Риф Йөҙлөкбаев әүҙем эшмәкәрлеге, талантлы рәссам булыуы өсөн бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән.

Шиғыр яҙыу, рәсем төшөрөү менән бала саҡтан шөғөлләнә ул. Тәүге шиғырҙарын 1965 йылда яҙған, 5-се кластан алып мәктәп стенгазетаһының рәссамы була.

Риф ағайҙың бар яҡлап талантлы булыуына һоҡланмау мөмкин түгел. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ ул ауыл халҡының сәғәттәрен, радиоприемниктарын, телевизорҙарын йүнәтә. Иретеп йәбештереү эшен генә белмәйем тип йөрөгән уҙаман 70 йәше тулғас, аппарат һатып алып, был эште лә өйрәнә.

- Стенка модаһы киткәс, ағасты юнып-семәрләп үҙе эшләп ҡуйҙы. Шунда ныҡ аптырағайным. Әле һаман һаҡлана әле ул. Һәр саҡ юҡты бар итә белде. Нимә эшләргә кәрәк булһа ла, бер ҡасан кеше эҙләп йөрөмәнек. Тота ла бер үҙе эшләп ҡуя. Утты ла, һыуҙы ла үҙе үткәрә. Бөтә эш ҡулынан килгәнгә аптырап та, һоҡланып та ҡуям, күҙҙәр генә теймәһен. Үҙем дә ҡулымдан килгәнсе ярҙам итергә тырышҡан булам. Спиртлы эсемлектәр менән мауыҡманы, шөкөр, был яҡтан тыныс булдым. Ул да, мин дә атайһыҙ үҫтек. Ике йәтим бергә тура килгәнбеҙ, Хоҙай Тәғәлә шулай ҡушҡан. Рифтең һәйбәтлегенә шул тиклем ылыҡҡанмын. Уны, хатта, үҙемдең ағайым кеүек күреп, улайтма, былайтма тигәнен тыңлап ҡына йөрөй инем, тип тормош иптәшенә һоҡланыуын йәшермәй Фәрзәнә апай. Йор һүҙле, һәр саҡ мәрәкәләргә яратҡан Риф ағай:

- Элек гел генә абыйыңды тыңла тип шаяртһам, хәҙер бабайыңды тыңла тием, - тип көлә.

Йөҙлөкбаевтар өйләнешкәс, бер бәләкәй генә йорт һатып алып, төкәтмә эшләп, уны үҙ көстәре менән ҙурайтып алалар. Ауылда иң тәүгеләрҙән береһе булып “Москвич” тимер атын йүгәнләүселәр ҙә улар. Күпләп мал һәм ҡош-ҡорт аҫрап, ҡыҙҙары Гөлсәсәк менән улдары Искәндәргә юғары белем алырға оло ярҙам күрһәтәләр.

Ир менән ҡатын бер-береһен хөрмәт итеп йәшәһәләр генә ғаилә ныҡлы була. Ата-әсә – ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр.

Гөлсәсәк Өфө кооператив техникумын тамамлағас, уның Мәскәү филиалында ситтән тороп юғары белем ала. Ата-әсәһе һымаҡ һүҙгә маһир, алсаҡ күңелле ҡыҙ “Үзән” гәзитендә эшләү дәүерендә корректорҙан баш мөхәррирҙең урынбаҫары вазифаһына тиклем үрләй. Тормош иптәше менән бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.

Әсәһе кеүек матур йырларға, атаһы кеүек һүрәт төшөрөргә һәләтле, әммә юрист һөнәренә өҫтөнлөк биргән, Өфөлә донъя көтөүсе Искәндәрҙең ғаиләһендә ике ҡыҙ үҫә.

Һәр бер ғаилә дәүләттең бер өлөшөн тәшкил итә, тигән билдәле боронғо грек философы Аристотель. Йәмғиәтебеҙ нигеҙен булдырған ошоноң кеүек татыу ғаиләләр күп булһа, илебеҙ ҙә, милләтебеҙ ҙә көслө булыр.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Милләт ҡото – күркәм ғаилә
Милләт ҡото – күркәм ғаилә
Автор: Розалия Назарова
Читайте нас